Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Июль 2021, 12:09

"Эшем үҙемә оҡшай"

Ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән халыҡ почтальондарҙың килгәнен кѳтѳп ала. Бигерәк тә оло быуын кешеләре ѳйҙәренә гәзит-журналдарҙың ваҡытында килеүен теләй. Бынан тыш, почтальондарға тауар һатырға ла ҡушылғас, магазинға йѳрѳйһѳ лә түгел, кәрәкле әйберҙе уларҙан һатып алырға була.

C.Минһажитдинова.
Фото:C.Минһажитдинова.

Инйәр - райондың бик ҙур биләмәһе. Ҡасабала халыҡ күп йәшәй. Почтальон хеҙмәте бик еңелдән түгел, ошо эшкә тѳшкәндәрҙең күбеһе тиҙ арала, был һѳнәрҙе һайлағанына үкенеп, эште ташлай. Светлана Александровна Степанова был эшкә үҙ теләге менән килә. Бухгалтерға уҡып сыҡҡан ҡыҙ үҙ һѳнәрен әллә ни оҡшатмай. Ҡыйыу ҡыҙ аптырап тормай, таксист булып китә. Был һѳнәр ҙә ҡатын-ҡыҙ эше түгел һымаҡ... Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эшендә уны тырышлығы, машинаны таҙа тотҡаны, уңғанлығы ѳсѳн яратып ѳлгѳрәләр. Инйәр почта бүлексәһенең иң ҙур участкаһын хеҙмәтләндергән, оҙаҡ йылдар тырышып эшләгән почтальон Мәрғиә Оморҙаҡова хаҡлы ялға сы-ғырға булғас, ул үҙ эшен тик тырыш, уңған, яуаплы кешегә генә тапшырасағын белдерә. Светлана Александровна был ваҡытта үҙе лә почта эше менән танышып ѳлгѳргәнлектән, бер ҙә аптырап ҡалмай, иң ҙур участкаға почтальон булып эшләй башлай. Ул ваҡытҡа ла 8 йыл үтеп киткән. Светлана Степанова 15 урамды хеҙмәтләндерә, кәрәк саҡта почтальондар бер-береһенә ярҙамға ла килә. Бәләкәй генә эш хаҡына ауыр сумкалар күтәреп күпме урамдарҙы үтергә тура килә почтальондарға. Уларын был һѳнәр эйәләре үҙҙәре генә белә. 

- Эшем ауыр булһа ла, ѳйрәнгәнмен инде. Халыҡ менән эшләүе бик оҡшай үҙемә. Эйе, күптәр был эштә сыҙамай шул. Бына әле лә беҙҙең бүлексәгә ике почтальон кәрәк. Почтаға эшкә килергә ҡурҡалар. Әйбер һатырға план ҙур ҡуйыла, халыҡты ваҡытында гәзит-журналдарға яҙҙырырға кәрәк. Заман почтальоны һатыусы ла, кассир ҙа, страховкалаусы ла, ѳгѳтләп матбуғатҡа яҙҙырыусы ла. Әммә ҡайҙа ла тырышып эшләргә, үҙеңә тапшырылған бурысты намыҫлы итеп үтәргә кәрәк. Бер ѳйрәнеп алһаң, ауыр ҙа түгел һымаҡ,
ти Светлана Александровна ихлас йылмайып.

Эйе, һәр эште лә яратып, күңел биреп башҡарыр кәрәк, ауыл ерендә почтальондарға күҙ терәп торған оло йәштәге кешеләр йәшәй. Светлана Александровна һәр йыл һайын үҙенә ҡараған участкала "Урал" гәзитенә лә тырышып яҙҙырта. Гәзиттең почтальондар ѳсѳн иғлан иткән конкурсында билдәләнмәй ҡалмай. Ғаиләһе ѳсѳн ѳҙѳлѳп торған әсәй, ике ҡыҙын - Агата менән Даринаны ҡурсаҡ кеүек кейендерергә, балалыҡ бәхете бирергә, бар ваҡытын тормош иптәше Андрей Александровичҡа һәм ҡыҙҙарына бүлергә тырыша. Матур ғаилә эштә лә, тормошта ла һынатмай. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: