Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Ноябрь 2020, 12:00

Уңыш, ырыҫлыҡ нигеҙе - әсә булыуҙа

Ғажиз ғына сабыйының тәүге ауазы менән әсә кешелә илаһи ҡөҙрәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәшәү көсө уянғандай. Тап ошо халәт аша гүзәл зат үҙенә сикһеҙ илһам сығанағы, яңы мөмкинлектәр аса. Һәм, әлбиттә, башкөллө ғаилә мәшәҡәттәренә сумғанда ла, улар ниндәйҙер сиктәр, стереотип ҡараштар арҡылы үҫештән мәхрүм булырға тейеш түгел.

Хәйер, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙың ижтимағи әүҙемлеге, тормошҡа яраҡлашыу, аналитик фекерләү һәләтлеге, креативлығы ҡалыпҡа һалынған бер төрлөлөк, һүлпәнлек, вайымһыҙлыҡ менән килешеп тора аламы һуң?! Гүзәл заттарыбыҙ һәр саҡ эҙләнеү, камиллашыу өҫтөндә. Күптән түгел ҡалала “Әсәйҙәр өсөн нетворкинг”тың барлыҡҡа килеүе лә үҙе үк быға дәлил. Уның ойоштороусыларының береһе - күп балалы әүҙем әсәй Мәүсилә ЭНИЕВА менән ҡорған әңгәмә был ҡолаҡҡа ят сит ил һүҙенең асылына төшөргә ярҙам итер.
Белешмә
Мәүсилә ЭНИЕВА. Тыумышы менән Рысыҡай ауылы ҡыҙы. Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Шығай ауылының ипле, эшһөйәр егетенә кейәүгә сығып, хәләле Тимур менән Зөлхизә, Тимерхан, Нурхан, Зәйнулла исемле аҡыллы, һәләтле балалар тәрбиәләйҙәр.

- Мәүсилә, күптәр әлеге сәйер атаманың мәғәнәһен бигүк аңлап етмәйҙер...
- Нетворкинг ҡулланышҡа инглиз теленән ингән: “net” - селтәр, “work” - эшләү. Йәғни дуҫтар, таныштар ярҙамында төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе еңел хәл итеүгә йүнәлтелгән социаль һәм профессиональ эшмәкәрлек ул. Үҙебеҙсә ябайлаштырып әйткәндә инде, файҙалы бәйләнештәр булдырыу тигән һүҙ.
- Ҡасан яралды был идея?
- Һөнәрем буйынса уҡытыусы мин. Әлеге ваҡытта бәләкәсебеҙ менән декрет ялындамын. Бер ҡалыпҡа һалынып, һәүетемсә генә аҡҡан тормош мәле менән рухи ҡәнәғәтһеҙлек, төшөнкөлөк кеүек тойғоларға тарыта башлағас, күңел көҫәгән шөғөлдәрҙе барланым. Ни тиһәң дә, уҡытыусылыҡ үҙенекен итә, һәр саҡ нимәлер уйлап табырға, маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, уларҙы бойомға ашырырға ынтылам. Кемгәлер нимәлер өйрәтке, файҙа ҡылғы килә. Ошо изге маҡсаттан сығып, Әлиә Балюх исемле йәш әсәй менән нетворкинг тигән эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә ҡарар иттек. Был тәжрибәне беҙ Өфө әсәйҙәренән үҙләштерҙек. Баш ҡалала бының ише осрашыуҙар даими рәүештә ойошторолоп тора. Беҙҙә иһә тәүге нетворкинг октябрь айында уҙҙы.
- Эшмәкәрлегегеҙҙең төп маҡсаты нимәнән ғибәрәт?
- Беҙҙең эш декрет ялында ултырған әсәйҙәргә ярҙам итеү маҡсатынан сығып ғәмәлгә ашырыла. Осрашыуға килгән әсәйҙәр бер-береһе менән таныша, аралаша, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап таба, тәжрибә уртаҡлаша. Хәйер, улар үҙҙәренең һөнәрҙәрен генә күрһәтеп кенә ҡалмай, үҫеш өсөн бына тигән этәргес ала. Үҙенә күрә реклама тиергә лә мөмкин. Аш-һыуға оҫталар, мәҫәлән, рецептары, тәғәм әҙерләү серҙәре менән бүлешһә, кемдер матур итеп сәс үрергә, прическалар эшләргә өйрәтә. Берәүҙәр ҡурсаҡ тегә, икенселәр шәл бәйләй... Керпек “үҫтереү”, ҡаштарҙы матурлау, тырнаҡ буяу йәһәтенән дә һорауҙар йыш тыуа. Мәҫәлән, өсөнсө нетворкингка косметолог килде...
Дауамын гәзитебеҙҙең 95-се һанында уҡығыҙ (27 ноябрь, 2020 йыл)
Читайте нас: