Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Октябрь 2020, 14:20

Йорттоң “йөрәге” мейестә

Мейес. Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙҙә күпме мәғәнә ята. Йорт йылыһы, ғаилә усағы, яңы ғына бешеп сыҡҡан икмәк еҫе, кисен уның янында йыйылыуҙар, бала-сағаның уның башында уйын ҡороуы - былар барыһы ла ошо мейескә бәйле. Башҡорт мифологияһында иһә йорттағы мейес йыһандың ут культы менән бәйле, мифлаштырылған урын. Йәшәйеш, көс, йылылыҡ биреүсе символ да ул. Башҡорт мәҙәниәтендә лә усаҡҡа бәйле йолалар, ырым-ышаныуҙар байтаҡ. Йорттоң түренән урын алған заманса каминдар, ихатала ял итеү өсөн булдырылған беседка-мангалдар, яңынан тергеҙелгән икмәк мейестәре йорттарға нисектер йән өргән кеүек.Элек ауылдарҙа дүрт һөнәр кешеһенең хеҙмәте иң кәрәклеләрҙән һаналған. Кеше дин әһеле, табип, тимерсегә нисек мохтаж булһа, мейессе һөнәре лә шундай уҡ юғары баһаланған. Көнитмешебеҙҙе зәңгәр яғыулыҡ, электр уттары яулап алған мәлдә, мейескә, был һөнәр оҫталарына ихтыяж кәмеп ҡалған кеүек тә ине, әммә ләкин һуңғы йылдарҙа мейес сығарыу оҫталарының хеҙмәте баһалана башланы.

Мейес сығарыу оҫтаһы Марат ағай ҙа, атаһы, тирә-яҡҡа билдәле тимерсе Алсынбай Мәғәфүров кеүек, боронғо кәсепте үҙ иткән оҫталарҙың береһе. Нәҡ атаһының үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуы Марат Алсынбай улын да үҙ хеҙмәтен яратырға, хөрмәт итергә өйрәтә. Алған, күңел һалып башҡарған һөнәренә тоғро ҡалып, уны күп йылдар дауамында атҡарырға ярҙам итә. Атаһы Алсынбай Ҡустыбай улы ла күп йылдар дауамында туған колхозына тоғро хеҙмәт итә. Тимерсе, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Калинин исемендәге колхозда эшләй. Колхоз эшенә генә түгел, ауыл халҡына ла әллә күпме файҙа килтергән ул. Ҡапҡаларын да эшләгән, аттарын да дағалаған, бер эштән дә ҡурҡып тормаған һөнәр оҫтаһы.
Марат Алсынбай улы Сермән мәктәбендә, ҡаланың мәктәп-интернатында белем алған ҡәҙимге уҡыусы була. Артабан урта махсус белем, армия сафтарында хеҙмәт. 26-сы һөнәрселек училищеһында ташсы һөнәренә уҡып сыҡҡандан һуң, хеҙмәт юлын «Красная Башкирия» совхозында башлай, тәүге тәжрибәһен дә шунда туплай. 1972-74 йылдарҙа Украинала хеҙмәт итә, сик буйы ғәскәрҙәрендә Польша сиген һаҡлай. Тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта, күрәһең: хәрби хеҙмәттән һуң тура Сермәненә ҡайтып эшкә керешә. Оҙаҡ эшләргә тура килмәй ауыл хужалығы техникаһы йәмғиәтендә, партия ҡушыуы буйынса эске эштәр бүлегенә ебәрелә. Төрлө йылдарҙа Тирлән, Сермән ауылдарында - участка инспекторы, Белорет эшке эштәр идаралығында эшләп, майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға китә. Һәм армиянан алда башлаған эшен - мейес сығарыу һөнәрен яңынан үҙләштерә. 1997 йылдан яратҡан һөнәренә ныҡлап тотона һәм бына ике тиҫтә йылдан ашыу инде мейес сығарыу менән шөғөлләнә.
Әлбиттә, боронғоса эшләнгән мейесте бер ниндәй ҙә духовка алмаштыра алмай. Бындай мейестә икмәк тә тәмле булып бешә. Был эште дауам итеүселәр бөгөн бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Марат ағайҙың да заказдар географияһы киң, 20 йыл дауамында 600-ләп мейес сығарған ул. Райондың Инйәр, Александровка, Асы, Үҙән, Ишле, Сермән ауылдарында ғына түгел, күрше Учалы ҡалаһы, Уральский ҡасабаһы, Бөрйән, Әлшәй райондары, Магнитогорск ҡалаһында ул һалған мейес, каминдар өйҙәрҙе йылыта. «Сарафан» радиоһы аша ла ишетеп, оҫтаның эшен күреп тә, уға бер нисә ай алдан сиратҡа яҙылалар. Миҙгеленә 10-12 мейес һалырға тура килә күп осраҡта. Хатта ауылға бер барғанында 4-5 мейес һалған осраҡтары ла булғылай. Был һөнәрҙе бер яңы технология ла алмаштыра алмай. Борондан мейес сығарыуға иң оҫталар ғына тотонған. Кирбесте һалыу бер, ә бына ут яҡҡан ваҡытта эсендә барған процестарҙы белеп эш итеү бөтәһенә лә бирелмәйҙер. Мейес сығарыу оҫтаһы ике көндә ябай мейестең мөрйәһен күтәреп тә ҡуя, каминдар бер аҙна дауамында һалына.
- Иҫемдә, өйөбөҙҙә голландка тора торғайны. Тимер менән көпләнгән был мейестең йылыһы әле лә хәтерҙә. Кисен яҡҡан мейестең утыны янып бөткәндән һуң, эсенә нимәлер бешерергә ултыртҡаным иҫтә. Әсәйем иртәнсәк мейескә яғырға торғанда, иртәнге аш, ризыҡ та әҙер була торғайны ҡайһы ваҡытта. (Бына бит, хәҙерге мультиварка ҡайҙа булған - авт.) Голланд мейестәрен һалырға ниңәлер форсат сыҡманы. Мейес һалыу тәү ҡарашҡа ғына еңел күренгән хеҙмәт ул. Мейесте сығарыу өсөн теүәл фәнде лә яҡшы белергә кәрәктер. Интернеттан ҡарап эшләгән саҡтар булды. Үҙемдең уйлап сығарып һалған мейестәрем дә байтаҡ. Ғөмүмән, хужалар ҙа йорттарында ниндәй мейесте күргеһе килә, шуларҙы һалам. Бының өсөн, әлбиттә, йорттоң майҙаны ҡарала. Шуға ла һалынған мейестәр ҡабатланмай тиерлек. Кирбес һалыу өсөн балсыҡтың ике төрлөһөн ҡушып иҙмә әҙерләнә. Ул ваҡытта мейес тә ныҡ була, төтәп тә бармай. Кирбестең дә йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин: ябайынан биҙәклеһенә тиклем. Мейестәрҙең фотоһүрәттәренә ҡарап, күңелеңә оҡшағанын һайларға була. Иҙмәләрҙең дә төрлөһө бар, - ти оҫта.
Марат Алсынбай улы төрлөһөн сығара. Икмәк мейесе, ябай мейес, камин, йә иһә ихаталағы беседка, шешлек бешереү кеүек ҡоролма булһынмы - барыһына ла яуаплы ҡарай. Бынан тыш, оҫтаның эштәре күптәрҙең баҡсаларын биҙәй. Кирбестән бағаналар (колонна) ултырта, гаражын да һала. Нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә Марат ағайҙың. Йортоноң тышы ла, эсе лә үҙе һырлап яһаған биҙәктәр менән биҙәлгән. Ҡул оҫтаһының өҫтәлдәре лә һатыуҙыҡы түгел. Ағас һәм үҙе иретеп йәбештергән тимерҙән эшләнһә, аш-һыу бүлмәһендәге өҫтәлгә әсәһенең теген машинаһының тояҡтары киткән.
Ай тулған көндәрҙә сығарылған мейес оҙағыраҡ хеҙмәт итә, тип иҫәпләгән боронғолар. Заманса технологиялар ярҙамында етештерелгән кирбестәр, иҙмәләр булғанда, мейес сығарыусының оҫталығы менән хәҙерге усаҡтар 20-40 йыллап хеҙмәт итә. Әгәр ҙә мейескә һаҡсыл ҡараш булып, бар талаптары ла тулыһынса үтәлһә, ваҡытында таҙартылып торолһа, әлбиттә.
Уның хеҙмәт емештәре әле булһа ла өйҙәрҙе йылыта, хужабикәләр кинәнеп икмәген бешерә.
Улдары - Марсель, Айрат, Эльдарҙы үҙе менән йөрөтөп оҫталыҡҡа өйрәтеп ҡарай Марат Алсынбай улы. Әммә улар әлегә ғаилә кәсебен дауам итергә уйламай. Олоһоноң ҡулынан да килә, бар яҡлап та оҫта. Шулай ҙа ул техниканы үҙ иткән. Әлегә Эльдар ғына уға ярҙам итеүҙе хуп күрә.
Марат Алсынбай улы, тормош иптәше вафат булғандан һуң, ғүмерен Әлфиә Хәлил ҡыҙы менән бәйләй. Әлфиә апай ҙа үзбәк ерендә ғүмер иткәндән һуң, тыуған республикаһына ҡайтып төпләнә. Сатрала тимер юлында, мәктәптә лә хужалыҡ мөдире була. Әле улар икеһе лә хаҡлы ялда.
Иш янына ҡуш, йәки силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, Әлфиә Хәлил ҡыҙы ла ҡул эштәренә оҫта. Сейләндән матур картиналар яһай ул. Йорттоң эсен дә хужабикә күңелен һалып эшләгән картиналар биҙәй, туғандарға, таныштарға ла бүләккә артып ҡала. Бигерәк тә дини темаға, сәскәләр, хайуандарҙы һырлауға өҫтөнлөк бирә ул. Оҫтабикәгә эштәре картина булғансы 1-2 ай күңел йылыһын һалырға тура килә.
Мәғәфүровтар ауылдың йәмәғәт эшендә лә актив ҡатнаша тип әйтергә мөмкин. Сермәндә сик буйы һаҡсылары хөрмәтенә ҡуйылған обелискыны эшләүҙә лә уларҙың өлөштәре ҙур.
Һәр ауылдың үҙ оҫталары, үҙ таланттары. Берәүҙәр - йыр-моңо менән, икенселәре - бәйгеләре, өсөнсөләре башҡа һөнәрҙәре менән алдырһа, сермәндәр ҙә оҫтабикәләре, ҡул оҫталары, уйлап сығарыусылары менән дан тота. Марат ағай ҙа нәҡ шуларҙың береһе. Ул - мейес сығарыу оҫтаһы. Тәбиғәттән бирелгән һәләт. Талантлы кеше ҡайҙа ла талантлы. Һәр һөнәр эйәһе үҙ өлкәһендә эҙләнә, эш нескәлектәренә төшөнә. Араларында иң-иңдәре генә баһалана, мейес сығарыу оҫтаһы Марат Мәғәфүров кеүек абруй ҡаҙана.
Читайте нас: