Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Март 2021, 16:00

Йөрәгендә - дәрт, күңелендә - илһам

Күңелгә дәрт-илһам бирер шөғөлөң йәшәү мәғәнәһенә әйләнгәндә, үҙеңде - бәхетлерәк, тормошоңдо бәрәкәтлерәк тояһың. Был осраҡта һинән урғылған ҡот, ыңғай энергетика әйләнә-тирәләге донъяны, кешеләрҙе лә сәғәҙәтле, игелекле итергә һәләтле. Эйе, күңел биреп башҡарған эш-ғәмәлдәрҙе генә йөрәк шулай эскерһеҙ ҡабул итә, әйтәгүр.

Ун биш йылға яҡын район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып, төйәктең танылыу яулаған “Тау шишмәһе”, “Россияночка”, “Тайран” халыҡ вокаль ансамблдәренә уңышлы етәкселек иткән, быйылдан иһә иңенә мөдир вазифаһын артмаҡлаған Илүзә Нәбип ҡыҙы Ҡәләмова ла күңел талабын үҙ һөнәрендә тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алған. Хәйер, йыр-моңға, сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ ғаиләлә буй еткергән һылыуҙы башҡа йүнәлештә күҙ алдына килтереп тә булмай.
- Сығышым менән Учалы районы Комсомольск ауылы ҡыҙымын. Музыка менән бала саҡтан шөғөлләнәм. Ғөмүмән, беҙҙең ғаиләлә сәнғәтте үҙ итмәгән кеше юҡ. Атайыбыҙ Нәбип Хәмит улы совхоз заманында ойошторолған бейеү ансамблдәренең солисы булған. Ғүмере буйы сауҙа эшендә эшләгән әсәйебеҙ Әминә Талха ҡыҙы ла йыр-моңһоҙ тора алмай. Өлкән апайым Фәнүзә менән музыка мәктәбендә уҡыныҡ: ул - аккордеонда, мин фортепианола шөғөлләндек. Уртансыбыҙ Әлфизә иһә бейеү сәнғәтен үҙ итте. Әйткәндәй, Фәнүзә апайым бөгөнгө көндә Комсомольск музыка мәктәбендә директор вазифаһын башҡара, - ти сәнғәткә һалынған юл башы тураһында Илүзә Нәбип ҡыҙы.
Музыка мәктәбен уңышлы тамамлаған ҡыҙ IX кластан һуң, уйлап та тормай, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының хор менән дирижерлыҡ итеү бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес Инйәрҙең 1-се, 2-се мәктәптәрендә музыка уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
- 2005 йылда бер аҙ Учалы районының Ҡорама ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп алдым. Кейәүгә сығып, улым тыуғас, беҙҙе, ике йәш музыкантты, яңы ғына асылған Инйәр район мәҙәниәт йортона эшкә саҡырҙылар... Шулай итеп, 2008 йылдан алып ошо мәҙәни усаҡта художество етәксеһе вазифаһын атҡарам. Минең ҡул аҫтымда өс ижади коллектив - “Тау шишмәһе”, “Россияночка”, “Тайран” халыҡ вокаль ансамблдәре эшләп килә. Рус халыҡ йырҙарына, таҡмаҡтарына өҫтөнлөк биргән “Россияночка” 2006 йылда ойошторолған. Уның тәүге художество етәксеһе - Азалия Фуат ҡыҙы Закирова. 2010 йылда минең башланғыс менән йәнә бер ижади коллективҡа - “Тау шишмәһе” вокаль ансамбленә нигеҙ һалынды. 2011 йылда иһә өс ҡатын-ҡыҙҙан торған “Тайран” вокаль ансамбле барлыҡҡа килде, - ти
геройым район мәҙәниәт йортонда эш
башлаған осорҙо барлап.
Әйтергә кәрәк, төрлө һөнәр эйәләрен туплаған ижади коллективтарҙа махсус музыкаль белемлеләр, ғөмүмән, юҡ. Шулай ҙа, күңел талабын ҡандырырға теләгән йыр-моң һөйөүселәрҙе берләштергән ансамблдәрҙең һәр
сығышы оло баһаға лайыҡ...
Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең 26 март һанында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: