Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Ноябрь 2020, 12:00

“Матур йәшәргә ашығайыҡ”, -

ти “Урал”дың тәүге бүләген отоусы, беҙҙең күптәнге дуҫыбыҙ, даими авторыбыҙ Ғәфәр Әбделвәли улы Ғәлиуллин.

- Тормош йәшен тиҙлеге менән алға бара, беҙ хатта уның артынан ҡыуып етә алмай аҙапланабыҙ. Һәр кемдең мөҡәддәс бурысы - үҙеңә бирелгән ғүмер юлын лайыҡлы, йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ итеп үтеү. Был йәһәттән үҙемде бәхетле кешеләрҙең береһе тип иҫәпләйем. Мал врачы булып оҙаҡ йылдар эшләү осоронда ла, хаҡлы ялға сыҡҡас та, Сермән халҡынан тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп йәшәйем. Ҡул ҡаушырып өйҙә ултырыуҙы хуп күрмәйем, йәмәғәт эштәрендә, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәйбеҙ. “Аҡһаҡалдар ҡоро” ойоштороп ебәрҙек. Мин уның етәксеһе Хәкимйән Ғилметдин улы Хәйретдиновтың урынбаҫары булып торам. Уҡытыусы булып эшләгән хәләл ефетем Венера Айытбай ҡыҙы Хәлилова менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәргә, бүләсәргә өләсәй-олатайбыҙ. Шунан да олораҡ бәхет бармы ни был донъяла!? Ә “Урал” гәзитенә килгәндә…
Атайыбыҙ Әбделвәли Ғәлиулла улы район гәзитенең хәбәрсеһе булды. Шуға ла беҙ ғүмер буйы “Урал”дан өҙөлмәнек, хәреф таный башлағандан алып гәзит уҡып үҫтек. Әле лә Венера апайығыҙ менән кемуҙарҙан талашып уҡыйбыҙ (көлә). Беҙгә бөтәһе лә оҡшай, кем яҙылмай, шуларға ғына оҡшамай ул гәзит. Үҙ телеңдә сыҡҡан берҙән-бер район гәзитен алдырып уҡыу һәр кемдең изге бурысы тип иҫәпләйем, сөнки район халҡы тураһында гәзиттең тиражына ҡарап һүҙ йөрөтәләр. Белореттарҙың да төшөп ҡалғандарҙан булмауын иҫбатлайыҡ, хөрмәтле яҡташтар!
Редакция хеҙмәткәрҙәренә, райондаштарыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, йәшнәп йәшәүҙәрен теләп ҡалам. “Урал”ға яҙылайыҡ, район тормошонда ҡайнап йәшәйек. Матур йәшәргә ашығайыҡ!
Читайте нас: