Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Март 2021, 13:30

Тәнгә сихәт бирер эсемлек

Белорет ҡалаһында йәшәгән Венера БАЙЕГЕТОВА ла инде бер йыл тирәһе буҙа ҡойоу менән шөғөлләнә...

Халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарының береһе буҙаның нервы системаһы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, ашҡаҙан-эсәк, бауыр, бөйөр, үт ҡыуығы сирләгәндә үтә лә файҙалы булыуы мәғлүм. Мәҫәлән, һоло бөртөктәре составында аҡһым, крахмал, май, А, Вх, В2, Е витаминдары, сапониндар, гликозидтар, минерал тоҙҙар һәм башҡа биологик актив матдәләр бар, айырыуса С витамины күп. Һуңғы йылдарҙа был шифалы милли эсемлеккә ҡарата иғтибар артыуы, буҙа байрамдары үткәрелеүе ҡыуандыра, уны күпләп етештереп һатыуға сығарыусылар ҙа бар. Белорет ҡалаһында йәшәгән Венера БАЙЕГЕТОВА ла инде бер йыл тирәһе буҙа ҡойоу менән шөғөлләнә:
- Буҙаны эшләү тәртибен бала саҡта әсәйемдән күреп өйрәнгәйнем. Әле лә ошо рецепт буйынса ҡоям. Әүәле ҡунаҡ килгәндә йәки байрамдар ваҡытында ғына эшләй инем. Туғандар, таныштар яйлап һатыуға сығарырға тәҡдим иткәс, Бәйләнештә селтәрендәге сәхифәмә бәләкәй генә иғлан бирҙем һәм шунда уҡ һатып алыусылар табылды. Өфө яҡтарынан да шылтыратып һорайҙар, әммә әлегә транспорт мәсьәләһе ҡамасаулай. Матур, төҫлө этикеткалар эшләтеп, баш ҡала кешеләренә лә илтеп еткереү тураһында уй юҡ түгел.
Көнөнә 15 литр самаһы буҙа һатыуға китеп тора, хәҙер инде үҙемдең клиенттарым бар тип әйтергә була. Уларҙың күбеһе эсәк-ҡарын ауырыуҙарын буҙа эсеп дауалап алыуҙары, эсемлектең шифаһын тойоуҙары тураһында белдерә. Тик уның сихәте бер тапҡыр эскәндән генә булмай, даими рәүештә ҡулланыу зарур. Йәнә ул бик туҡлыҡлы еңел ризыҡ. Буҙаны эскән һайын һапырып, болғатып торорға кәрәк, ул саҡта тағы ла тәмлерәк була. Уны әҙерләү рецебы төрлө, һәр кем үҙенә оҡшағанса ҡулайлаштырып эшләй. Мин 3 литр һыуыҡ һыуға, 0,7 литрлыҡ банка менән “Геркулес” ярмаһы һалып, ун минут тирәһе бүрткәнсе ултыртып торам. Унан 1 ҡалаҡ аҡ май (йәки боронғоса 200-300 грамм малдың эс майы) һалып һүрән генә утта, бер туҡтауһыҙ болғап тороп, 1 сәғәт ҡайнатып алам. Бер аҙ һыуығас, кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша һөҙгәс, өй температураһында һыуытырға ҡуям. Һыуыған һөҙөнтөгә 1 стакан самаһы әсетке (бынан алда эшләгән буҙа) йәки 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп болғағас, тәүлеккә йылымыс урынға ултыртам. Әгәр ҡымыҙ ҙа, әсегән буҙа ла булмаһа, ярты балғалаҡ әсетке ҡушырға була. Әҙер буҙа ҡуйы ғына, әскелтем, иретелгән һары май төҫөндә була. Күперектәр буҙаның төбөнә тиклем төшөп, бызырлап торорға тейеш. Артыҡ ҡуйы булһа, ҡайнап һыуытылған һыу өҫтәйем. Бер аҙ мәшәҡәтлерәк булһа ла, телеңде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеген
әҙерләүҙән ләззәт алам, - ти Венера Сәһел ҡыҙы...
Мәҡәләнең туоы варианты гәзиттең 19-сы һанында.
Читайте нас: