Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Ғинуар 2021, 14:05

“Театр - тормош ул...”

Ҡалала бер генә мәҙәни сара ла унан башҡа үтмәйҙер. Ҡала көндәре, һабантуйҙар, Шәжәрә байрамдары, спектакль, концерттар... - һәммәһенең дә уртаһында йөрөй ул. Мәҙәни саралар ғына түгел, туй, юбилейҙар һәм башҡа байрамдарҙы ла унһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Яғымлы тауышы, ҡунаҡтар менән ихлас күңелдән аралашыуы күптәргә таныш.Кем тураһында һүҙ барғанын тойомлағанһығыҙҙыр ҙа. Ҡала мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры режиссеры ярҙамсыһы, үҙенсәлекле генә бәрхәт тауышлы, аҙ һүҙле Азат Таһир улы Баҡыев булыр был. Йырсы, һәүәҫкәр артист, мәҙәни сараларҙы матурлаусы, күңелле итеп алып барыусы Азат Баҡыев таланттарға бай Ғафури районы Мәндем ауылында 6 балалы ғаиләлә тыуған.Нисек итеп беҙҙең яҡтарға килеп эләккәнен, ҡайҙа уҡып белем алғанын, киләсәккә ҡорған уй-маҡсаттары хаҡында әңгәмәсебеҙ үҙе һөйләр.

► Азат, һинең йырҙарыңды, спектаклдәрҙә уйнауыңды тамашасы яратып өлгөргән. Йырҙарыңды тыңларға, актерлыҡ һәләтеңде ҡат-ҡат ҡарар өсөн театрға йөрөгәндәрҙе беләм. Бер нисә йыл элек, «Ғәлиәбаныу» спектакле башланыр алдынан, фойела ике ҡатын һөйләшеп торғанына шаһит булғайным. «Йәш саҡтарҙа атаҡлы артистар Фидан менән Нурияны күрер, йырҙарын тыңлар өсөн Өфөлә театрҙа күп йөрөнөк, әйкәйем.Үҙебеҙҙең биләриттәр ҙә уларҙан һис кенә лә ҡалышмай ҙаһа.Ҡараған һайын ҡарағы килә, ялҡытмай», - ти береһе. «Шулай шул, бынау Хәлил менән Ғәлиәбаныу үҙәккә үткәреп йырлайҙар», - тип ҡушыла икенсеһе. Һинең һәм партнерың Гөлнара Бәшәрова хаҡында ине был маҡтау һүҙҙәре.
Тимәк, һинең үҙ тамашасың булып өлгөргән, яраталар. Әйткәндәй, сәхнәгә тәү аяҡ баҫҡан саҡтарың нисегерәк булды?
- Шул тиклем үк маҡтап ебәрмәгеҙ әле (көлә). Башҡаларҙыҡы кеүек үк беҙҙең ғаиләбеҙҙә лә йырламаған, бейемәгән кеше юҡ ине. Әсәйем дә, атайым да уҡытыусылар, йыр-моңға ғашиҡ кешеләр. Уларға эйәргәнмендер. Мин, иң бәләкәсе булараҡ, иркә үҫтем, минән өлкән туғандарым, ҡыҙыҡ күреп, йырлатҡандарҙыр, тием. Беренсе класта уҡығанда тәүгә сәхнәгә сығып баҫтым. Геүләтеп ҡул саптылар. Шунан башлап сәхнәгә һөйөү уянғандыр ҙа, бәлки. Үҙемде ихласлап тыңлап, йырыма ҡул сапҡан саҡтары, һәммәһенең дә ҡәнәғәт, шат йөҙҙәре күҙ алдымдан китмәй.
Мәктәптә һәр сарала ҡатнашып, алда йөрөнөм, гармунда уйнарға өйрәнеп алдым. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының театр бүлегенә уҡырға индем. Унда инде, билдәле, сәхнәлә йөҙөп йөрөп уйнарға өйрәтәләр.
► Тимәк, һин бәләкәйҙән артист булырға хыялландың?
- Шулайҙыр, үҙемде сәхнәнән баш-ҡа икенсе ерҙә күҙ алдыма ла килтермәнем. Бәләкәйҙән йырсы булам тип хыялландым.
Азат тураһында тулыраҡ әңгәмәне гәзитебеҙҙең 5-се һанында (15.01.2021) уҡығыҙ.
Читайте нас: