Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Октябрь 2020, 11:00

Яңынан тергеҙелгән элеккеһе

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы менән шәхси пассажирҙар ташыусылар араһында низағ йылдар дауамында барҙы. Улар күп йылдар ҡулланыусылар баҙарын бүлеште. Һөҙөмтәлә ябай халыҡ зыян күрҙе. Шәхси маршруттар пәйҙә булыу менән транспорт хеҙмәттәре баҙарында хәл үҙгәрмәне тиерлек. Халыҡ автобустарҙы көтөүен йә иһә шығырым тулыларына ултыра алмай ҡалыуын дауам итте.

Етмәһә, үҙгәртеп ҡороу заманы күп кенә унитар предприятиеларҙың ябылыуына йә башҡалары менән берләшеүенә килтерҙе. Ҡасандыр гөрләп торған, ҙур техник базаһы булған Белорет автотранспорт предприятиеһын да был оптималләштереү урап үтмәй. 2012 йылдан Белорет АТП-һы “Башавтотранс” компанияһының Учалы филиалына ҡарап, бер нисә йылдан ремонтлау базаһы ла ябылып ҡуя. Республика менән етәкселек итеүҙе Радий Хәбиров үҙ өҫтөнә алғандан һуң ғына, ҙур ҡалаларҙа дәүләт пассажирҙар ташыу предприятиелары яңынан тергеҙелә башлай. Белоретта ла тулы хоҡуҡлы, үҙаллы предприятие булырға тейеш тип иҫәпләй республика Башлығы. 2018 йылда Учалы АТП-һының Белорет колоннаһы хеҙмәткәрҙәренә автовокзалдың ҡуртымға алынған бер бүлмәһендә ултырырға тура килә, техника ла уның территорияһында урынлаша. Белорет колоннаһы начальнигы итеп Тимур Әғлиуллин (һүрәттә) тәғәйенләнә.
Бөгөн иһә автоколонна пассажирҙар ташыу өлкәһендә үҙенең урынын биләргә әҙерләнә. Бынан тыш, элекке кеүек үҙаллы структура булырға ниәтләй. Ә әлегә ул Учалы АТП-һының Белорет колоннаһы. Маршруттарҙы хеҙмәтләндереүгә транспорт конкурсы 2021 йылдың икенсе яртыһында үтәсәк. Конкурсҡа әҙерлек башланған да инде. Элекке Белорет автотранспорт предприятиеһы биләмәһе икенселәр тарафынан ҡуртымға алынһа ла, уртаҡ фекергә килеп, бина һәм ҡаҙанлыҡ автоколоннаға тапшырыла. 2019 йылдың сентябрендә ремонт эштәре башлана.
Республикала транспорт реформаһы башланғандан алып иҫке техниканың күп өлөшө яңыға алмаштырылды. “Башавтотранс” дәүләт пассажир ташыу предприятиеһының автопаркын яңыртыу өсөн республика ике йыл эсендә 2,9 млрд. һум тотондо. Республиканың төп пассажирҙар ташыусыһы автопаркы 2019 йылда урта һәм ҙур класлы 478 автобус (1,6 млрд. һумлыҡ) менән тулыландырылған. Быйыл компания 1,3 млрд. һумға 245 берәмек техника алған. Ҡалаларыбыҙға ла ҙур иғтибар бирелә. Өфө, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларына яңы автобустар бүленде. Урал аръяғынан сибайҙарҙың автопаркы яңырыу кисерә. Белореттар иһә икенсе йылда үҙгәрештәргә өмөт итә.
- Белорет автоколоннаһы Учалы автотранспорт предприятиеһынан үҙаллы структура булып 2021 йылда сығырға иҫәп тота. Хәйер, беҙ бөгөндән айырым үҙаллы предприятие булырға әҙербеҙ. Тик әлегә биләмә, ремонтлау базаһы әҙер булмағанлыҡтан туҡтабыраҡ торҙоҡ. Белорет автотранспорт предприятиеһы ябылғас, хакимиәт маршрут карталарын шәхси пассажирҙар ташыусыларға бүлеп бирҙе, шуға ла беҙҙең маршрут карталары етерле кимәлдә түгел. Киләһе йыл шәхси пассажирҙар ташыусыларҙың да конкурс ваҡыты ғәмәлдән сығасаҡ. Икенсе йылға ремонтлау базаһын тулыһынса яңыртып, аукционда ҡатнашып, еңеп сығырыбыҙға өмөтләнәбеҙ. Ул ваҡытта пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн республиканан уңайлы микроавтобустар бүленәсәк. Яңы техниканың һаны ла предприятиеның пассажирҙар ташыу баҙарында биләгән урынына ҡарап бүленә. Нигеҙ һалынған. Белорет АТП-һын тергеҙеү ниәте республика һәм муниципаль район етәкселеге тарафынан да хуплау тапты. Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта бер нисә тапҡыр килеп, хәл торошо менән ҡыҙыҡһынды, эш барышын да контролдә тота. Халыҡтан килгән ялыуҙарға ла иғтибар бүлә, - ти автоколонна начальнигы. - Ә әлегә ремонтлау базаһында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға табан бара. Тәүҙә ут һәм һыу үткәрҙек. Автобустар өсөн бокстар ремонтлана, техник база яңыртыла.
Техниканы автойыуыу, ремонтлау бокстары, слесарҙар оҫтаханаһы, водителдәрҙең ял итеү, йыуыныу бүлмәләре, бәләкәй генә ашханабыҙ ҙа буласаҡ. Хеҙмәткәрҙәр өсөн йылы бокстар эшләнә.
Тимур Мөхәмәт улы Учалы АТП-һынан айырылып сығыу үҙенсәлектәре менән дә таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, яңы предприятиеның булдырылыуы бер кемде лә ҡулланыусылар баҙарынан ҡыҫырыҡламаясаҡ. Белорет АТП-һы яңынан тергеҙелә генә. Тимур Мөхәмәт улы баш предприятиеның да һәр яҡлап ярҙам иткәнен әйтеп китте. Шулай ҙа кемгәлер ҡарау, унан бойондороҡло булыу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, ти етәксе. Матди база ла юҡ тиерлек. Үҙеңдеке үҙеңдеке инде. Киләсәктә яңы маршруттар асыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Автобус ватылған осраҡта кемделер көтәһе түгел.
Әле автоколонна иҫәбендә өс - “Ford”, бер “Mercedes” микроавтобустары һәм ике “ПАЗ” автобусы. Көн һайын предприятиеның автобустары райондың ҙур ауылдары - Шығай, Үҙәнбаш, Егәҙе, Әүжән, Тирлән һәм Учалының Миндәк маршруттары буйынса рейсҡа сыға. Элекке маршруттар барыһы ла яңынан асылды. Пандемияға тиклемге Иҫке Собханғол-Белорет-Өфө, Белорет-Өфө, Белорет-Силәбе ҡала яны маршруттары күпмелер ваҡытҡа туҡтатылып торолдо. Беренсенән, быға пандемия ҡамасаулаһа, икенсенән, халыҡ шәхси таксиҙарҙа йөрөүҙе хуп күрә. Аңлашыла, тиҙ ҙә, пассажирҙарҙы урынынан килеп алалар, алып барып ҡуялар, улар ҙа эштәрен йомошлап өлгөрә. Ә автоколонна автобустарында баш ҡалаға 6 сәғәттә барып етәләр. Расписание буйынса Инйәрҙә, Архангелдә, Ҡырмыҫҡалыла туҡталыштар булырға, тиҙлеге сәғәтенә 60-80 саҡрымдан да артмаҫҡа тейеш. Талап шулай, бынан улар бер нисек тә тайпыла алмай. Ултырғыстары уңайлы, йомшаҡ, хәүефһеҙлек ҡайыштары бар, һауа кондиционерҙары, өҫтәмә йылытыу ҡоролмалары булған микроавтобустар тахографтар, навигация, электрон табло менән йыһазландырылған. ГЛОНАСС системаһы менән тулыландырылған, мониторинг та алып барыла.
Автоколоннаның һәм ҡуртымға алынған транспорт рейсҡа сығыр алдынан техник ҡына түгел, санитар планда ла ентекләп эшкәртелә. Бынан тыш, водителдәр һәр ике сәғәт һайын үҙаллы санитар эшкәртеү үткәрә.
Бөгөн Белорет автоколоннаһында халыҡты килешеү буйынса ун дүрт автобус (7-әүһе төшкә тиклем, ҡалғаны төштән һуң) 12-се маршрут буйынса хеҙмәтләндерә.
- 12-се маршрутта эштән һуң ғына ҡайтыусылар күп була. Шуға ла был йүнәлештә автобустар 10 минут һайын йөрөп тора. Киске сәғәт 7-8-ҙән һуң дежур машиналар төнгө 11-гә тиклем ҡала. Ә бына маршрут карталары булған шәхси ташыусылар көндөҙгө сәғәт 4-5-тәргә тиклем генә эшләй ҙә маршрутты яба. Беҙ уларҙы ҡуртымға алғас, автоколонна тип уйлап беҙгә дәғүә белдереүселәр ҙә булды. Беҙ әлегә тик 12-се маршрутты ғына хеҙмәтләндерәбеҙ, был йәһәттән етешһеҙлектәр юҡ. Шуға беҙҙе башҡалар менән бутамаһындар ине, - ти автоколонна начальнигы был маршрут тураһында.
Быларҙан тыш, предприятие заказ режимында ла эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәрен дауахана ҡаласығына эшкә һәм эштән ташыу ҙа уларҙың иңендә. Ҡуртымға алынған автобустарҙа 12- се маршрут буйынса Боғанаҡ рейсы йөрөй. Баҡса миҙгелендә баҡсасыларға ла рейстар асыла.
Тотороҡло, берҙәм, татыу коллектив 19 кешене берләштерә. Уларҙың 7-әүһе - водителдәр, 8-е - диспетчерҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре, механик, ҡарауылсылар, электрик һәм 3-әүһе - слесарь-ремонтсылар. Һәр ҡайһыһы бурысын яуаплылыҡ менән башҡара. Коллектив кадрҙар менән тулыландырылған. Ҡасандыр АТП ябылып, икенсе эшкә күсергә мәжбүр булған водителдәр ҙә хәҙер яңынан туған предприятиеһында эшләй.
Халыҡҡа уңайлы мөхит тыуҙырыу йәһәтенән дә эшләй Белорет колоннаһы. Пассажирҙарға “Алға” картаһы менән дә иҫәпләшергә мөмкин. Карталар автовокзалда, почта элемтәләрендә, киоскыларҙа һатыла. Бындай иҫәпләшеү ысулы осһоҙораҡҡа төшә, ҡала араһында 20 һумға йөрөргә мөмкин. Әлеге көндә картаны даими файҙаланған пассажирҙар арта барыуы күҙәтелә.
Автомобиль һәм ҡала пассажирҙар транспорты эшсәндәре көнө яҡынлаша. Байрамдарын лайыҡлы ҡаршылау менән бер рәттән Белорет автоколонна хеҙмәткәрҙәренең ниәттәре лә тормошҡа ашыу өҫтөндә. Тиҙҙән транспорт хеҙмәттәре баҙарында лайыҡлы урын биләп, туҡталыштарҙа көтөп тороусы пассажирҙар ағымы кәмеренә, уңайлы, ҙур автобустарҙың ҡала урамдары буйлап хәрәкәт итеүенә өмөт ҙур.
Һөнәри байрамдары уңайынан автотранспорт менән бәйле барлыҡ һөнәр эйәләрен ҡотлайбыҙ. Хеҙмәт ҡаҙаныштары, ғаиләләренә именлек, тигеҙ, имен юлдар, юлдарҙа һәр ваҡыт йәшел ут ҡына янып тороуын, байрамса кәйеф теләйбеҙ!
Читайте нас: