Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Ғинуар 2021, 14:00

Талант өсөн сиктәр юҡ

Бәндәгә хас кисерештәрҙе йөрәге аша үткәреп, тамашасыһын сәхнәләге күренештәргә ышандыра алған, геройына ҡарата көслө тойғолар уятҡан актер - театр донъяһы өсөн оло табыш. Ысын талант эйәһе тыуҙырған образдар яһалмалыҡтан, үтә ҡылансыҡланыуҙан азат булыуы менән күңелгә яҡын.Билдәле яҡташыбыҙ - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сермән ауылының дан егете Фирғәт ҒАРИПОВ та тап ошондай тәбиғи әүәҫлеге, һөнәри сифаттары арҡылы театр сәнғәтендә үҙ йондоҙон ҡабыҙҙы.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 16 йыл эшләү дәүерендә ул үҙен оҫта актер ғына түгел, талантлы режиссер итеп тә танытты. Ошо яңы эшмәкәрлек йәһәтенән Фирғәт Рәмил улы менән ҡорған әңгәмә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ, моғайын.
► Фирғәт, режиссерлыҡ менән шөғөлләнеү идеяһы ҡасан яралды?
- Бынан 8 йыл самаһы элек театрҙың яңы художество етәксеһе итеп Олег Хановты тәғәйенләнеләр. Миндә ниндәйҙер потенциал күргәндерме, үҙенә саҡырып алып, республика тарафынан финансланған маҡсатлы йүнәлтмә буйынса илдең баш ҡалаһында Борис Щукин исемендәге театр институтының режиссер бүлегендә уҡырға тәҡдим итте. “Һин актерлыҡ менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалырға тейеш түгелһең. Әйҙә, ризалаш, үҙеңде һәләтле режиссер сифатында
ла таныт”, - тине ул. Уйға ҡалдым. Актер булыу - бер, ә режиссура бит бөтөнләй икенсе эшмәкәрлек! Режиссер - уйлап табыусы, актер - башҡарыусы. Шулай ҙа яҡын кешеләремдең кәңәшен тотоп, уҡыуҙан баш тартмаҫҡа ҡарар ҡылдым. Әлбиттә, ҡатынымды йылына ике тапҡыр икешәр айға ҡулсыр бәләкәстәребеҙ менән бер үҙен ҡалдырып китеүе еңелдән булманы. Матди яҡтан да билде биштән быуырға тура килде. Шулай ҙа ғаиләмдең, дуҫ-иштәрҙең,
туғандарҙың ярҙамы менән бар ауырлыҡтарҙы, шөкөр, еңеп сыҡтыҡ. Мин Мәскәүҙә саҡта иптәштәрем улым
менән ҡыҙымды балалар баҡсаһына, мәктәпкә илтеп ҡуйһалар, фатирға ремонт эшләшһәләр, атай-әсәйем иһә
матди һәм рухи йәһәттән оло терәк булдылар.
► Уҡып бөтөп, ҡулға диплом алып ҡайтҡас йәнә бер һайлау алдында торғанһығыҙҙыр...
- Эйе, тап шулай, театрҙа мине: “Йә, актер булаһыңмы, әллә режиссермы?” - тигән һорау менән ҡаршыланылар. Бар булмышым менән актер кешегә был һайлау ҙур һынауға тиң ине, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Ике ай самаһы баш ватҡандан һуң, юҡҡа уҡыныммы ни, тип режиссер ставкаһына ризалаштым шулай ҙа...
► Тәүге постановканы сәхнәгә сығарыу айырыуса тулҡынландырғыс булғандыр...
- Режиссер сифатында сәхнәгә сығарған тәүге етди эшем - Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” пьесаһы ине. Татарстан Республикаһының Туфан Миңнуллин исемендәге Түбәнге Кама театры сәхнәһендә ҡуйған был комедия арҡылы диплом да яҡланым. Әйтергә кәрәк, актерҙарҙан һәләк уңдым. Мине, тәжрибәһеҙ башҡорт режиссерын, бик тә
йылы, дуҫтарса ҡабул итте коллектив. Уйлауымса, спектакль уңышлы ғына килеп сыҡты. Әлбиттә, тәнҡитселәр яғынан төрлө фекерҙәр яңғыраны. Ыңғай баһаларҙың күплеге, һис шикһеҙ, иңдәргә ҡанат ҡуйып, илһамланып ижад итергә этәргес бирҙе. Мәскәүҙә лә лайыҡлы нарыҡ алып, диплом эшенә “бишле” ҡуйҙыртып ҡайттым. Әйткәндәй, Туфан Миңнуллиндың пьесаһын ҡуйырға булғас, ян-яҡтан мине “Шекспирға ынтылғанһың, ә?!” - тип кинәйәләп бер булдылар.
► Һеҙҙең “Бомба” йәмғиәттә эмоциялар өйөрмәһен күтәреп, гүйә, шартлау булып яңғыраны...
- Театрҙы тиккә генә тормош көҙгөһө тип атамайҙар. Беҙҙе уратып алған йөмлә донъя кескәй генә бер
сәхнәлә сағылыш таба. Теге йәки был спектаклдән һуң тамашасыла ниндәйҙер һорау, эске бәхәс тыуа икән, тимәк, режиссерҙың - уйы, актерҙарҙың уйыны үҙ маҡсатына ирешкән. Шуның өсөн пьесаларҙы уҡығанда иң элек уларҙың актуаллеген, мөһимлеген билдәләү, сәхнәлә образдарҙың кәүҙәләнешен күҙ алдына килтереү фарыз. Эйе, ысынлап та, Салауат Әбүзәровтың әҫәре буйынса ҡуйылған был фарс-комедия бихисап ҡаршылыҡлы фекерҙәр уятты. Бөгөнгө йәмғиәттең әһәмиәтле проблемаларын нисек бар, шулай яҡтыртҡан әҫәрҙе берәүҙәр хуплаһа, икенселәр өнәмәйерәк ҡабул ҡылды. Кем өсөндөр мин - диуана, бәғзеләргә - айыҡ фекер йөрөткән, ысынбарлыҡты фашлаған замана режиссеры. Хәйер, донъя - ул үҙе көләмәс. Кемдер мәрәкәне аңлай, кемдер - юҡ. “Бомба” арҡылы иһә мин бөгөнгө сетерекле хәл-ваҡиғаларға үҙ мөнәсәбәтемде белдерҙем.
► Ғөмүмән, тәнҡиткә нисек ҡарайһығыҙ?
- Бер кем дә үҙенә төбәлгән тәнҡитте тыныс ҡына “йота” алмайҙыр. Шулай ҙа уның да төрлөһө - ғәҙеле һәм урынһыҙы була. Хаталарыңды ҡабул итеү нисек кенә ҡыйын тойолмаһын, үҙеңә һәм актерҙарға ҡарата игелекле мөнәсәбәтле театр тәнҡитсеһенең дөрөҫ, нигеҙле күрһәтмәләре менән ризалашмай булмай. Был осраҡта һин артабан әлеге етешһеҙлектәрҙе камиллаштырырға, тағы ла емешлерәк, һөҙөмтәлерәк ижад итергә тырышаһың.
► Сер булмаһа, тамашасыларҙы тағы ниндәй проекттар, сәхнә әҫәрҙәре менән ҡыуандырырға
ниәтләйһегеҙ?
- Күптән түгел Сибай ҡалаһының “Сулпан” театры менән “Карлсон” тигән заманса әкиәт ҡуйҙыҡ. Геройҙар
беҙҙең ваҡытта йәшәй, заманса гаджеттар, Интернет менән ҡуллана, Инстаграмда үҙҙәренең шәхси блогтарын
алып бара. Үҙенә күрә, яҡшы мәғәнәлә, хулигандарса спектакль килеп сыҡты.
Төп “эш боҙоусы”, шуҡ - әлбиттә, Карлсон. Бәләкәс дуҫтарыбыҙға был мажара оҡшар, тип ышанам.
Йәнә Яңы йылдан һуң туған театрымда йәш автор менән өр-яңы заманса мелодрама өҫтөндә эш
башларға торабыҙ. Бик шәп кенә постановка булмаҡсы. Әлегә авторы һәм спектаклдең атамаһы сер булып
ҡалһын.
► Һеҙҙе беҙ театр сәхнәләрендә генә түгел, кинофильмдарҙа ла күрәбеҙ. Ә үҙегеҙҙең кино төшөрөп ҡарарға теләгегеҙ юҡмы?
- Кино менән театр - икеһе ике донъя. Уларҙың оҡшаш яҡтары күп булғандай, айырмаһы ла шаҡтай. Үҙем актер булараҡ кинола уйнарға яратам, әлбиттә. Шулай ҙа шәхсән кино төшөрөргә ҡыйыр инем микән? Хәйер, берәй ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмын ниңә төшөрөп ҡарамаҫҡа, ти. Кино сәнғәтендә үҙҙәрен һынарға теләгән актерҙарыбыҙ ҙа бихисап.
Дөйөм алғанда, республикала кинематографияға ҙур аҙым эшләнгән, бына тигән режиссерҙарыбыҙ ҙа бар. Әммә әлеге лә баяғы матди йәһәттән ҡыйынлыҡтар бәкәлгә һуға. Ошо проблема хәл ителһә, Башҡорт киноһын, һис шикһеҙ, донъя кимәлендә танытыр инек.
► Режиссер булараҡ, актерҙарҙан, тәү сиратта, нимә талап итәһегеҙ?
- Тәртип. Һуңлауҙарҙы, эшкә илке-һалҡы ҡарашты енем һөймәй. Актерлыҡ - ул шул уҡ профессия. Һин был хеҙмәткә яуаплы ҡарарға тейешһең. Үҙ һөнәреңә битараф икәнһең, тимәк, ниндәйҙер алға китеш, уңыштар тураһында һүҙ йөрөтөү артыҡ.
► Күңел ҡуҙын дөрләтер илһам сығанағы...
- Бар булмышым менән тәбиғәт балаһымын. Үҙемде белер-белгәндән урман-ҡырҙар гиҙеп, хозурлыҡ вә гүзәллек ҡосағында тәьҫирләнеп буй еткергәнмен. Сермәнгә ҡайтҡан һайын атҡа атланып, тәбиғәт ҡосағына
ашығам. Йөрәк тулатыр ирәүәнлектән, сафлыҡтан, ҡолаҡты иркәләр тынлыҡтан илһамланып, хисләнеп,
яңы идеяларға тулышып ҡайтам.
Йәшәй килә йәнә шуға инанғанмын: ауыл кешеһенең кисерештәре лә тәрәнерәк, донъяға ҡарашы ла үҙенсәлеклерәк. Ҡаланыҡылар иһә ниндәйҙер сиктәр, ҡағиҙәләр ҡоршауында...
► Һәр уңышлы ир-егет артында аҡыллы ҡатын-ҡыҙ тора, тиҙәр...
- Тулыһынса килешәм. Тәрән аҡыл, сабырлыҡ, йыйнаҡлыҡ, шул уҡ мәлдә күңелде әсир ҡылыр нәзәкәтлек,
нәфислек өлгөһө ул минең Ләйсәнем. Ғаиләбеҙҙең именлеге, теүәллеге, ырыҫы тик уға бәйле. Барлыҡ
уй-ниәттәремде, тәү сиратта, ҡатыным менән бүлешәм. Үҙе лә ижад кешеһе булараҡ (авт. Ләйсән һөнәре
буйынса рәссам), минең күңел торошомдо бер ҡараштан аңлап, төшөнөп тора. Өс ҡолонсағыбыҙҙы - Сармат,
Асель, Асиятты үҫтергән арала бихисап шөғөлдәр үҙләштереп, бөгөнгө көндә даими клиенттарын тапҡан
мехенди оҫтаһы, талантлы визажист та ул.
► Бынан бер йыл элгәре Һеҙ “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдығыҙ...
- Әлбиттә, һәр исем-регалиялар - һинең тынғыһыҙ хеҙмәтең, фиҙаҡәрлегең емеше. Шулай ҙа был исем, тәү
сиратта, атайым менән әсәйем өсөн. Бөгөнгө уңыш-ҡаҙаныштарым, яуланған бейеклектәрем менән ҡәҙерле кешеләремә меңдән-мең рәхмәт!
Атайымдың “Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигән һүҙҙәре күптән инде тормош девизыма әүерелгән.
Һөнәрҙәре буйынса әсәйем - рәссам, атайым инженер булды. Әсәйем сәнғәткә һөйөү уятһа, атайым миндә
рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн тәрбиәләне.
►Гәзит уҡыусыларыбыҙға әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Заманалар нисек кенә ауыр булмаһын, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылып, рухи ҡиммәттәргә өҫтөнлөк биреп, бер-беребеҙҙе дәртләндереп, ҡанатландырып йәшәйек!
► Мауыҡтырғыс әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт Һеҙгә, Фирғәт! Яңы уңыштарығыҙ менән әленән-әле һөйөндөрөп тороғоҙ!
Читайте нас: