Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Февраль 2021, 14:00

Ир аҫылы һәр саҡ сафта

Ватанды һаҡлаусылар көнө көс, батырлыҡ, мәрхәмәтлелек һәм Тыуған илгә ҡарата Һөйөү байрамын хасил итә. Тыуған иле алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәгән ир-егеттәр, яу ҡырында уны дошмандарҙан ҡурсалаған яугирҙар “Ватан” һүҙен ҡабатлағанда тыуған ерен, ата-әсәһен, балаларын, ғаиләһен күҙ алдына баҫтыралыр. Эйе, улар өсөн был төшөнсә үтә лә тәрән мәғәнәгә эйә һәм ҡаһарман ил һаҡсылары беҙҙең, илебеҙҙең алдында һәр саҡ яуаплылыҡ тойоп йәшәй. “Дозор” запастағы яугир-разведчиктарҙың урындағы йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ла һалдат мәктәбен үтеү менән генә сикләнеп ҡалмаған, изге ғәмәлдәре, үрнәкле эштәре менән ғорурлыҡ тойғоһо уятып йәшәй.

“Дозор” ойошмаһы 2015 йылдың 5 ноябрендә урындағы йәмәғәт ойошмаһы булараҡ барлыҡҡа килгән. Тап ошо, хәрби разведчиктар көнөндә Еңеүҙең 40 йыллығы скверында уларҙың монументы ҡуйыла. Ойошма рәсми рәүештә Юстиция министрлығында 2019 йылдың 29 майында теркәлгән. Был идеяны ойошманың бөгөнгө көндәге етәксеһе Денис Валитов тәҡдим итә. “Мин разведка подразделениеларында башта Свердловск өлкәһендә, унан Тажикстан Республикаһында хеҙмәт иттем. Ватан алдындағы бурысымды үтәп ҡайтҡас, һөнәрем буйынса ҡаланың 20-се мәктәбендә эшләп алдым. Шул осорҙа мәктәптең кадет класы (ул ваҡытта X-XI кластар) уҡыусылары менән эшләй
башланым, бер аҙҙан мәктәп янында “Честь” хәрби-патриотик клубын ойошторҙом. Тик әрме йылдарында хәрби разведкаға ҡарата барлыҡҡа килгән, йылдан-йыл нығына ғына барған тоғролоҡ тойғоһо тынғы бирмәне. Һәр саҡ уларға арналған ниндәйҙер иҫтәлекле знак йәки монумент ҡуйыу тураһында хыялландым. Яйлап район-ҡалалағы разведчиктарҙы эҙләй башланым. Был эште, хәрби комиссариатта уларҙың исемдәре йәшертелгән булғанлыҡтан, дуҫтарым, таныштарым аша атҡарҙым. Шулай итеп, 12 кешенән торған төркөм булдырҙыҡ һәм монумент ҡуйырға урын һорап район хакимиәте исеменә хат менән мөрәжәғәт иттек. Үтенесебеҙгә ыңғай яуап алғас, тиҙ арала аҡса йыйып, хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырып та ҡуйҙыҡ”, - тип бәйән итә Денис Анатольевич.
Бөгөнгө көндә ойошмала 47 кеше иҫәпләнә. Денис Валитов, Максим Осокин, Сергей Ларин, Дмитрий Соловьев, Степан Осипов, Ратмир Әҙелмырҙин, Андрей Солонинкин, Андрей Журба, Данил Сөләймәнов,
Дмитрий Капитонов, Евгений Кузнецов, Валерий Куликов, Рәмил Әхмәтов, Александр Севостьяновтар ниндәй генә сарала ла иң әүҙемдәре һәм өлгөрҙәре һанала.
“Дозор” ағзалары ойошма барлыҡҡа килгән көндә үк үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреүҙе, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, спортҡа ылыҡтырыуҙы үҙҙәренең маҡсаты итеп ҡуйған. Егеттәр ҡаланың Сабыйҙар йортона дүрт йыл дауамында (ябылғанға тиклем) шефлыҡ итә, ниндәй генә байрам булмаһын, бүләктәр, күстәнәстәр тотоп улар янына ашыға. Сабыйҙар йортона йыш барғас, кескәйҙәр уларға өйрәнеп бөтә, һәр ҡайһыһын танып, шатланып ҡаршы алалар. Хатта шундай ваҡиға ла була: Кавказда хеҙмәт иткән, Кавказ компанияһы ветераны Степан Осиповҡа 3 йәшлек ҡыҙ гелән “атай” тип өндәшә. ғай яуап алғас, тиҙ арала аҡса йыйып, хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырып та ҡуйҙыҡ”, - тип бәйән итә Денис Анатольевич.
Кескәй ҡыҙсыҡтың уны көтөп алыуын, күҙ йәштәрен түгеп оҙатып ҡалыуын күреү уға еңел булмай, әлбиттә. Был хәл ике йыл дауам иткәндән һуң, тормош иптәше менән кәңәшләшкәс, сабыйҙы ҡыҙлыҡҡа алалар...
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 16-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: