Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Июнь 2021, 16:20

Бейеү "ене"ҡағылған

...Ошо һорауға яуап эҙләп яҡташыбыҙ, ТНТ каналының “Бейеү” проектында өс тапҡыр ҡатнашҡан Белорет егете Роберт ӘМИРОВ менән әңгәмәләштек.

Иң боронғо сәнғәт төрөнөң береһе - бейеү кешенең шатлыҡ, ҡайғы йәки һағыш кеүек кисерештәрен хәрәкәттәр ярҙамында башҡаларға еткереүгә ҡоролған. Хәйер, был күберәк халыҡ бейеүҙәренә хастыр. Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында киң таралыу ала барған заманса хореография ата-бабаларыбыҙ һалған дәртле, йә иһә талғын, һығылмалы хәрәкәттәргә ҡоролған бейеүҙәрҙе үҙ иткәндәр өсөн бөтөнләй ят һәм ҡырағай тойола. “Шул да булдымы бейеү”, - тип баштарын бороп ҡуя улар. Ысынлап та, нимәһе менән ылыҡтыра ул йәштәрҙе? Ошо һорауға яуап эҙләп яҡташыбыҙ, ТНТ каналының “Бейеү” проектында өс тапҡыр ҡатнашҡан Белорет егете Роберт ӘМИРОВ менән әңгәмәләштек.
► Роберт, бейеү мәҙәниәтенең был төрө менән ҡасандан ҡыҙыҡһына башланың?
- Атайым 80-се йылдарҙа брейкданс менән шөғөлләнгән. Ете, һигеҙ йәштәрҙә бер нисә хәрәкәт өйрәтте һәм миндә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Башҡалар өйҙә булмағанда, балаҫ йәйеп алам да үҙаллы ҡабатларға, яңыларын уйлап сығарырға тырыша торғайным, йәнә Америка рэпперы МС Хаммерҙың (МС Hammer) видеокассетаһын ҡарап хәрәкәттәр өйрәндем. Үҙемде видеоға төшөрөп ҡабатлап ҡарау ҙа оҡшай ине. Көндән-көн мине был ылыҡтыра ғына барҙы. Мәктәптә бейеү менән бәйле бөтә сараларҙа актив ҡатнаша, сығыш яһай башланым. Быны күреп йөрөгән атайым Салауат Алтынбай улы һәм әсәйем Гөлназ Мансур ҡыҙы 10 йәшемдә ҡала Мәҙәниәт һарайындағы брейк-данс түңәрәгенә бирҙеләр. Етәксебеҙ Ирек Абдулла улы Исламов өйрәткән хәрәкәттәрҙе йәнә лә тырышыбыраҡ, төптәнерәк өйрәнергә тырыштым. Иптәштәрем менән төҙөгән брейкерҙар командаһы ул саҡта ҡалала иң яҡшыһы һаналды. Һуңынан кемеһелер башҡа ҡалаларға уҡырға китте, ҡыҫҡаһы, төркөмөбөҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында тарҡалды.
► Ә шулай ҙа һин бейеүеңде ташламағанһың…
- Эйе, үҙемдең булмышым менән ошо сәнғәт төрөнә бәйле икәнлегемде аңлағас, ҡаланың 8-се мәктәбенең XI класын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға индем. Унда уҡыу осоронда ҡайҙа ғына сығыш яһам да - Санкт-Петербургта, Өфөлә, Стәрлетамаҡта булһынмы, солист булараҡ һәр саҡ уҡыу йортона фестивалдәрҙән гран-при һәм тәүге урындарҙы алып ҡайттым, техникумдың имиджын күтәрҙем. Әммә, барыһы ла беҙ уйлағанса түгел, IV курста мине уҡыу йортонан тапшырылмаған имтихандарым өсөн “ҡыуҙылар”. Бейергә яратһам да, теүәл фәндәрҙе үҙ итмәнем, уҡырға яратманым.
► Был саҡта артабанғы тормошоң нисек булыр, ҡайҙа барырға тигән уйҙар булдымы?
- Юҡтыр. Уҡыу йортонан киткәндән һуң, 2014 йылда ТНТ каналындағы “Бейеү” проектының беренсе миҙгеленә барҙым. Унда иң яҡшы 50 бейеүсе иҫәбенәсә барып етә алдым. “ Б е й е ү ” ҙ ә н һуң Стәрлетамаҡта ике йыл “Фьюжен” шәхси бейеү студияһында эшләнем. 2016 йылда Өфө ҡалаһына күсергә ҡарар иттем. Ярты йылдан һуң үҙебеҙҙең “Сова” коллективы менән Сочи ҡалаһында эшләп алдыҡ. Баш ҡалаға әйләнеп ҡайтҡас, һимерә башланым. Кәүҙәм ауырлығы тиҙ арала 98-102 килограмға етте. 2017 йылда был проблеманан ҡотолоу өсөн ныҡлап үҙ өҫтөмдә эшләй башланым һәм бер йыл эсендә 30 килограмға тиклем ябыҡтым.
► Тап ошо хәлдән һуң йәнә ТНТ каналындағы “Бейеү” проектының бишенсе миҙгеленә барҙың. Жюри ағзаларының ҡаҡса кәүҙәле Робетты күреп ғәжәпләнгәндәре иҫтә.
- Мин һәр ваҡыт алға ынтылам, көрәшәм, үҙем өҫтөндә эшләйем. “Бейеү” проектында йәнә үҙемде һынап ҡарарға булдым (аҫҡы һүрәттә). Тик был юлы ла иң юғары баҫҡысты яулау мөмкинлеге булманы, иң яҡшы 34 бейеүсе иҫәбенән һуң төшөп ҡалдым.
Артабан Өфөгә ҡайттым һәм ТНТлағы “Бейеү” проектының “Про танцы” бейеү студияһында эшләй башланым. Әйткәндәй, бындай үҙәктәр Рәсәйҙең Санкт-Петербург, Екатеринбург, Новосибирск кеүек ҡалаларында ла бар. Былтыр миңә был
проекттың һуңғы миҙгелендә ҡатнашыу бәхете тәтене. Тик был юлы ла шул уҡ иҫәптән ары үткәрмәнеләр. Был хәлгә күптәр Рәсәй кимәлендә Интернет аша шау-шыу ҡуптарҙы, ризаһыҙлығын белдерҙе.
► Ысынлап та, һин ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, дөрөҫһөҙлөк тыуҙырған хәлдәрҙән һуң баҙап, баш баҫып юғалып ҡалмайһың. Быйыл һине йәнә Беренсе каналда барған яңы бейеү проектында күрҙек. Ошо хаҡта тулыраҡ һөйләп үтһәңсе?
- Уҙған йылдың декабрь аҙағында Өфөнөң “Атмосфера” коллективы менән Түбәнге Новгородта үткәрелгән “Движение” фестиваленә барҙыҡ. Унда “Иң яҡшы бейеүсе” номинацияһын яуланым. Тап ошо фестивалдә “Dance Революция” бейеү проектына саҡырыу алдым һәм ғинуар айында эфирҙа төштөм. Ике сығышымды күптәр күргәндер. Бер нисә эфирҙан һуң бергә-бер көрәш, ә финалда дуэттар алышы буласаҡ. Әлегә нимә менән тамамланырын көтөргә генә ҡала.
► Бөгөнгө көндә яҙмыш һине Питерҙа “алып йөрөгәнен” беләбеҙ…
- Әле Рәсәйҙең иң матур боронғо ҡалаларының береһендә көн итәм. Шулай уҡ “Бейеү” проектының “Про танцы” бейеү студияһында эшләйем, урам бейеүҙәренең popping, breaking һәм заманса хореография йүнәлешендәге һәләттәремде арттырыуға күп көс һалам. Өлкәндәргә, балаларға, үҙ стилемдәге бейеүҙе башлап өйрәнеүселәргә был сәнғәт төрөн төшөндөрәм. Көс һәм дәрт бар саҡта барыһына ла өлгөрөргә тырышам.
► Һеҙгә йәмәғәтселек ниндәй ҡарашта? Етәкселәр яғынан иғтибар етерлекме?
- Мин Башҡортостандың бейеү мәҙәниәтен үҫтереү өҫтөндә эшләйем. Кешеләргә ошондай бейеү төрө менән шөғөлләнгән йәштәр барлығын күрһәтергә тырышам. Ысынлап та, беҙ күп, ә беҙҙе бик һирәктәр белә. Үҙем һәр саҡ республикам, тыуған ҡалам исеменән сығыш яһайым. Республика етәкселегенең беҙгә иғтибар итеүен теләр инем. Күнекмәләрҙе ҡабатларға залдар бирһәләр, төрлө фестивалдәр ойошторһалар, буш ваҡыттарын ҡайҙа сарыф итергә белмәгәндәргә файҙаға ғына булыр ине.
Мәҫәлән, Дондағы Ростовта Урам мәҙәниәте көнө бар. Унда көнө буйы урамда рэп, скейтбординг, брейкданс һәм башҡалар менән шөғөлләнәләр, тамаша күрһәтәләр, етәкселәр быға ыңғай ҡарашта, ярҙам күрһәтә. Беҙҙә әлегә был юҡ. Өфөләге ҡыҙҙар командаһы Францияла POLE Dance бейеүе йүнәлешендә үткән чемпионатта еңеү яуланы. Ғөмүмән алғанда, улар Европалағы бөтә чемпионаттарҙы ла яулайҙар, республика намыҫын яҡлайҙар. Беҙҙең турала ситтә күберәк беләләр, шуныһы үкенесле. Барыбыҙ ҙа сәләмәт тормош алып бара, наркотиктар, иҫерткес эсемлектәр ҡулланмай. Ғөмүмән алғанда, йәштәр араһында хәҙер алама ғәҙәттәргә эйә булыу модала түгел.
Шуны әйтеп үтер кәрәк, брейк-данс 2024 йылда үтәсәк йәйге Олимпиада нормативтарына индерелә. Был бөтә илде яңғыратҡан ваҡиға булыр тип көтөлә һәм, “Шаг вперед” фильмы күрһәтелгәндән һуңғы ваҡиға кеүек, барыһы ла тиерлек уның менән шөғөлләнә башлар тип уйлайым.
► Киләсәккә маҡсаттарың, пландарың?
- Бер урында туҡталып ҡалмаҫҡа, үҫешергә, яңынан-яңы проекттарҙа ҡатнашырға.
► Ихлас әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Роберт! Һиңә һәр саҡ уңыштар ғына юлдаш булһын!
Читайте нас: