Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Декабрь 2020, 19:30

Халыҡҡа кәрәкле хеҙмәт

Ҡай берәүҙәр загс бүлеген ни бары туй тантаналары үткәргән, никахтар теркәү менән шөғөлләнгән хеҙмәт органы тип уйлай.

Ысынында ул кешенең тыуғандан алып үлеменә тиклем тормошондағы барлыҡ ваҡиғаларҙы документлаштырыу менән шөғөлләнә. Йәғни, никахтарҙы, айырылышыуҙарҙы, үлем осраҡтарын теркәү, бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреү, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алыу документтарын әҙерләү уларҙың төп бурысы һанала.
Гүзәл Мөхәмәтйәнова (һүрәттә) район-ҡала загс бүлегендә төп белгес-эксперт булып 2018 йылдан бирле эшләй. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен эшенең бөтә нескәлектәрен аңлаған, тырышлығы, мәғлүмәтте етеҙ үҙләштерә белеүе менән башҡаларҙан айырылып торған хеҙмәткәр булараҡ танытҡан. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәгәндә, кешеләр менән аралашҡанда, туй тантаналарын үткәргәндә уға уҡытыусы ла, психолог та, артис та, юрист та булырға тура килә.
Гүзәл Сермән ауылында Тәскирә Зиннур ҡыҙы менән Мостафа Әхмәт улы Харисовтарҙың уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Белорет педагогия училищеһының, Башҡорт дәүләт университетының “Башланғыс кластар” бүлеген тамамлаған. Эше буйынса юридик белем талап ителгәс, Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтында ситтән тороп уҡып ала.
Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған Гүзәл Мостафа ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Белорет районы һәм ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитетында төп белгес, Өфө районы һәм ҡалаһы хакимиәттәренең Ер һәм милек мөнәсәбәттәре идаралығында белгес-эксперт, Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында 3-сө разрядлы өлкән белгес булып эшләп алған.
Һәр саҡ үтә лә иғтибарлы, белемле булыуҙы талап иткән, хаталанырға ярамаған, документтар менән бәйле эштәрҙә эшләһә лә, ҡатын-ҡыҙҙың төп асылы әсә булыуҙы яҡшы аңлай, ғаиләһенә иғтибарын, наҙын ваҡытын тейешле кимәлдә бүлергә тырыша. Тормош иптәше Ильяс Ғәли улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Башҡорт дәүләт университетының III курсын тамамлаған өлкән улдары Айнур әлеге көндә әрме сафында Ватан алдындағы бурысын үтәй. Айвар менән Эмир иһә ҡаланың 14-се гимназияһы уҡыусылары.
“Загс бүлегендә эшләгән кешеләрҙе тарих яҙыусылар тип әйтергә була. Сөнки беҙ башта яңы ғаиләне теркәйбеҙ, унан улар беҙгә килеп балаларына таныҡлыҡ ала, артабан ейән-ейәнсәрҙәр тыуыуының шаһиты булабыҙ. 50, 60, 70, 75 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы тантаналы ҡотлау мәлендә үтә лә тулҡынланам. Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисергән, бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы мөнәсәбәттә булған ололарға хөрмәт менән ҡарайым. Эштә төрлө кешеләр менән осрашырға, төрлө хәлдәргә осрарға тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин уларҙың тик яҡшы яҡтарын ғына хәтеремдә ҡалдырырға тырышам, фәһем алам”, - ти Гүзәл Мостафа ҡыҙы.
ӘЙТКӘНДӘЙ, загс бүлеге октябрь айынан Берҙәм дәүләт реестры программаһы буйынса эшләй. Йәғни, граждандар ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, Интернет аша загс хеҙмәттәре менән ҡуллана ала.
Статистикаға күҙ һалғанда, 2020 йылдың декабренә тиклем 1039 сабый - 536 малай һәм 503 ҡыҙ донъяға килгән. Шулай уҡ 1644 үлем осрағы, 430 никах, 332 айырылышыу һәм 43 фамилия алмаштырыу теркәлгән.
Читайте нас: