Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Июнь 2021, 12:00

Тарихын белгәндең тамыры ныҡлы

Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәре форумы булып үтте. Форумға республиканан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ғалимдар, тарихсылар, башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, журналистар йыйылды.

Башҡортостан ауылдарының тарихын өйрәнеү мәсьәләләре, генеалогик тикшеренеүҙәр һәм тыуған яҡты өйрәнеүҙә яңы формат булараҡ башҡорт ырыуҙары хәрәкәте, республикала археология ҡомартҡыларын өйрәнеү һәм популярлаштырыу проблемалары, тыуған яҡты өйрәнеү эшен популярлаштырыуҙа музейҙарҙың һәм китапханаларҙың роле ҡаралды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләүен уҡып ишеттерҙе.
"Беҙҙең бурыс - йәштәрҙә тыуған яҡҡа, уның тарихына һөйөү тәрбиәләү. Мәғрифәтселәр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов нигеҙ һалған тыуған яҡты өйрәнеү традициялары беҙҙең көндәрҙә лә йәшәй. Шәжәрә байрамдары, башҡорт ырыуҙарының осрашыуҙары популярлыҡ яулай, тарихи реконструкцияларға ҡатнашыусылар һәм тамашасылар күберәк йәлеп ителә. Бөгөн тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү мөмкинлектәрен, музей майҙансыҡтарын һәм уларҙың формаларын әүҙемерәк файҙаланырға, иң яҡшы проекттарға грант тапшырырға, киң йәмәғәтселеккә еткереү өсөн тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен цифрлаштырыу менән шөғөлләнергә кәрәк", - тиелгәйне сәләмләүҙә.
Йыйылыусыларҙы Башҡортостан парламентының вице-спикеры һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла сәләмләп: "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр - ғүмер буйына фиҙаҡәрлек менән шөғөлләнгән кешеләр, улар тарихи ғәҙеллек һәм мәҙәни кодтар һағында тора. Форумдың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында уҙғарылыуы бик әһәмиәтле", - тине.
Районыбыҙ делегацияһы составында форумда Йѳйәк ауылынан крайҙы ѳйрәнеүсе-тарихсы, ике китап авторы Ринат Шәйбәков форумда (һүрәттә) ҡатнашты.
- Был күләмле сарала 190-дан ашыу крайҙы өйрәнеүсе теркәлгәйне. Иҙел башынан мине лә саҡырҙылар. Тағы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан һәм үҙәк китапхананан хеҙмәткәрҙәр саҡырылғайны. Форумдан тәьҫораттар байтаҡ. Пленар ултырышта, исемемде яҙып, түңәрәк өҫтәл артына ултыртып уҡ ҡуйҙылар. Мәскәү, Томск, башҡа ерҙәрҙән килгән ғалимдарҙы тыңлап, тарихи-крайҙы өйрәнеүҙең хәҙерге үҫеше тенденциялары буйынса фекер алышыу файҙалы булды. Республика Башлығы аппаратынан Урал Килсенбаев крайҙы өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән дүртәүгә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Улар араһында мин дә бар инем. "Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм Башҡортостан Республикаһында тыуған яҡты өйрәнеүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн” тиелгән унда. Хеҙмәтемде баһалағандары өсөн рәхмәт инде. Байтаҡ крайҙы өйрәнеүселәр Башлыҡтан Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды. Эльвира Айытҡолова Ҡоролтай исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ә күптәнге дуҫым, Ҡариҙелдән Фидаил ағай Сафин Рәхмәт хатына өҫтәп "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалына ла лайыҡ булды. Форумда матур, фәһемле күргәҙмәләр эшләне. Улар менән танышып, "Салауат" ресторанында төшкө аш ашағандан һуң секция ултырыштарына таралдыҡ. Мин Беренсе секцияла "Башҡортостандың кеше йәшәгән урындары тарихын өйрәнеү мәсьәләләре"н тикшереүҙә ҡатнаштым, сығыш та яһаным. Сығышым һуңынан күп һорауҙар бирҙеләр. Телмәремдә крайҙы өйрәнеүселәр осраған проблемаларға ла туҡталдым. Мәҫәлән, быйылғы тикшеренеүҙәрем барышында район-ҡала архивында ауыл советтары ултырыштары протоколдары менән танышырға рөхсәт ала алманым. Бөтәһенә бирмәһәләр ҙә, крайҙы өйрәнеүселәргә рөхсәт итергә була бит. Улар документтарҙы объектив баһаларға өйрәнгән, нисек ҡулланырға ла белә, рөхсәт итһендәр ине тип һораным. Башҡа проблемаларға ла туҡталдым. Бүтәндәрҙең сығышын тыңлау ҙа фәһемле булды. Аҙаҡтан иҫтәлеккә фотоға төштөк. Форумдың эше һуң ғына тамамланһа ла, Белорет мәҙәниәт идаралығы библиобусында һә тигәнсе үҙебеҙҙең Йөйәк юлы сатына килеп тә еттек. Рәхмәт коллегаларға! Форумды йыл һайын үткәрергә кәрәк тиеүҙәре оҡшаны, быға тиклем үҙ ҡаҙаныбыҙҙа тиерлек ҡайнай инек, юғарыла ла был йүнәлештең мөһимлеген аңлауҙары ныҡ ҡыуандырҙы. Киләсәктә был йүнәлештә хәлдән килгәнсе эшләрбеҙ, Алла бирһә! - тип йомғаҡланы һүҙен Ринат Гәрәй улы.
Тыуған тѳйәген, һуғышта һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған яҡташтары яҙмышын ѳйрәнеүгә йүнәлтелгән эшендә Ринат Гәрәй улы Шәйбәковҡа артабан да ҙур уңыштар һәм ѳсѳнсѳ китабын нәшер итеп беҙҙе ҡыуандырыуын теләйбеҙ!
Автор:Резида Гадельшина
Читайте нас: