Күңелдәренә ятҡан эштәренә бар талантын, йөрәк йылыһын һалып, шунан йәм табып шөғөлләнгәндәр күп. Ололар элек-электән мәшғүл булһа, йәштәр ҙә уларҙан ҡалышмай.
Районыбыҙ талантлы һәм ижади кешеләргә бай. Шундай яҡташтарыбыҙҙың һөнәрҙәрен күреп, хайран ҡалаһың.
Һүҙем маһирлығы менән әйләнә-тирәһендәгеләрҙе һөйөндөргән, күҙ яуын алып торған йәмдәр тыуҙырған оҫта тураһында. Уның алтын ҡулдары арыу-талыу белмәй: тегә, сигә, тәмле ризыҡ бешерә.
Уҫманғәле ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә ҡалала йәшәгән Шәрәфетдинова Әлфиә Фәрит ҡыҙы тышҡы сибәрлеге менән генә түгел, эске матурлығы менән дә һоҡланыуға лайыҡ. Шул илаһи матурлығы урғылып сығып, ҡул эштәренә күсәлер, тип уйлап ҡуяһың.
- Ауылда балалар баҡсаһы булмағас, әсәйҙәр эштә саҡта өләсәйҙәрем ҡараны.
Дауамын гәзитебеҙҙең 19-сы һанында уҡығыҙ.