Ғәҙәттә, күңел һалып, күҙ нурҙарын түгеп башҡарған ҡул эштәре һәр саҡ ниндәйҙер ыңғай энергетика, ҡот менән һуғарыла. Лилиә эшләгән стилләштерелгән селтәрҙәр, һаҡалдар, сәс өсөн биҙәүестәр, гөлләмә-лампалар, сигелгән һөлгө-ҡулъяулыҡтар, түбәтәйҙәр, изолондан ҙур сәскәләр ҙә йылылыҡ бөркөп, үҙенә тартып тора.
Сығышы менән Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылынан ул. Бәләкәй сағынан ҡул эштәренә маһир ҡыҙ IX кластан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға инеп, технология уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Сибай институтының Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетында биҙәү-ҡулланма сәнғәтен дә үҙләштерә.
- Әсә булыуҙың ҡатын-ҡыҙ тормошонда ни ҡә-ҙәрем мөһим роль уйнауы бер кемгә лә сер түгел. Ошо яңы халәт күңелемде күптән ымһындырған шөғөлдө, ниһайәт, ғәмәлләштерергә этәргес бирҙе. Фоамиран тигән күбек-
ле декоратив материалдан сәс өсөн резинкалар, ободоктар, топиарийҙар эшләй башланым. Стилләштерел-
гән селтәр-һаҡалдар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш ке-йемдәре лә үҙ һатып алыусыһын йәһәт тапты. Һуңғы ваҡытта изолондан лампалар эшләү менән мауығам. Гөлләмә рәүешендәге бындай яҡтыртҡыстар төрлө байрамдарҙа үҙенсәлекле бүләк ул, - ти Лилиә тыйнаҡ ҡына.
Бындай оҫоллоҡҡа ҡайҙан эйә тиерһегеҙ маһир ҡыҙ? Лилиәнең атаһы Кә-рим Рәүхәт улы Бикмәтов Бөрйәндең данлыҡлы балта оҫтаһы икән! Ваҡытында ағастан йыһаз эшләү йәһәтенән шәхси эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнгән. Кәрим Рәүхәт улының алтын ҡулдары тыуҙырған өҫтәл-ултырғыстар, тахта, семәрле һандыҡтар үҙенең ныҡлығы, зауыҡлығы, нәзәкәтлеге менән айырылып тора. Әйткәндәй, ул да һөнәре буйынса технология уҡытыусыһы.
- Беҙҙең нәҫелдә оҫталар күп. Ҡарт олатайыбыҙ ҙа бына тигән итексе, балта оҫтаһы булған. Әсәйем - Айһылыу Рәжәп ҡыҙы ла ҡул эштәренә ғәжәп шәп. Ул бәйләгән әйберҙәр үҙе бер сәнғәт өлгөһө, - тип һоҡланыуын йәшермәй әңгәмәсем.
Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, тормош иптәшенән дә һәләк уңған Лилиә. Хәләле Марсель Айрат улы менән бер ауылдан улар. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған ғаилә башлығы бөгөнгө көндә Белорет металлургия комбинатында уңышлы ғына эшләп йөрөй. Тилбер, йүнсел хужа төп эшенән тыш автомобилдәр ремонтлау, тимерҙән ҡапҡа-теплицалар эшләү, йорттарға һыу, йылылыҡ системаһын үткәреү менән мәшғүл. “Һөйөклөмдөң буш ултырған сағын бөтөнләй күрмәҫһең!” - ти бәхетле ҡатын.
Ылыҫ еҫе аңҡып торған иркен, матур йортта ҡолонсаҡтай ирәүәнләп ике ул үҫә. Олоҡастары Арҫлан Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының III класында уҡыһа, төпсөктәре Азат иһә балалар баҡсаһына йөрөй.
- Ижади эшмәкәрлегем, тәү сиратта, донъямдың теүәллеге, күңелемдең тыныслығы билдәһе. Барыһы ла иҫән-һау, өйҙә саҡта ғына илһамланып, дәртләнеп ижад итә алам, - ти Лилиә илһам сығанағы тураһында һүҙ сыҡҡас.
Үҙе һайлаған йүнәлеш буйынса йәне теләгән урында эшләүе менән дә бәхетле геройым. Йыл һайын резюмелар ҡалдыра торғас, ниһайәт, бына икенсе йыл ҡаланың Башҡорт гимназияһында технология уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй. Наҙлы тауышлы, алсаҡ апайҙарын малай-ҡыҙҙар ҙа үҙ күреп яратып тора.
- Бөгөнгө йәштәрҙең ҡул эштәренә күңел һалмауы, күп осраҡта телефонға текләп ултырыуы өсөн борсолам. Шуға ла уҡыусыларымда был йәһәттән маһирлыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятырға, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырышам, - ти йәш педагог.
Киләсәккә шәп маҡсаттар, уй-ниәттәр менән бөгөнгөһөндә янып-ҡайнап йәшәй Лилиә. Әлеге мәлдә, мәҫәлән, буласаҡ килен-кейәүҙәргә, ҡәйнә-ҡайныларға тәғәйен өр-яңы ғаилә проектын тормошҡа ашырыу өҫтөндә. Никах өсөн үҙенсәлекле бүләктәр: ҡайны менән ҡәйнәгә - сигелгән һөлгө-түбәтәйҙәр, ҡәйнештәргә - нағышлы ҡулъяулыҡ-янсыҡтар, килендәргә биҙәкле алъяпҡыстар әле үк иң популяр заказдарҙан. Кәрим Рәүхәт улының бирнә өсөн эшләгән семәрле һандыҡтары ла проекттың уңышлы ғәмәлләшеүен тәьмин итә.
Бына шулай, үҙең тыуҙырған ижади мөхиттең йәмен, тәмен тойоп йәшәгәндә, эшмәкәрлегеңдең ыңғай нәтижәһен күргәндә һәм, әлбиттә, ныҡымышлыҡ, тырышлыҡ менән тормош көткәндә генә күңел бөтөнлөгөнә, үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәтлеккә ирешергә мөмкин. Хәйер, Лилиәнең зауыҡлы донъяһының ҡотон тойғандар был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанғандарҙыр, моғайын.