Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Август 2020, 12:00

Үҙ еремдән файҙа алып йәшәйем

Йәйге осор беҙҙә бик ҡыҫҡа. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың йәйгә өмөтө ҙур. Ошо матур мәлде кешеләр көтөп ала. Кемдер баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йәшелсә-емеш үҫтереп уңыш ала. Кемдер күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр менән һатыу итә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр иһә, айырым ихтирам, ғорурлыҡ тыуҙыра. Барыһы ла үҙ хеҙмәтенән тәм, йәм табырға тырыша. Ғаиләһенән артҡан уңышын һатып та ебәрә. Иң мөһиме, үҙе яратҡан шөғөлө менән булыуҙан кинәнес ала. Эйе, йәйҙең йәме лә, байлығы ла ул - бал. Мәҡәләлә һүҙ барасаҡ кеше, тап бына шундай һоҡланғыс ҡатындарҙың береһе. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ул, районыбыҙҙың иң төпкөл, юлһыҙ ауылдарының береһе, ике исем менән йөрөтөлгән Хәйбулла ауылында ҡортсолоҡ менән шѳғѳлләнгән уңған ҡатын. Шул яҡтан сыҡҡандар барыһы ла элек-электән был ауылды Һаралы тип йөрөтә. Халыҡ телендәге был исем йылға атамаһынан алынған. Тап бына ошо оло донъяға алыҫ урынлашҡан ауылда Зәлиә Мәсәлим ҡыҙы Шәйхетдинова үҙен, бына ун биш йылдан ашыу, ошо эшкә арнаған.

Йәйге осор беҙҙә бик ҡыҫҡа. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың йәйгә өмөтө ҙур. Ошо матур мәлде кешеләр көтөп ала. Кемдер баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йәшелсә-емеш үҫтереп уңыш ала. Кемдер күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр менән һатыу итә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр иһә, айырым ихтирам, ғорурлыҡ тыуҙыра. Барыһы ла үҙ хеҙмәтенән тәм, йәм табырға тырыша. Ғаиләһенән артҡан уңышын һатып та ебәрә. Иң мөһиме, үҙе яратҡан шөғөлө менән булыуҙан кинәнес ала.
Эйе, йәйҙең йәме лә, байлығы ла ул - бал. Мәҡәләлә һүҙ барасаҡ кеше, тап бына шундай һоҡланғыс ҡатындарҙың береһе. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ул, районыбыҙҙың иң төпкөл, юлһыҙ ауылдарының береһе, ике исем менән йөрөтөлгән Хәйбулла ауылында ҡортсолоҡ менән шѳғѳлләнгән уңған ҡатын. Шул яҡтан сыҡҡандар барыһы ла элек-электән был ауылды Һаралы тип йөрөтә. Халыҡ телендәге был исем йылға атамаһынан алынған. Тап бына ошо оло донъяға алыҫ урынлашҡан ауылда Зәлиә Мәсәлим ҡыҙы Шәйхетдинова үҙен, бына ун биш йылдан ашыу, ошо эшкә арнаған.
Хәйбулла, Баҡый ауылдарын уратып алған йүкә урмандары бал ҡорто тотоу өсөн бик ҡулай. Яҙғы, йәйге, көҙгө осорҙа үҙенең тыуған ауылы менән ҡала араһын нисә тапҡыр үтәлер Зәлиә, уныһын ул үҙе генә белә. Ботай менән Баҡый араһындағы аҙым һайын соҡорло насар юл да ҡурҡытмай был батыр йөрәкле ҡатынды. Ә Хәйбуллаға илткән юл тағы ла ҡатмарлыраҡ.
- Бала саҡта ауылымда бал ҡортон һәр йортта тиерлек үрсеттеләр. Баҡсаларҙа теҙелешеп киткән бәләкәй генә умарталар йәм, матурлыҡ биреп торорҙар ине. Әкиәт донъяһына хас матурлыҡта үҫтек беҙ. Заманында гөрләп торған ауыл үҙе лә умарталарҙы хәтерләткән. Ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек. Күрше тирәләрҙә лә шундай ишле ғаиләләр күп булды. Атайым Мәсәлим Таип улы Вәлиев төп эшенән башҡа умартасылыҡ менән дә шөғөлләнде. Был эште ул яратып, айырыуса бер кинәнес менән башҡарыр ине. Һаман да күҙ алдымда атайымдың ошо эш менән ихлас булышыуы. Ул бер ваҡытта ла бал ҡорттарынан ҡурҡманы. Умартаны асҡанда ҡорттарҙы ялан ҡул менән ипләп кенә һыпырып төшөрөп, тыныс ҡына үҙ эшен башҡарыр ине. Шул мәлдә тирә-яҡҡа таралған бал еҫе һаман иҫтә. Күрәһең, бала саҡта бар нәмә лә сағыуыраҡ хәтерҙә ҡалалыр. Ә инде ҡояш нурын хәтерләткән алтын кәрәҙҙәрҙән балды һығып алғандан һуң, атайым уны һауыттарға ҡойған ваҡыттағы тойғоно һаман онотмайым. Ә бит ата-йым Мәсәлим Таип улы менән әсәйем Анна Абдулхаҡ ҡыҙы ҡорт тотоп, бал һатҡан аҡсаға беҙҙе, күмәк балаларҙы үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Егерменән ашыу умартаны ҡарарға ваҡыт та, көс тә таптылар. Атайым ҡартайғансы умарталар һанын кәметмәне. Беҙ ғаиләле булғас та әле, әллә күпме ярҙам иттеләр. Ә инде олоғая башлағас, уға ярҙам итеү теләге мине ошо эшкә этәрҙе. Ҡыҙыҡһыныу, яратыу аша ҡортсолоҡ менән туранан-тура шөғөлләнә башланым. Аллаға шөкөр, хәҙер атайымдың эшен беҙ дауам итәбеҙ. (Әңгәмәсем йәшле күҙҙәрен һөртөп йылмайып ебәрҙе).
- Эйе, тормошта төп эшебеҙҙән башҡа, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүебеҙ ғаиләгә ҙур ярҙам килтерә. Быйылғы йәй ҡорт тотоусылар өсөн бигерәк уңдырышлы булды. Һәр умартанан дүртәр тапҡыр бал алдыҡ. Бер умартанан бер феләк бал сыға. Беҙҙең ғаилә егерме умарта тота. Бал шул тиклем ҡуйы, тәмле. Ауылдан бал алып килеүебеҙҙе йыл да беҙҙән генә һатып алған клиенттарыбыҙ көтөп кенә тора. Ошо эшкә балаларыбыҙ ҙа ылыҡты. Юлиә ҡы-ҙым Өфөлә йәшәһә лә, быйыл кейәү менән килеп ярҙамлашты. Үҙҙәренең эшенән файҙа күргәс, тағы ла дәртләнеп киттеләр. Ә улым Юлдаш башҡорт гимназияһында уҡып ҡына йөрөүенә ҡарамаҫтан, бал ҡорто белгесе тиерһең. Уның ярҙамы ҙур. Балдың тәмен тоя, ҡортсолоҡтоң бөтә
нескәлектәрен белә. Ауылды ярата. Һис буш тормай, йә балыҡҡа сығып китә, йә еләккә тигәндәй.
Ғөмүмән, бер туғандар, ауылдаштар бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Шунһыҙ ауылда йәшәп тә булмай. Сөнки беҙҙең ҡырыҫ яҡтар башҡа йәшәү шарттары булған ауылдарҙан ныҡ айырыла. Хәйбуллала йәшәгән Рәхим ағайым менән Зифа еңгәм дә ярҙам ҡулы һуҙып ҡына торалар. Бер туған ҡустым Сәлим менән киленебеҙ Юлиә лә, беҙҙең кеүек ҡаланан ҡайтып, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Ауылға ҡайтһаҡ та, китһәк тә юл ыңғайы беҙҙе һәр саҡ асыҡ күңел менән Баҡыйҙа йәшәгән Фәүзиә апа-йым менән Мәжит еҙнәм көтөп тора. Уларҙың инде ашы бешкән, мунсаһы яғылған була. Кәрәк икән, килеп ҡаршы ла алалар. Ағай-апайҙарым беҙҙең терәгебеҙ. Алай ҙа әсәйем менән атайымдың балалары күмәк булған тип ҡыуанам. Беҙ булмаһаҡ, ауылыбыҙ бѳтѳнләй юҡҡа сығыр ине. Әгәр яҡындарым булмаһа, яңғыҙыбыҙ ундай эштәр атҡара алмаҫ инек. Шуға туғандарыма бик рәхмәтлемен. Яҙғы, йәйге осорҙа тыуған еремә ҡайтып, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүебеҙгә ҡыуанам, умарталар һанын арттырырға уйлайым. Элек күңелем ятҡан ошо эште үҙем генә алып бара инем, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан тормош иптәшем Фәнил Ырыҫйән улы ярҙам итә.
Гѳжләп торған бал ҡорттары араһында йѳрѳүҙән ләззәт табам. Улар миңә теймәй, бал ҡорттары араһында атайым кеүек ялан ҡул эшләйем. Үҙ еремдә үҙем хужа булып йәшәйем. Сит кешегә ялланып эшләгәнсе, тыуған яғыма ҡайтып, яратҡан эшемдән файҙа алам. Милләттәштәремә ошондай эшкә тотоноғоҙ, тип әйткем килә. Күпме йүкәлек, күпме еребеҙ буш ята. Ерҙең файҙаһын күреп, матур итеп йәшәргә мөмкинлек бар, тик иренмә генә.
Эйе, тырыш, эшсән Зәлиә Мәсәлим ҡыҙының уңғанлығы, бөтмөрлөгө ихтирамға лайыҡ. Тыуған яғына, ауылына булған яратыу, атаһының шөғөлөн дауам итеп, ҡортсолоҡҡа булған һөйөүҙе тормош иптәше Фәнилдә, балаларында уята алған Зәлиәгә һоҡланмау мөмкин түгел.
Читайте нас: