Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Август 2020, 13:00

Грант - Илнурҙа

Йыл ярым элек Йәштәр үҙәгенең «ҠАҺАРМАНЛЫҠ» хәрби-патриотик клубында уның етәксеһе Илнур Рәфил улы Әхмәтшин инициативаһы менән йәйәнән уҡ атыу түңәрәге эшләй башлағайны.

Был түңәрәктә 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге 47 бала бик ихлас теләк менән шөғөлләнә. Балалар шулай уҡ тыуған яҡ тарихын, уның тарихи шәхестәрен, шәжәрәләрен дә өйрәнә.
Илнур Әхмәтшин хәрби-патриотик тәрбиә һәм милләт-ара ыҙғыштарҙы булдырмау маҡсатында проект әҙерләгәйне. Проектты Иҙел башы төбәген өйрәнеүгә һәм легенда буйынса ошонда йәшәгән уҡсы, тимерсе Мырҙағол Аҙналинға арнағайны. Ошо эше менән Илнур йәштәрҙең республика конкурсында ҡатнашып, 150 меңлек Грант ота. Был аҡса түңәрәкте артабан үҫтереү өсөн тотоноласаҡ. Әлеге мәлдә йәйә, уҡтар һатып алынған, ярыштар өсөн махсус костюмдар тектерергә заказ бирелгән.
Үткән йыл «Ҡаһарманлыҡ» клубы урындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлексәһе ярҙамында Мырҙағол Аҙналинға арналған «40 уҡ» республика турниры үткәрҙе. Тағы ла Белореттың тәүге хәрби комиссары Павел Бузун иҫтәлегенә турнир ойошторҙо.
Быйыл «Зарница» этабына пневматик ҡоралдан атыу менән бер рәттән уҡтан атыу ҙа индерелде. Уҡтан атыу техникаһының 10-дан артыҡ төрө бар. Әммә «Ҡаһарманлыҡ» клубында шөғөлләнеүселәр боронғо башҡорттарҙың атыу төрөн үҙ итә. Тәүҙә йәйәне яҙаһың, кереште ныҡ итеп тартаһың, баш бармаҡ менән нығытаһың, тынды алмай тораһың. Был азиаттарса алым була. Ә ачери-биатлон менән шөғөлләнгәндәр Европа алымы буйынса, 3 бармаҡ, мәҫәлән, һуҡ, урта һәм сәтәкәй бармаҡ менән тотона. Спорттың башҡа төрҙәре кеүек үк, уҡтан атыу һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай. Бигерәк тә кәүҙәне тура тоторға булыша, күҙҙәргә лә ярҙамы тейә.

Читайте нас: