Ысынлап та, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, уҙған йылдың август айында Белорет стоматология поликлиникаһында эш башлаған Өфө ҡыҙы ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында үҙен һәләтле, белемле, ипле мөғәмәләле белгес итеп танытты. Медицина өлкәһендә ярайһы уҡ ҡатмарлы ғына йүнәлеште һайлауына йәш табип бер ҙә үкенмәй.
- Иҫ белгәндән өләсәйемә эйәреп уның эш урынына бара торғайным. Ул ғүмере буйы стоматология поликлиникаһының балалар бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләне. Ҙурайғас мотлаҡ теш табибы буласаҡмын, тигән хыял-маҡсат та ана шунда яралды. Әлбиттә, ни ҡәҙәрем ауыр йүнәлеш булыуын аңғартып, балалар теш табибы булыуҙан күптәр кире
өгөтләп маташты - берәүҙе лә тыңламаным. Ҡулға диплом алғас, тәжрибә туплау йәһәтенән ете йәш белгес Белоретҡа юлландыҡ. Һәр яңы нәмә шөрләткәндәй, эш башларҙан бер көн алда ғәйәт “ҡалтыратып” алды: тәүге пациенттарымды ҡабул иткәндә ҡулдарым дерелдәр, баҙап ҡалырмын кеүек ине. Әммә ҡурҡҡан эш - хәйерле, тиҙәр бит, яҡшы тәьҫораттар
менән генә тамамланды ул көн.
Ғөмүмән, балалар - бик үҙенсәлекле пациенттар. Берәүҙәр ҡысҡырып илай, креслоға ултырмай ҡарыша,
кемдер бармаҡты тешләй. Күңел һалған һөнәр булғас, барыһына ла сабыр итәһең, күнәһең икән, - ти Ләйсән Артур ҡыҙы ихлас йылмайып.
Эйе, балаларҙы ирмәк күреп, ихлас ярата ҡыҙ. Үҙенә стоматолог ҡына түгел, һиҙгер күңелле, иғтибарлы психолог булыу кәрәклеген дә ул күптән төшөнгән. Ауырыу теште дауалар алдынан һәр ҡайһыһының ышанысын яулау, йөрәгенә юл ярыу зарур. Бәғзе ваҡыт бер аҙ ҡәтғилек тә күрһәтеп алырға тура килә уға. Артыҡ сөсөләнеү ҙә кемгәлер оҡшамауы ихтимал. Тәүге тапҡыр килгәндәргә теш табибының эше нимәнән ғибәрәт булыуын, теште ни өсөн
дауалар кәрәклеген аңлатыу, атай-әсәйҙәрҙе тынысландырыу ҙа теш табибы иңендә.
- Баланы стоматолог менән ҡурҡытырға ярамай. Әңгәмәләшеп, йәнһүрәттәр ҡарап, алдан уҡ уны был процедураға әҙерләй башлау мөһим. Көсләп, илатып алып килеүҙең фәтүәһе юҡ. Шуның өсөн табипҡа ғына түгел, атай-әсәйҙәргә
лә психолог ролен үтәргә кәрәк. Әйткәндәй, ололар араһында балаларының һөт тештәрен тәрбиәләүгә, дауалауға етди ҡарамағандар ҙа осрай. Тештәр сыҡмаҫ борон уҡ бармаҡҡа кейҙермәле махсус щетка менән теш ҡаҙнаһына массаж яһау, тәүге тештәрҙе йомшаҡ ҡына теш щеткаһы менән таҙартып тороу зарур. 2 йәштәр тирәһендә гель менән
ҡуллана, бәләкәскә үҙаллы теш таҙартырға өйрәтә башларға ла мөмкин. Йәнә, мәлендә дауаланмаған
һөт тешенән инфекция артабан аҙау тештәргә күсеүе ихтимал, хатта ки тештең бөтөнләй һәләк булыуы, бала тешһеҙ ҡалыуы ла бар. Шуның өсөн ваҡытында табипҡа күренегеҙ, юғиһә уларҙы дауалау, тергеҙеү үтә ҡиммәткә төшәсәк.
Кәнфит-шәкәрҙең зыяны тураһында ла онотмайыҡ, балаларҙы тәмлекәстән һуң ауыҙҙы сайҡап ҡуйырға, иртәле-кисле мотлаҡ теш таҙартырға күнектерер кәрәк, - тип файҙалы кәңәштәр менән дә бүлеште йәш белгес.
Өфө - Белорет араһында байтаҡ ҡына саҡрымдар ятһа ла, Эльвира Хәсән ҡыҙы менән Артур Ринат улы ла ҡыҙҙарын һәр йәһәттән хуплап тора.
- Үҙҙәренән йыраҡта булыуыма башта ризаһыҙлыҡ белдерһәләр ҙә, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырып, уңышлы ғына эшләп йөрөүемә атайым менән әсәйем ихлас һөйөнә, - ти Ләйсән.
Коллективтан да уңған кисәңге студенттар. Йәштәрҙе барыһы ла ҡыуанып ҡаршы алған. Остазы Валентина
Некрасоваға айырыуса рәхмәте ҙур Ләйсәндең. Тәжрибәле табип янында ике аҙна стажировка үтеүе былһөнәрҙең нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам иткән. “Валентина Васильевна менән әле бер сменала эшләйбеҙ. Ниндәйҙер һорау килеп тыуһа, шунда уҡ уға мөрәжәғәт итәм. Ғөмүмән, Иҙел башы халҡының ихласлығы, мөләйемлеге, ярҙамсыллығы ҡыуандыра”, - ти Ләйсән һоҡланыуын йәшермәй.
ХӘЙЕР, кеше күңеленә күп кәрәкме ни - геройым ише эшлекле, яҡты йөҙлө, изге ғәмәллеләргә һәр ҡайҙа ла яҡшы мөнәсәбәт тыуа. Үҙ сиратыбыҙҙа, Ләйсән һылыуҙы һәм барлыҡ теш табиптарын Халыҡ-ара стоматолог көнө айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ! Ауыр эшегеҙҙә тик уңыштар ғына насип булһын!