Аҡыллы, тыйнаҡ, сабыр, оҫта ҡуллы, ҡыҫҡаһы, һәр яҡлап та уңған егет - Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы «Транспорт - технологик машиналары һәм комплекс-
тарҙы эксплуатациялау» факультетының IV курс студенты.
Республикабыҙҙы һанлы телевидениеға уңышлы күсеүҙә студент-ирекмән ҙур тырышлыҡ һалды. Ҡоролмаларҙы көйләүгә заявкаларҙың иң күбе Сәлимдеке булды. Уның оло йәштәгеләргә изгелекле, ихлас мөнәсәбәттә булыуы, телевизорҙарын көйләп, һанлы тапшырыуҙарҙы ҡабул итеүсе махсус приставкаға тоташтырып, каналдарын рәтләп биреүе һәм оҫталығы, етеҙлеге иғтибарһыҙ ҡалманы. Ул Башҡортостан Республикаһының 90 иң яҡшы “Һанлы волонтер” исемлегенә инеп, республика Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Бөгөн иһә Сәлим тағы бер шатлыҡ кисерә: ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендиаты. Түбәндә Сәлим Мәхмүтов менән әңгәмә.
► Сәлим, райондаштар һинең шатлығыңды ишетеп, ҡотлауҙар яуҙыра. Артабан да уңыштар теләй. Беҙ ҙә һине ихлас ҡотлайбыҙ. Үҙеңде етенсе күк ҡатында кеүек тояһыңдыр инде.