Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Март 2021, 12:54

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул…

Үҙ эшеңде асыу, сауҙа, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙеңде һынап ҡарарға һәр кем өсөн юл асыҡ, әммә, был эш төп килем сығанағына әйләнгәнсе, алдыңа алған бурыстарҙы еңеп сығыр өсөн бихисап проблемалар, мәшәҡәттәр аша ла үтергә тура килә. Шул саҡта баҙап, бирешеп ҡалғандар иңдәрендәге “йөктө” күтәрә алмай, ситкә ташлап ҡуя. Эйе, тырыштыҡы замана. Ситтән ҡарауға ғына еңел кеүек күренһә лә, кескәй генә кибет тотоу өсөн дә әллә күпме көс һәм ихтыяр кәрәк. Йөйәк ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Дилара ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВАның магазинға өҫтәп икмәкхана ла асып ебәреүен ишеткәс, маҡсатлы ханым менән әңгәмәләшергә юлландыҡ:

► Дилара Закир ҡыҙы, үҙ эшегеҙҙе асыу теләге һәм был уйҙы тормошҡа ашырыу нисек килеп сыҡты?
- Сер түгел, барыһы ла ауылдағы эшһеҙлек мәсьәләһе менән бәйле. Һәр кем етеш, башҡаларҙан кәм-хур булмай йәшәргә, балаларын уҡытып, кеше итергә тырыша. Мин башта бер нисә йыл Магнитогорск ҡалаһынан өҫ-баш кейемдәре алып ҡайтып сауҙа иттем. Был эш күңелемә ярап ҡалғас, өҫтәүенә ғаилә бюджетына ла ярайһы ғына килем килтергәс, ауылда магазин асыу теләге тыуҙы. Шулай итеп, 2001 йылда ауылда аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡтар магазинын асып ебәрҙек. Шлаклы бетондан торған бинаны төҙөргә ике яҡлап та туғандарыбыҙ ярҙам итте. Магазинда Гөлсәсәк Илдар ҡыҙы Исхаҡова, Айгөл Закир ҡыҙы Баһаутдинова һәм мин алмашлап эшләйбеҙ. Айгөл һеңлем эш башлағандан алып төп ярҙамсым. Эш булғас төрлө хәлдәр, проблемалар ҙа килеп сыға, шул саҡтарҙа ул миңә терәк тә, таяныс та, һүҙ менән йыуатыусы, дәртләндереүсе лә.
► Магазин асыу менән сикләнмәгәнһегеҙ, яңыраҡ икмәкхана ла асып ебәргәнһегеҙ. Был йөйәктәр өсөн ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың береһе булғандыр. Кемдең яңы ғына бешкән, етмәһә ҡомалаҡтан әҙерләнгән, күпереп бешкән икмәк һатып алып ашағыһы килмәҫ?!
- Икмәк бешереп һатыу итеү теләге бер йыл тирәһе элек яралғайны. Йәй етһә, ауылға туристар күпләп килә. Ситтән килгән кешенең урындағы икмәкте тәмләп ҡарайһы киләлер инде, магазинға ингән бере тиерлек: “Местный хлеб есть?” - тип һорай. Ҡала кешеһенә ауыл икмәге ифрат танһыҡ аҙыҡ. Хәҙер кешенең өйҙә икмәкте һирәк һалыуын да иҫәпкә алып, икмәкхананы асырға ҡарар иттем. Ҡәйнешем Марс Ишмөхәмәт улы Мансуров бер аҙна эсендә өйөбөҙ янында уға тәғәйен һигеҙгә-һигеҙ бинаны төҙөп тә бирҙе. Рәхмәт уға! Тиҙ арала тейешле йыһаздарҙы урынлаштырып, бар нәмә әҙер булғас, эш тә китте.
Икмәк бешереү ҡорамалдары өр-яңы. Бер бешергәндә 60 икмәк һыйырлыҡ мейесебеҙ бар. Икмәк бешереүселәребеҙ - Фәнүзә Ғилмибаян ҡыҙы Сәйғәфәрова менән Нәйлә Тимер ҡыҙы Закирова көнөнә ҡомалаҡтан 100-ҙән ашыу өс төрлө икмәк бешерә. Бынан тыш бәлештәр, пицца кеүек төрлө ҡамыр аҙыҡтарын да һатыуға сығарабыҙ. Аяттарға, ҡунаҡтарға ла заказдар буйынса бешерәбеҙ. Етештергән ризыҡтарыбыҙҙы башҡа магазиндар ҙа ихлас ҡабул итә.
►Шәхси эшҡыуарҙың ғаиләһенә ваҡыты ҡаламы?
- Аҙнаның бер көнөн мотлаҡ ғаиләмә бағышлайым. Ҡатын, әсәй, өләсәй булараҡ йорт мәшәҡәттәре менән булышыу, ейән-ейәнсәрҙәр наҙын тойоу миңә лә танһыҡ һәм кәрәк тә. Ғаиләм һәр ваҡыт терәк-таяныс булып тора, көс-дәрт, дарман бирә. Тормош иптәшем Салауат Шәрифулла улы менән өс баланы тәрбиәләп, уҡытып, оло тормош юлына сығарҙыҡ. Юлиә ҡыҙыбыҙ менән Илдар улыбыҙ ғаиләләре менән Өфөлә йәшәһә, кесе улыбыҙ Илнур Айгөл киленебеҙ менән ауылда, бер йортта донъя көтәбеҙ. Мал-тыуар, ҡош-ҡорттан тыш, 26 баш умарта ла тотабыҙ...
Әңгәмәнең тулы вариантын гәзиттең 19-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: