► 17 апрель - Эске эштәр министрлығының эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнөнә ҡарата
Эске эштәр органдарында 26 йыл вазифалы урында эшләп хаҡлы ялға киткән отставкалағы милиция подполковнигы Иршат Фәйзуллин һөнәри байрамы көнөндә оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегаларын хәтерләп, үткәндәргә байҡау яһай.
Иршат Нурфәиз улы Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуып үҫә. Мәктәптән һуң автомәктәптә уҡып “С” категориялы водитель таныҡлығы алып сыға. Кавказ аръяғында ике йыл Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Баймаҡ АТП-һына водитель булып эшкә урынлаша.
- Атайым Эске эштәр министрлығының район бүлексәһендә эшләгән осор ине. Бер көн өйгә килгән “Совет милицияһы” журналының һуңғы битендә Эске эштәр министрлығының Орлов махсус милиция мәктәбендә дзюдо секцияһы асылыуы һәм уҡыусылар ҡабул ителеүе тураһында иғлан күреп ҡалдым. Атайымдың ризалығын алғас, 1981 йылда шунда уҡырға индем. Ике йыл уҡыу осоронда спорт менән ныҡлы шөғөлләнеп, дзюдо буйынса спорт мастеры кандидаты булыуға ирештем. Уҡыуҙы тик “бишле” билдәләренә генә тамамлағас, Белорет йәки Баймаҡ ҡалаһына эшкә барыуҙы һайлау мөмкинлеген бирҙеләр. Йәш, дәртле саҡ булғанғалыр, ауырыраҡ юлды һайланым, - тип хәтерләй йәшлек йылдарын Иршат Нурфәиз улы.
Шулай итеп, 1983 йылда ул ЮХХДИ-ның Белорет районы буйынса бүлегенең юл патруле хеҙмәтенә взвод командиры итеп тәғәйенләнә. 1989 йылда Эске эштәр мин и с т р л ы ғ ы н ы ң Екатеринбург юғары мәктәбенең “Хоҡуҡ белгесе” бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Намыҫлы, тырыш хеҙмәткәр 1998 йылда ЮХХДИ бүлегенә начальник вазифаһына күсерелә һәм 2009 йылда хаҡлы ялға киткәнсе шунда эшләй.
Отставкалағы милиция подполковнигы Иршат Фәйзуллин күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының, районҡала хакимиәтенең күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары,
Рәхмәт хаттары менән наградланған. “Эске эштәр министрлығында өлгөлө һәм маҡтаулы хеҙмәте өсөн” I, II, III дәрәжә, “Эске эштәр министрлығының 200 йыллығы” миҙалдары, “ЮХХДИ-ла өлгөлө хеҙмәте өсөн” I, II дәрәжә (алтын һәм көмөш), “Енәйәтселек менән көрәшкәне өсөн” билдәләре иһә уның ауыр һәм яуаплы хеҙмәтенә оло баһа булып тора.
Тормош иптәше, Баймаҡ ҡыҙы Гөлниса Бирғәле ҡыҙы менән Рөстәм һәм Әлиә исемле балалар үҫтереп, икеһенә лә юғары белем биргәндәр. Хәҙер инде улар оло тормош юлына аяҡ баҫып, үҙ ғаиләләрен ҡорған.
“Атайым юлынан китермен тип уйламай торғайным. Әммә мин үҙемде эске эштәр хеҙмәтендә таптым, эшемде яраттым тип әйтә алам. Коллектив һәр ваҡыт татыу, бер-береһенә ярҙамсыл булды. Беҙҙе хатта республика буйынса өлгө итеп ҡуя инеләр. Коллегаларым мине исем-шәрифем менән түгел, Командир тип йөрөттөләр (йылмая). Һәр эштең ауырлығы була, беҙ ҙә уларҙы берҙәм булыуыбыҙ менән еңеп сыға
килдек.
Төп эшемдән хаҡлы ялғас киткәс, етәкселәрҙең үтенесе буйынса ике йыл АТП-ла начальник булып эшләп алдым. Эшләгән осорҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләмә тейешле кимәлдә ваҡытымды бүлә алманым. Хәҙер инде 1 ейәнсәргә, 3 ейәнгә олатай булыу бәхетен татып, һәр көнөмдө ғаиләм, туғандарым менән кинәнеп үткәрәм”, - ти Иршат Нурфәиз улы.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.