► 20 июнь - Медицина хеҙмәткәре көнө
Улар иңенә кешеләр һаулығын ҡайғыртыу, кеше ғүмере өсөн яуап биреү бурысы һалынған. Һәр кешенең яҙмышында, тыуғандан алып ғүмеренең ахырынаса, ҙур роль уйнай улар. Ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалғандарҙың һәр йөрәк тибеше өсөн үҙ-үҙҙәрен аямай көрәшеп, тәүлектәр буйы аяҡ өҫтө эшләп арманһыҙ булһалар ҙа, ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәренә тоғро ҡалалар.
Рәйфә Мөхәмәтғәлина Көмбә ауылында донъяға килеп буй еткерә. Унынсыны тамамлағандан һуң Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. 1985 йылда уҡыуҙы тамамлағас, уны йүнәлтмә буйынса Салауат районы Гусевка ауылына фельдшер итеп эшкә ебәрәләр. Йыл ярым эшләгән осорҙа Покровка, Бычковка, Черепанов һәм Гусевка ауылы халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Һуңынан Сулпан ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсерәләр һәм ул ике ауылды - Янғантау һәм Сулпанды хеҙмәтләндерә.
Өс йыл эшләгәс, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә һәм 1988 йылдың май айында Рәйфә Ғүмәр ҡыҙын Кәртәле ауылына фельдшер итеп алалар. Дәртләнеп эшләй башлай. Кәртәле Запане, Тихий Ключ, Кәртәле ауылдарына йөрөп эшләү ауырға төшһә лә, зарланмай, барыһына ла тейешле медицина ярҙамы күрһәтә.
Алты йыл эшләгән осорҙа был ауылдар халҡынан тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.
1994 йылда Түбәнге Телмәй ауылына күсерәләр. Ѳҫтәп Александровка, Кәрпәсте ауылдарын да бирәләр. Бер аҙҙан Рәүәттә Көнъяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы үҙ бинаһында Һаулыҡ пункты аса (хәҙер инде фельдшер-акушерлыҡ пункты) һәм ауылға фельдшер вакансияһы бирелә. Күп уйлап тормай, 1998 йылда бында эшкә килә һәм бөгөнгәсә эшләй. Рәүәт, Айғыр, Көмбә, Дубинин ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.
Документ буйынса, дүрт ауылда 120 кеше иҫәпләнә. Әммә бынан тыш беҙҙә туристар, дачниктар күп. Йәй көндәре ял итергә килеүселәр һаны арта. Кешенең ҡайҙан, кемгә килеүенә ҡарамаҫтан, һәр береһенә хәлемдән килгәнсә ярҙам итәм, беренсе медицина ярҙамын күрһәтәм. 36 йы эшләү осоронда бер кемдән дә насар һүҙ ишеткәнем, ризаһыҙлыҡ белдергәндәре булманы. Күңелемдә бер хәл айырыуса уйылып ҡалды: диспансеризация ваҡытында бер апайҙа һуңғы стадиялағы яман шеш таптылар. Дауаханаға һалманылар, өйҙә дауаланды. Бер ваҡыт, ашай ҙа алмайым, йоҡлай ҙа алмайым, тип шылтыратҡас, барып уколдар эшләп ҡайттым. Иртәгәһенә ҡыуанып, хәле яҡшырыуын
белгертеп шылтырата, рәхмәттәр уҡый. Уның һүҙҙәре шул тиклем йөрәгемә үтте, ихлас һүҙҙәренән үҙем дә илап ебәрҙем. Һуңынан, баҡыйлыҡҡа күскәнсе, уколдар һалып, дарыуҙар алып барып йөрөнөм.
Халыҡтың коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаны һүлпән эшләтеүе аптырата. Прививка менән элекэлектән бик күп сирҙәрҙе бөтөргәндәр. Был сирҙе лә тик уның менән еңеп сыға аласаҡбыҙ. Үҙем шәхсән беренсе өлөшөн һалдырҙым, тиҙҙән икенсеһен дә эшләтәм. Әйткәндәй, мин өс тапҡыр ҡаланың ковид госпиталендә эшләп алдым. Унда күргәндәрҙән сығып әйтәм: коронавирустан прививка эшләтегеҙ, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!
Кеше тәүлектең ниндәй генә ваҡытында саҡыртһа ла - төн, ял көнө тип тормайым - шунда уҡ барып етәм. Ун йыл инде үҙем машина йөрөтәм. Инйәрҙә тиҙ ярҙам машинаһында водитель булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан тормош иптәшем Риф Мөғәлим улы Ғәбиҙулин эшемде аңлап ҡабул итә. Рәхмәт уға! - ти Рәйфә Ғүмәр ҡыҙы.
Рәйфә Мөхәмәтғәлина Рөстәм һәм Салауат исемле улдар тәрбиәләп үҫтергән. Икеһе лә икешәр уҡыу йортон тамамлаған, юғары белемлеләр. Рөстәмдәре Межгорьела кадастр инженеры, Салауаттары Өфөлә Газпромда эшләй. Килендәре Алһыу табип-терапевт, баш ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй.
Эйе, миһырбанлы һөнәрҙе үҙ иткән, Рәйфә Ғүмәр ҡыҙы кеүек, күңелен биреп, кешеләрҙе йән йылыһы, матур һүҙе менән дә дауалай белгәндәр генә пациенттарының рәхмәтле ҡарашын тойоп йәшәйҙер.