Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Март 2021, 17:50

Беҙгә - ҡояш, һулар һауа, һин - донъяның тотҡаһы...

Ҡатын-ҡыҙҙың ысын матурлығы, иң элек, уның күңел донъяһы аша сағыла, тиҙәр. Эйе, улар биргән хәстәр, наҙ-мөхәббәт, дәрт-дарман гүзәл затты йәнә лә һөйкөмлөрәк, нәфисерәк итә. Зәңгәр күҙле, һомғол буйлы, ҡояштай балҡып торған бөгөнгө һылыуыбыҙ - Илзиә МӨХСИНОВА менән танышып, уның күңел сөңгөлдәрен байҡағас, әлеге һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанмайса ла булмай.

Хәйер, Инстадонъяла үҙен әүҙем блогерҙарҙың береһе итеп танытҡан Илзиәне белмәгәндәр һирәктер. Көн дә яҙылыусыларын тәмле торт-бәлештәре, ымһындырғыс аш-һыуҙары, зауыҡлы ҡул эштәре, позитив ҡарашы, сәләмәт йәшәү рәүеше менән һоҡландырған сибәркәйҙең тормошон бөгөнгө көндә 5000-гә яҡын кеше күҙәтә...
Сығышы менән Уҫманғәле ауылынан ул. Фәниә Вәхит ҡыҙы һәм Хәлфетдин Фәрхетдин улы Исламовтарҙың ишле ғаиләһендә буй еткергән. Эшкә талымһыҙ, фиҙаҡәр, донъя көтөргә, биш баланы кәм-хур итмәй, матур тәрбиә-белем бирергә тырышып торған атай-әсәй һәр сабыйына тормошҡа, кешеләргә ҡарата мөхәббәт, илтифатлыҡ, эшһөйәрлек кеүек матур сифаттар һеңдергән.
- Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ ғүмер буйы яуаплы эштәрҙә эшләнеләр. Атай урман хужалығында, тимер юлында етди вазифалар йөкмәһә, әсәй иһә мәғариф өлкәһенә хеҙмәт итте. Иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе эштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙҙе, дүрт ҡыҙҙы һәм бер уланды, үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәргә, эш-көштөң рәт-сиратына төшөнөп үҫергә, үҙаллылыҡҡа өйрәтте улар, - ти Илзиә ғәзиздәренә рәхмәт уҡып.
Әсәнән күргән - тун бескән, Фәниә Вәхит ҡыҙының өлгөрлөгө, ҡул эштәренә, аш-һыуға маһирлығы, ана, ҡыҙҙарына ла бирелгән.
- Әсәйебеҙ һәләк шәп хужабикә, уның буш ултырған сағын күрмәҫһең. Әле һаман күҙ алдымда: кискеһен эштән ҡайтып инер ҙә, йәһәт кенә ҡамырын ҡалҡытып, мейескә биш таба икмәк тығыр ине. Үҙе шул арала көйләй-көйләй ойоғон да бәйләп ҡуя. Мин инде уның янында бөтөрөләм: әле бәйләм тотам, әле ҡалҡҡан ҡамырҙан татлы күмәстәр әүәләйем... Апайҙарым ситтән уҡыуҙан ҡайтыуға тырышып-тырмашып донъя таҙартам, мунса яғам, тәм-том бешерәм... Өйҙәгеләр мине, әй, маҡтаған була, мин уның һайын оторо дәртләнеп китәм, - тип бала саҡ хәтирәләрен барлай геройым.
Һәр йәһәттән егәрле, оҫта һылыуҙың ниндәй һөнәр эйәһе булыуы ла ҡыҙыҡһындыра торғандыр гәзит уҡыусыларҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә Илзиә. Тик ауылдан сығып өйрәнмәгәнгәлерме, был тарафтар үтә сит тойола уға... Шулай икеләнеп йөрөгәндә, дуҫы Ринаттың кәңәшен тотоп, Өфө тимер юл техникумына уҡырға барырға ҡарар ҡыла. Теләген өйҙәгеләр ҙә хуплап ҡала...
Ҡулына диплом алған йәш белгес Белорет тимер юл станцияһында хеҙмәт юлын башлай. Татлы энергия участкаһында эшләп йөрөгән Ринат та, тәҡдим буйынса, диспетчер булып “Белорет электр селтәрҙәре” йәмғиәтенә эшкә килә. Бер-береһенә ярҙамға ашҡынып торған ике йәш кеше араһында тора-бара йылы хистәр ярала...
- Ипле генә Межгорье егетенең үҙемә күңел һалып йөрөгәнен тоймағанмын да хатта. Белоретҡа килеп, ярайһы уҡ ҡатмарлы эшкә урынлашыуының да сәбәбе мин булғанмын, имеш. Өс йыл тирәһе эшләгәндән һуң, Ринат менән өйләнешеп, Белоретта төпләндек. Бер-бер артлы Динәбеҙ, Сафиябыҙ тыуҙы. Ғаилә, йорт хәстәренә сумып, “декрет ялы”м шулай хәтһеҙ йылдарға һуҙылды, - ти күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнатып әңгәмәсем.
Әсәлек бәхетен татыуҙы йәйғор төҫтәрен балҡытҡан сағыу, үҙенсәлекле донъяға ишек асыуға тиңләй Илзиә. Быға тиклем ойоп ятҡан әүәҫлектәренең дә, ана, ниһайәт, мөҙҙәте етә. Интернет селтәрендәге оҫталыҡ дәрестәренән япон ҡул эше төрө һаналған канзаши техникаһын үҙләштереп, таҫманан сәс ҡыҫтырғыстар, резинкалар яһай, ҡупшы итеп ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, стилләштерелгән һаҡал-селтәрҙәрен эшләй. Аш-һыуға маһирлығы ла тынғы бирмәй үҙенә - тәмле итеп торттар, бәлештәр бешерергә өйрәнә. Әйткәндәй, торт бешереү, шоколадтан фигуралар ҡойоу буйынса курстар үтеп, уҡып ҡайтырға ла иренмәгән. Был йәһәттән артабан да белемен камиллаштырырға ниәтләй ул.
- Теге йәки был тәғәмде нисек әҙерләүемде, бәйләм бәйләүемде видеоға төшөрөп, Инстаграмдағы сәхифәмә һалам. Торт-бәлештәрҙең рецептары, биҙәк схемалары менән ҡыҙыҡһыныусылар, шул уҡ мәлдә үҙҙәренеке менән уртаҡлашыусылар байтаҡ ҡына, - ти геройым.
Аш бүлмәһенән сығышмай ғаиләһен, яҡындарын көн дә тәмлекәстәр менән һыйлауына ҡарамаҫтан, биле нескә, буйы зифа Илзиәнең. Һәр иртә һайын, балаларҙың кемеһен балалар баҡсаһына, кемеһен мәктәпкә илтеп ҡуйыу менән, стадионға ашыға ул. Ҡыштарын саңғыла йөрөһә, бассейнда йөҙһә, йәй иһә йүгереү менән шөғөлләнә. Кешегә мотивация, стимул булһын тип, сәләмәт тормош рәүешен үҙ блогында яҡтырта. Үҙенә эйәргәндәр ҙә бихисап хәҙер. Киләсәктә Белорет ҡыҙҙары менән берләшеп, марафондар ойоштороу, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар клубы асырға ла ниәттәре бар...
Бала тәрбиәләү йәһәтенән һүҙ сыҡҡас та әңгәмәсем баҙап ҡалманы: “Сабый күңеле губка төҫлө - нимә күрә, ишетә, шуны һеңдерә бара. Шуға ла балаларҙы ҡоро өгөт-нотоҡтар менән түгел, ә үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, телефон-телевизорға текәлеп ултырырға ирек бирмәй, бергәләп саф һауала йөрөйбөҙ, һөйләшә-көлөшә йәйәүләп мәктәптән, балалар баҡсаһынан ҡайтабыҙ, тәм-том бешереп, күмәкләп кухняла мәж киләбеҙ”. Әйткәндәй, Мөхсиновтарҙан бөркөлөп торған милли рух шунда уҡ күҙгә ташлана. Ҡала мөхитендә саф башҡортса аралашҡан, “әсәй”, “атай” тип өҙөлөп торған, эш рәтен белгән балалар үҙҙәре үк ихтирам уята.
Шөкөр, ҡатын-ҡыҙ бәхетенә һәр яҡтан тейенгән Илзиә. Тормош иптәше һуң үҙен ҡайһылай яратып, хөрмәт итеп тора! Хәйер, ваҡыт үткән һайын Илзиәнең дә үҙе кеүек эшһөйәр, ҡара тырыш, инсафлы, иманлы, ғәжәп бөхтә хәләленә ҡарата мөхәббәте арта ғына бара...
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 5 март һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: