Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Август 2020, 16:25

Сәскәләрҙең дә телен белер кәрәк

Лилиәләр - тоғролоҡ, аҡ раузалар - мѳхәббәт, хризантемалар - илтифатлыҡ... Һәр бүләк ителгән гѳлләмәнең үҙ сере, үҙ мәғәнәһе. Улар кешенең бер-береһенә мѳнәсәбәтен генә түгел, хатта иң йәшерен тойғоларын да еткерергә һәләтле. Сәскәләрҙең хикмәтле телен флористан да яҡшыраҡ тѳшѳнгән кеше юҡтыр. Бѳгѳнгѳ әңгәмәсем - Белорет ҡыҙы Русалия МӘҒӘСҮМОВА ла, ана, сәскәләр менән бер телдә “һѳйләшә”.

► Русалия, гүзәл зат һәм гөл-сәскә - айырылмаҫ төшөнсә кеүек. Шулай ҙа сәскәләр донъяһын тәфсирләп ѳйрәнгәндәр һирәк. Ә бына һиндә флористика менән ҡыҙыҡһыныу ҡасан уянды?
- Бала сағымдан матурлыҡҡа, нәфис әйберҙәгә ғашиҡмын. Зауыҡлы, үҙенсәлекле ижади мөхит тыуҙырған дизайнер һөнәрен үҙләштереү ине хыялым. Әммә мәктәпте тамамлағас, яҡындарымдың кәңәшен тотоп, Башҡорт дәүләт университетының милли иҡтисад факультетына уҡырға индем. Бер йәйҙә Ѳфѳлә ваҡытлыса эшкә урынлашырға ҡарар ҡылып, сәскә салонына барып юлыҡтым. Унда ашығыс рәүештә флорист кәрәк икән. Хатта ки түләүһеҙ уҡытып алырға ла вәғәҙәләнеләр... Шул ваҡыттан бирле сәскә-гѳлдән айырылғаным юҡ.
► Тимәк, дизайнер булыу хыялың ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашҡан...
- Эйе, тап шулай. Кемдер флорист һѳнәрен сәскәләрҙе ҡарап, клиенттарға гѳлләмә эшләп биреп тороуҙан ғына ғибәрәт тип уйлай. Ә ысынында ул күп яҡлы һәм мауыҡтырғыс шөғөл. Үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу өсөн сәскәләр тураһында белемдән тыш, композициялау сәнғәтен, шулай уҡ тѳҫтәрҙе яраштырыуҙың, интерьер биҙәүҙең дѳйѳм принциптарын белеү фарыз. Ғөмүмән, флористика - ул аҡса эшләү сығанағы ғына түгел, ә тәү сиратта, күңел талабы, ҡомар. Һин төҫтәр, формаларға ижади хыялдарыңды ҡушып, тәбиғәткә өр-яңы бер биҙәк һалаһың.
► Үҙеңдең шәхси сәскәләр салонын асырға ла йөрьәт иткәнһең...
- Өфөлә эшләгән саҡта уҡ моронлағайны был ниәт. Белоретҡа ҡайтҡас, 2015 йылда әлеге идеяны тормошҡа ашырҙым. Әлбиттә, бер башланғыс та еңел бирелмәй. Бизнесты юлға һалыу, ҡәнәғәтләндерерлек һөҙөмтәгә ирешеү өсөн тәүҙә орсоҡ кеүек әйләнергә, йүгерергә тура килә. Өҙөлгән сәскәләрҙе тәрбиәләү, һулытмай һаҡлау өсөн генә лә күпме көс, сабырлыҡ кәрәк. Яңы алып киленгән тауарҙы ҡабул иткән саҡта уҡ байтағын яраҡһыҙға сығараһың. Шулай ҙа эшләйем тигәнгә эш ҡарышып торамы ни - даими клиенттар, ыңғай баһалар күңелде талпындырып ебәрҙе.
► Һатып алыусылар ниндәй сәскәләргә өҫтөнлөк бирә?
- Аҡ, ҡыҙыл төҫтәге раузалар, хризантемалар йәһәт үтә. Улар бер үк мәлдә матур ҙа, зыянһыҙ ҙа. Мәҫәлән, лилиәләрҙең еҫе бөтәһенә лә оҡшап етмәй, өҫтәүенә аллергия ҡуҙғатыуы ла ихтимал. Үҙем иһә фрезия, гербера, гортензия кеүек экзотик үҫемлектәрҙе яратам. Был сәскәләр гөлләмәне байыраҡ, зауыҡлыраҡ күрһәтә.
► Сәскәләргә ҡағылышлы хөрәфәттәр ҙә бихисап. Кемдер кѳршәккә ултыртылған гѳл бүләк итеүҙе насарға юраһа, бәғзеләр һары сәскәләрҙе күреп кәйефе ҡырыла.
- Ысынлап та, үҫемлектәр йәһәтенән ырымдар күп. Ләкин уларҙың һәр ҡайһыһына ҡолаҡ һалырға, һуҡырҙарса ышанырға тимәгән. Эйе, һары сәскәләрҙе беҙҙә айырылышыу билдәһе тип ҡабул итәләр. Ә бына Кѳнсығышта был тѳҫ байлыҡ, хакимлыҡ, сафлыҡ, яҡтылыҡ менән бәйле. Европа илдәрендә иһә һары сәскәләр ожмах, шатлыҡ һәм муллыҡ менән ассоциация тыуҙыра.
► Гөлләмә һайлағанда иң элек нимәгә иғтибар итергә?
- Үҙ эшен белеп башҡарған флорист, тәү сиратта, һатып алыусынан гөлләмәне кем өсөн, ниндәй ваҡиға уңайынан һайлауы менән ҡыҙыҡһына. Әллә ни таныш булмаған кешегә, мәҫәлән, мөхәббәте, яҡынлыҡты аңлатҡан ҡыҙыл төҫтәге сәскә-гөлдәрҙе бүләк итеү кәрәкмәҫ. Әсәйҙәр өсөн, ғәҙәттә, уларҙың яратҡан сәскәләрен һайлайҙар. Күңелегеҙҙәге наҙ-һөйөүҙе белдерергә теләһәгеҙ, алһыу раузалар, пиондар, лилиә һәм ләләләр бик тә ҡулай. Ир кешегә тәғәйенләнгән сәскәләрҙең оҙон һабаҡлы булыуы зарур. Үтә ҡабарынҡы, ҡупшы ҡаптар был осраҡта артыҡ - гөлләмәне бәләкәй генә таҫма менән нығытып ҡуйыу ҙа етә. Көслө заттарға хризантемалар, ҡуйы ҡыҙыл гладиолустар, шәмәхә төҫөндәге астралар, иристәр килешер. Гөлләмә һайлағанда йәш үҙенсәлектәренә лә иғтибар итергә онотмағыҙ. Оло йәштәгеләргә үтә хуш еҫле, экзотик сәскәләр оҡшап етмәҫ. Уның ҡарауы, нәфис ромашкаларҙы, алһыу рауза һәм күк сәскәләрҙе өләсәйҙәр яратып ҡабул ҡылыр.
►Ғәҙәттә, тере сәскәләр тиҙ һулыһа, тимәк, улар ысын күңелдән бүләк ителмәгән, тиҙәр...
- Өҙөлгән сәскәләр ҙә бит дөрөҫ тәрбиәләүгә мохтаж. Үҫемлектәр йомшаҡ, таҙа һыуҙы ярата - крандан алынғанды улар хушһынмай. Гөлләмәне вазаға ултыртыр алдынан башта һабаҡтарҙы 45 градуслы мөйөш менән ҡыялап ҡырҡаһың. Хризантемаларҙы иһә ҡул менән генә өҙгөләйһең. Бер аҙналай торғас, осон ҡырҡып ташлап, 1 минутҡа ғына ҡайнар һыуға ҡуяһың һәм тағы һабаҡты иҙгеләп таҙа һыулы вазаға ултыртаһың. Бер үҫемлек тә эҫе, тынсыу һауаны, үтә елде, тәмәке еҫен яратмай. Сәскәләрҙе йылылыҡ сығанаҡтарынан (батарея, йылы иҙән, радиатор, плита, мейес) йыраҡ тотоу зарур. Йәнә шул: шәкәр, аспирин таблеткаһы, аш һеркәһе һәм башҡа нәмәләр бер ҡасан да таҙа һыуҙы алыштырмаясаҡ!
► Сәскәләрҙән тыш тағы ниндәй мауығыуҙарың бар?
- Бөгөнгө көндә минең төп иғтибарым ғаиләмә йүнәлтелгән. Тормош иптәшем Денис менән Родион исемле улыбыҙҙы үҫтерәбеҙ. Бәләкәсебеҙ мөмкинлек биргәндә, теген машинаһы артына ултырам. Үҙемдең зауҡыма ярашлы күлдәктәр, улыма кейемдәр, түшәк кәрәк-ярағы тегәм. Был шөғөлөмдө Денис тә хуплап тора. Декрет ялында булыуыма ҡарамаҫтан, сәскәләрҙән айырылғаным юҡ - ҡул онотмаһын өсөн даими рәүештә сәскә салонына барып, композициялар яһайым, белемемде камиллаштырам, флористикаға ҡағылышлы яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерәм.
► Гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙға ла әйтер һүҙҙәрең барҙыр, моғайын...
- Сәскәләрҙә - наҙ һәм һөйөү, бәхет һәм һөйөнөү. Ошо гүзәллектән бер-беребеҙҙе айырмайыҡ...
► Беҙҙең менән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә ҡорғаның өсөн ҙур рәхмәт һиңә, Русалия! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: