Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Октябрь 2020, 13:40

"Антыңа тоғро булыу мотлаҡ!"

Суд приставтары хеҙмәте быуат ярымлыҡ үҫеш юлында мөһим һәм дәүләт ҡоролошо өсөн бик тә кәрәкле институттарының береһе булып ҡала. Суд ҡарарҙарының үтәлеүен, хөкөм эшенең сифатын тәьмин итеү, дәүләттең, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, бурысы йыйылған граждандар менән һөйләшеү, уларҙы законға ярашлы яуапҡа тарттырыу, аңлатыу эштәре алып барыу - был ауыр хеҙмәттең башҡаларға күренгән ѳлѳшѳ генә. Ҙур көсөргәнешлек талап иткән ауыр, үтә лә яуаплы эштә физик һәм рухи яҡтан ныҡ кешеләр генә оҙаҡ йылдар эшләй алалыр. Район-ҡала суд приставтары хеҙмәтендә эшләгән эске эштәр капитаны Гөлзәнә ЙОСОПОВА үҙ иңенә ошо хеҙмәтте алған.

Гөлзәнә Рәдис ҡыҙы сығышы ме-нән Йылайыр районынан. Юлдыбай ауыл мәктәбенең IX класын тамамлағандан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. 2003 йылда Йылайыр эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын профилактикалау төркөмө инспекторы булып эшкә урынлаша. 2004 йылда Әбйәлил егете Мансур Салауат улына кейәүгә сыҡҡас, Белорет ҡалаһында төпләнәләр. Шул осорҙа ситтән тороп Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Белореттағы филиалына “Юриспруденция” бүлегенә уҡырға инә һәм Белорет эске эштәр бүлегенә административ ҡануниәт инспекторы булып эшкә урынлаша. Бер аҙҙан бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор вазифаһына күсерелә. Бөгөнгө көндә суд приставтары хеҙмәтендә 2012 йылдан алып тәүтикшереүсе булып эшләй.
Тормош иптәше менән өс бала үҫтерәләр. 14 йәшлек Әлиә менән 11 йәшлек Талип Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҡыһа, 5 йәшлек Әлфинә әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Балаларының туған телдәрендә аралашыуҙарына, телде белеп үҫеүҙәренә ата-әсәләре етди ҡарай.
- Эшем тынғыһыҙ булһа ла, ғаиләмә ваҡытымды, иғтибарымды тейешле кимәлдә бүлергә тырышам. Еңел эш булмай, һәр ҡайҙа ла ауырлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуған осраҡтар була. Иң ҡыйыны - балаларына алимент түләмәгән, булған ғына аҡсаларын үҙ мәнфәғәтенә тотонған атай-әсәйҙәр менән аралашыу, балаһы иптәштәре араһында кәм-хур булмаһын тип барлы-юҡлы аҡсаһын тартып-һуҙып маташҡан әсәйҙәрҙе, балаларын күреү. Алимент түләмәүселәрҙең ҡайһы берҙәре енәйәт эше асыласағын белгертеү менән шунда уҡ түләргә тотона. Йылына яҡынса иллеләгән енәйәт эше ҡарарға тура килә. Беҙҙең эштә һәр көн тиерлек закондар үҙгәрешен күҙәтеп барырға, үтә лә иғтибарлы, ғәҙел, намыҫлы булыу һәм, әлбиттә, биргән антыңа тоғро ҡалыу мотлаҡ, - ти Гөлзәнә Рәдис ҡыҙы.
Читайте нас: