Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Июль 2021, 09:00

Юл хәүефһеҙлеге - үҙебеҙҙән

Автомобиль менән хәрәкәт иткәндә кеше ғүмеренең 99 проценты хәүеф аҫтында, тиҙәр.

Саҡрымдар буйлап елдергәндә алда ни булырын бер кем дә белмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл ҡағиҙәләрен аңлы йәки аңһыҙ рәүештә боҙғандар, үҙенең һәм башҡаларҙың ғүмеренә хәүеф тыуҙырыуҙан ҡурҡмай, эскән килеш руль артына ултырғандар арҡаһында, юл ҡатламының насар торошо, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр юлға сығыуы сәбәпле кеше ғүмерҙәренең өҙөлөү осраҡтарына килтергән юл фажиғәләренең иҫәбе-һаны юҡ. Ошондай күңелһеҙ ваҡиғаларҙы мөмкин тиклем кәметергә тырышыу, граждандарҙың юлдағы именлеген тәьмин итеү, аяныслы хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ошо өлкәлә эшләгән Алмас МӘҒӘФҮРОВ та үҙ бурысына намыҫ менән ҡарап, хеҙмәтен кешеләрҙең юлдағы именлеге өсөн көрәшеүгә бағышлаған.
►Алмас Рәхмәтулла улы, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ әле?
- Сығышым менән Шығай ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Сибай Башҡорт дәүләт университетының “Физик культура һәм спорт бүлеген” тамамланым. Мирный ҡалаһында Плецеск космодромында Ватан алдындағы бурысымды үтәп ҡайтҡас, ике йыл ҡаланың 21-се мәктәбендә һөнәрем буйынса эшләп алдым. Был осорҙа йәнә I-IV класс уҡыусылары араһында көрәш түңәрәген дә алып барҙым. 2012 йылда Белорет эске эштәр бүлегенең “Үҫмерҙәр һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса” инспектор булып эшкә күстем, бер аҙ участка полицейскийы булып та алдым. 2018 йылдан алып юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторымын. Тормош иптәшем Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы менән ике бала үҫтерәбеҙ. Нәргизә 21-се мәктәптең II класын тамамлаһа, 6 йәшлек Мәликәбеҙ “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй.
►Һеҙгә юл-транспорт ваҡиғаларының көн дә тиерлек шаһиты булырға тура килә. Ниндәй категорияға ҡарағандар бындай осраҡтарҙың йыш сәбәпсеһе булып тора?
- Башлыса тәжрибәһеҙ водителдәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар авария эшләй. Йәй көндәре мопед, мотоциклдарҙа водитель таныҡлығы булмаған йәш-елкенсәк иғтибарһыҙлығы, юл ҡағиҙәләрен үтәмәүе, тейешле кимәлдә белмәүе арҡаһында үҙҙәренә һәм башҡа кешеләргә зыян килтерә, ҡазалана. Эскән килеш руль артына ултырыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тотолоп тора.
Белорет-Өфө, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск трассаһында юл фажиғәләре йыш күҙәтелә. Быға машина йөрөтөүселәрҙең тиҙлекте саманан тыш арттырыуы, юлдағы билдәләргә иғтибар бирмәүе, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүе сәбәпле. “Әкрен барһаң - алыҫҡа етерһең” тигән әйтемде бөтәһе лә аңламай шул.
►Ҡала урамдарына йыш авария осраҡтары булған хәүефле урындарға камералар урынлаштырылғандан һуң, юлда тәртип боҙоу осраҡтары кәмеүе һиҙеләме?
- Эйе. Бигерәк тә йәйәүлеләр менән бәйле фажиғәләр күпкә кәмене. Әүәле киске ваҡытта, ямғыр яуғанда бындай осраҡтар йыш теркәлә ине.
►Йәй көндәре балалар юлда ике тәгәрмәсле “аттарында” күпләп йөрөйҙәр. Бындай төр транспорт менән идара итеүселәргә юл ҡағиҙәләрен ҡабатлап үтеү яҙыҡ булмаҫтыр.
- 14 йәшкә тиклемге балаларға велосипед менән тротуарҙа, юл ситтәрендәге биләмәләрҙә йөрөргә мөмкинлек бирелә. Юл аша рөхсәт ителгән урындан ғына, велосипедтан төшөп йәйәү атларға кәрәк. 14 йәштән өлкәндәргә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгән хәлдә, хәрәкәт ағымы буйлап йөрөргә ярай. Мопедтар, мотоциклдар менән 16 йәшкә тиклем идара итеү тыйыла. Бындай осраҡтарҙы боҙоу теркәлһә, эште махсус комиссияға ебәрәбеҙ. Ҡағиҙәне үтәмәгән хәлдә, был төр техниканы балаһына ышанып тапшырған өсөн ата-әсәләргә 30 мең һум штраф һалына. Мәҫәлән, ағымдағы йылда ғына ошондай өс протокол төҙөлдө. Атай-әсәйҙәр юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белмәгән, уны йөрөтөү хоҡуғына эйә булмаған балаларына уның менән идара итергә бирмәһендәр ине!
►Ауылдарҙа көтөүлектәр булмауы сәбәпле, мал-тыуарҙың юлға сығыуы арҡаһында юл фажиғәләре теркәлеп тора. Бындай осраҡтарҙа ат, һыйыр малы һәм башҡа ҡарауһыҙ йөрөгән мал өсөн хужаларына ниндәй яза ҡаралған?
- Ҡар иреүҙән башлап малдар менән бәйле авария осраҡтары күпләп теркәлә башлай. Уларҙың күпселеген аттар тәшкил итә. Махсус чип буйынса йән эйәһенең хужаһы табылғас, уға штраф һалына. Бынан тыш, хужаһына зыян күргән
транспортты ремонтлау өсөн киткән сығымды ла ҡапларға кәрәк була. Оҙайлы суд, мәшәҡәттәр, сығымдарға барып баҫа был эш.
►Сетерекле хәлдәр, аңлашылмаусанлыҡтар тыуғанда, иң беренсе кемгә мөрәжәғәт итәһегеҙ?
- Әлбиттә, коллегаларыма! Рөстәм Сәлимйән улы Таипов етәкселек иткән хеҙмәткәрҙәрем менән һәр саҡ берберебеҙгә ярҙамсыл, татыу һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәбеҙ.
►Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Үҙегеҙҙең дә, башҡаларҙың да юлдары хәүефхәтәрһеҙ, имен булыуын, уларҙа тәртип хөкөм итеүен теләйем.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: