Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Апрель 2021, 17:30

Нескә билкәйҙәрен һығылдырып, өҙә баҫыуҙары ни тора!

Йөрәгеңде талпындырып, осондороп торған тәбиғи һәләтте, ижади дәртте күңел төпкөлдәрендә тыйып тотоу мөмкинме икән?! Юҡ, әлбиттә. Бер ниндәй матди ҡиммәттәр ҙә күңел ҡортон ҡәнәғәтләндерер, йыуаныс бирер эш-шөғөл менән тиңләшә алмай. Ҡарышыу иһә, эске аһәңлектән, күтәренке халәттән, үҙеңә генә хас сағыу донъянан ваз кисеү тигән һүҙ...

... “Минең дә сәхнәгә сыҡҡым, бейегем килә!” - Өс йәше тулыр-тулмаҫ көйө әсәһе менән атаһы, Илмир ағаһы артынан үҙһүҙләнеп сәхнәгә атлыҡҡан кескәй Розалияның ҡылыҡтарын әле һаман иҫләп көлә өлкәндәр. Әберкәле күлдәк, тәңкәле бишмәт кейеп, сәс остарындағы сулпыларҙы сыңлатып, тамашасылар алдында күбәләктәй өйрөлгән бер остоҡ ҡыҙыҡайҙың бөтөн булмышы менән сәнғәт кешеһе булыуы әле шул ваҡытта уҡ асыҡ төҫмөрләнгәндер...
Һүҙем - бихисап мәртәбәле конкурстар лауреаты, ҡала Мәҙәниәт һарайының оҫта бейеүсеһе Розалия ШӘҒӘЛИНА-
ҒӘЙФУЛЛИНА тураһында. Үткәл ауылының һәүәҫкәр артистары - Гүзәл һәм Иршат Шәғәлиндарҙың йырлы-моңло ғаиләһендә буй еткергән һылыуҙың ҡасандыр бала саҡ хыялынан баш тартыуы, бейеү сәнғәтенә урау юлдар аша килеүе хатта ки сәйер тойола.
- Мәҙәни донъя нисек кенә ылыҡтырмаһын, ун беренсе кластан һуң Өфө финанс-иҡтисад колледжына уҡырға индем. Бер үк мәлдә, ситтән тороп, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалында ла белем алдым. Колледждың бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеп, концерттар менән сығыш яһағанда, конкурстарҙа ҡатнашҡанда уҡ һайлаған һөнәремдең үҙемә төптө ят булыуын, бейеүгә булған һөйөүҙең ни ҡәҙәр көслө икәнлегенә төшөнгәйем инде. Шулай ҙа, бер башлағас, уҡып бөттөм. Хатта ярты йыл самаһы Өфөлә һалым хеҙмәтендә эшләргә өл-
гөрҙөм. Үҙем баш ҡалала уҙған бер концертты ла ҡалдырмайым. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт акаде-
мия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығыштарын ҡараған һайын күңелем
тулып, илап ултырам. Ана шул мәлдә, юҡ, былай булмай, эште эшләгәс тә, уны яратып башҡарыр кәрәк тигән
ныҡлы ҡарарға килеп, бөтәһен аптыратып, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына уҡырға индем. Әлбиттә, үҙемдән 4-5 йәшкә бәләкәй төркөмдәштәремдең миңә апай тип өндәшеүе ҡайһы саҡ зитҡа ла тейеп ҡуя ине, шулай ҙа әллә ни илтифат бирергә тырышманым, - ти Розалия ихлас йылмайып...
Мәҡәләне тулы килеш гәзиттең 35-се һанында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: