Мәктәп директоры Венер Вәхит улы Сибәғәтуллин сараны асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, мәктәп һәм ауыл китапханасылары - Әминә Салауатова менән Динә Солтанова ойошторған йәмле лә, йәнле лә сара уҡыусыларҙың музыкаль сығышынан башланып китте. Саҡырылған ҡунаҡтар менән танышып сыҡҡас, Әлиә Марс ҡыҙының тормош юлына байҡау яһалды. Автор “Кәкүк” повесының, “Аҡйөрәк”, “Уртаҡ яҙмыш”, “Тел асҡысы”, “Тел биҫтәһе”, “Тел оҫтаһы”, “Өлөш барҙа үлеш бар”, “Бөркөт”, “Баҫҡыста”, “Уйын” хикәйәләренең яҙылыу тарихы, ҡулына ҡәләм алырға нимә этәреүе, ижад итеү уның өсөн күңел талабы булып тороуы тураһында һөйләне, уҡыусыларҙың уның хикәйәләренә арнап төшөрөлгән һүрәттәре менән таныштырҙы...