Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Ғинуар 2021, 18:30

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Ҡурсаулығыбыҙҙың экологик мәғрифәтселек бүлеге хеҙмәткәре Азамат Мансур улы Байрамғәлин, республиканың балалар-үҫмерҙәр тәрбиәһенә тос өлөш индергәне өсөн, "Аманат" журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡ булды. Был премия 2020 йылда журнал биттәрендә "Тәбиғәткә асыҡ тәҙрә" һәм "Башҡортостан ҡоштары" рубрикаларын уңышлы алып барғаны өсөн уға тапшырылды.

Тәүҙә был рубриканы билдәле яҡташыбыҙ, сығышы менән ҡурсаулыҡ биләмәһендә ятҡан Көмбә ауылынан булған Дамир Мөлкаман улы Шәрәфетдинов алып бара ине. Әммә уның көтмәгәндә вафат булыуы "Аманат" журналы етәкселеге алдына етди бурыс ҡуя. Районыбыҙҙың "Урал" гәзите һәм башҡа республика баҫмалары, тәбиғәткә һәм экологияға бәйле мәҡәләләр авторы - беҙҙең хеҙмәттәшебеҙгә оло бурыс йөкмәтә. Азамат Мансур улы үҙен һынатманы һәм 8 ай эсендә журнал биттәрендә уның тиҫтәнән ашыу мәҡәләһе донъя күрҙе.
Киләсәктә лә, йәш авторҙың Башҡортостаныбыҙҙың ҡоштарына, тәбиғәт ҡанундарына, экологик проблемаларға һәм билдәле тәбиғәт ҡомартҡыларына арналған мәҡәләләре менән ҡыуандырып торорона иманыбыҙ камил.

Айҙар Әлибаев,
Көньяҡ Урал ҡурсаулығының
экологик мәғрифәтселек буйынса
директор урынбаҫары.

Читайте нас: