Кеше ғүмеренең иң дәртле, көслө осоро йәш саҡҡа тура килә. Был ваҡытта хыял иткән уйҙарыңды, ҡыйыу идеяларыңды тормошҡа ашырыу, үҙеңде йәшәйештәге бөтә өлкәләрҙә һынап ҡарау, яңы һөнәрҙәр үҙләштереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Тормош ағымы ыңғайына ғына барғанда, тәүге уңышһыҙлыҡтар, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалғанда, ниәт иткәндәреңә бер ҡасан да ирешеп булмағанын яҡшы аңлаған, маҡсатлы, киләсәккә юғары пландар ҡороп, алдағы тормошон бөгөндән хәстәрләгән йәштәребеҙ һәр саҡ башҡаларға үрнәк булып тора. Белорет егете Артур ВӘЛИЕВ та, ана, студент ҡына булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшен асып ебәргән. Был хаҡта тулыраҡ түбәндәге әңгәмәбеҙҙә.
► Артур, һүҙҙе үҙең һәм ғаиләң менән таныштырыуҙан башлайыҡ.
- Мин Башҡорт дәүләт университетының “Информацион хәүефһеҙлек” факультетының IV курсында көндөҙгө бүлектә белем алам. Атайым Ринат Рафаил улы Белорет металлургия комбинатында цех начальнигы, әсәйем Ләйлә Сабир ҡыҙы ҡаланың “Айболит” балалар поликлиникаһында өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Беҙ ғаиләлә ике бала. Һеңлем Эльвина 14-се гимназияла I класта уҡый.
► Үҙ эшеңде асыу теләге ҡасан барлыҡҡа килде? Быға нисек йөрьәт иттең?
- Был турала бала саҡта хыялландым тип әйтә алмайым. Был теләк бер йыл тирәһе элек кенә барлыҡҡа килде. Башта Авито сайтында наушниктар, балалар тауарҙары кеүек ваҡ-төйәк әйберҙәр менән һатыу итә башланым. Унан Яңы йыл байрамы алдынан фейерверктарҙы күпләп алдылар. Уларҙан килгән аҡсаны ниндәйҙер файҙалы эшкә йүнәлтеү тураһында уйлап йөрөгәс, ҡалабыҙҙа матурлыҡ салоны булдырырға тигән ҡарарға килдем. Өҫтәп кредитҡа аҡса алып, тейешле ҡорамалдар һатып алғас, март айының тәүге көндәрендә Федор Алексеев урамында “EvoStudio” матурлыҡ студияһын асып ебәрҙем. Унда лазерлы эпиляция, шугаринг, маникюр-педикюр буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә. Студия эшенә пандемияға бәйле карантин осоро ныҡ ҡына тәьҫир итте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә ул тулы ҡеүәттә эшләй.
► Әммә матурлыҡ салоны асыу менән туҡтап ҡалмағанһың. Белеүемсә, бер ай элек япон технологиялары буйынса сәс ҡырҡтырыу салоны ла асып ебәргәнһең.
- Эйе. Рәсәйҙең матурлыҡ салондары баҙарында лидерҙар рәтендә торған “Чио Чио” япон бөҙрәханалары франшизаһы тураһында күптән белә инем. Быны ҡалабыҙҙа асыуҙы бик урынлы һәм кәрәкле тип таптым. Сөнки бында килгән кеше 15 минут эсендә сәс ҡырҡтырып, ваҡытын экономиялай ала. Сәстәр һыу менән йыуылмай, ә махсус саң һурҙырғыс ярҙамында таҙартыла. Клиенттар аҡсаны махсус терминал аша түләй, һәм һәр 6-сы сәс ҡырҡтырыу бушлай бирелә. Салонда тик тәжрибәле мастерҙар ғына эшләүен дә әйтеп китеү кәрәктер.
► Ата-әсәйең шәхси эшҡыуар булып, үҙ эшеңде асырға теләүеңде нисек ҡабул итте? Башта уҡыуҙы тамамлап, ҡулыңа диплом алырға, унан һуң уҡыған һөнәрең буйынса эшләргә өгөтләмәнеләрме?
- Өлкәндәр, ғәҙәттә, һәр нәмәне төптән уйлап, бик һаҡ эш итергә күнеккән. Ата-әсәйем теләгемә ҡаршы төшмәһә лә, башта был эштең бөтә нескәлектәрен ентекләп өйрәнергә, уйларға саҡырҙы. Улар минең башланғысымды хуплай, кәрәк саҡта кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп торалар.
► Өфөлә уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә уҡып, Белоретта үҙ бизнесыңды алып барыу ауырға төшмәйме?
- Йыш юлда йөрөргә тура килә, был ваҡытты ла, физик көстө лә ала. Шулай ҙа уҡыуҙа ла, эштә лә өлгөрөргә тырышам. Интернет, алдынғы технологиялар заманында бизнесыңды өйҙә ултырып ҡына ла алып барырға мөмкин. Киләсәктә ике йыллыҡ магистратурала ситтән тороп уҡыуға күсергә уйлайым. Йәнә Өфө ҡалаһында ла матурлыҡ салонын асырға хыялланам.
► Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Һин дә улар рәтендәме?
- Кешенең кемлеген белергә теләһәң, уның кемдәр менән аралашыуына ҡара, тиҙәр. Дуҫтарым араһында минең кеүек үҙ эшен асҡан алдынғы ҡарашлы егеттәр күп. Насар ғәҙҙәттәр менән дуҫ түгелмен. Университетҡа уҡырға ингәс, спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Уҡыу йортонда бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Өсөнсө йыл рәттән Өфөлә еңел атлетика буйынса үткән марафонда ҡатнашам. Беренсе йылда 21 саҡрымға тиклем йүгерһәм, һуңғыларында 10-ар саҡрымға. Йыл һайын ҡаршылыҡтар аша тиҙлеккә йүгереү буйынса үткәрелгән “Геройҙар уҙышы”нда үҙемде һынайым. Унда команда менән ут аша һикерәбеҙ, бейек кәртә, тар урындар аша үтәбеҙ. Шулай уҡ үҙем өсөн генә бокс менән дә шөғөлләнәм. Был миңә үҙемдә ышанысты үҫтерергә, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға ярҙам итә.
► Йәштәргә әйтер һүҙең булырмы?
- Хыялдарын тормошҡа ашырыуҙан ҡурҡмаһындар. Хыял һиңә табан түгел, ә һин уға табан барырға тейешһең. Бөтә нәмәне атай-әсәйҙән, йәиһә дәүләттән көтөп ултырғанда, киләсәгең, иртәгәһе көнөң өсөн бөгөндән эшкә тотонмағанда, бер нәмәгә лә ирешеп булмай. Алға маҡсат ҡуйып йәшәһендәр, тиер инем.
► Әңгәмә өсөн рәхмәт, Артур! Һинең дә алға ҡуйған маҡсаттарың тормошҡа ашып торһон!
Рәсимә СӘЛИХОВА әңгәмәләште.