Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Апрель 2021, 11:35

Үрнәк булырҙай остаз

Аҡ ҡағыҙға төшкән һүҙҙең ҡөҙрәте, кеше аңына көслөрәк тәьҫир итеүе бер кемгә лә сер түгел. Баҫма һүҙҙә - яуаплылыҡ, ҡанун, быуаттар артылыр тарих, үлемһеҙ әҙәби классика. Һәм бөгөн, һанлы технологиялар заманында ла, ул үҙ көсөн, әһәмиәтен юғалтмаған. Хәйер, бер быуаттан артыҡ һис өҙлөкһөҙ эшләп килгән Белорет ҡала типографияһы үҙе үк быға дәлил.

Эйе, заман менән бер ҡатар полиграфия продукцияһы ла ассортиментын байыта, камиллаша ғына бара. "Урал", “Белорецкий рабочий” гәзиттәре редакциялары менән бер рәттән, Башҡортостан Республикаһы “Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң Белорет мәғлүмәт үҙәге филиалы составына ингән Белорет ҡала типографияһы бөгөн гәзит-журналдар, буклет һәм этикеткаларҙан тыш, сувенир һәм реклама продукцияһын, фото баҫтырыуҙың һәр төрөн тәҡдим итә. Сығарылыш уҡыусылары өсөн тәғәйен альбом-папкалар, календарҙар, ҡотлау асылмалары, саҡырыу ҡағыҙҙары, блокноттар, стикерҙар, визиткалар, грамоталар, магнитлы сувенирҙар, тәү сиратта, сифаты, зауыҡлығы менән айырылып тора. Шәхси заказдар буйынса әҙерләнгән календарҙар, туй альбомдары, ғаилә китаптары ла ҙур һорау менән ҡулланыла. Әйткәндәй, боронғо китаптарҙы яңыртып төпләү, хатта ки ҡайтанан тергеҙеү мөмкинлеге лә бар бында.
Типография коллективының, нигеҙҙә, үҙ эшен белгән тәжрибәле, яуаплы, хеҙмәткәрҙәрҙән тупланыуы иһә - предприятиеның уңышлы эшмәкәрлеген тәьмин итер иң төп фактор.
- Беҙҙә осраҡлы кешеләр юҡ, һәр хеҙмәткәр - бына тигән шәп белгес, үҙ һөнәренең оҫтаһы. Мәҫәлән, өс тиҫтә йылға яҡын типографияға алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткән фиҙаҡәрҙәрҙең береһе - Лариса Абдрахманованы ғына алғанда ла, полиграфия эшен бар нескәлегендә белә. Хеҙмәтен теләп, яратып башҡарыуы, яуаплылығы, тилберлеге менән был өлкәлә эш башлап торған йәштәр өсөн үрнәк булырҙай остаз ул, - ти Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлнара Мөхәмәтғәлина.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 20 апрель һанында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: