Инера Илсур ҡыҙы Шығай ауылында донъяға килгән. Уға ике генә йәш булғанда, ата-әсәһе менән ҡалаға күсеп киләләр. Башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң Өфөлә авиация университетында «Ғәмәли информатика» һөнәрен үҙләштерә. Университеттан һуң эш тәжрибәһе булмағанлыҡтан эшкә инә алмай ыҙалаған ваҡытта уҡ иптәш ҡыҙҙарына никах алдынан яулыҡ бәйләргә оҫтарып ала. Һуңынан инде, бәпәй ҡарап ултырғанында, тормош иптәше яулыҡтарға һөйөүен артабан үҙ эше итеп асырға тәҡдим итә. Йәш әсә уның кәңәшенә ҡолаҡ һалып, никахҡа әҙерләнгән ҡыҙҙарға өйҙән тороп яулыҡ бәйләй башлай.
Ярты йыл шулай яулыҡтар менән булышҡандан һуң, никах алдынан уға килгән ҡыҙҙарға уңай булһын өсөн макияж эшләргә уҡып ала.
Эйе, беҙҙең Белоретта никах алдынан элек булмаған бындай әҙерлек бик йәтеш! Буласаҡ кәләш бер урында ғына үҙенә никахҡа күлдәк, матур итеп биҙәлгән яулыҡ алып, күҙҙең яуын алырҙай макияж эшләтеп, яҡшы кәйеф һәм тыныс күңел менән кейәүгә сыға.
Былтыр инде Инера сауҙа үҙәгендә студия асып, яратҡан эшен тағы ла яңы идеяларға тулыландырып, көс-дәрт менән донъяға матурлыҡ өләшеүен дауам итә.
Әңгәмәсемдән, һөнәрҙәштәреңә теләктәрең бармы, тип һорағас: «Аллаһы Тәғәлә был донъяны матур итеп яралтҡан. Уны күрә белергә генә кәрәк. Иң мөһиме - шул кеше күңелендәге матурлыҡтыр. Кешенең йөрәгендә булған нуры, гүзәллеге тышҡа бәреп сыға. Ундай кешегә башҡалар ҙа ынтыла. Матурлыҡты яратығыҙ», - тине.
«Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тип яҙған бөйөк яҙыусы Федор Достоевский, ә беҙҙең башҡорт ҡулынан эш килгән кешеләр тураһында һөйләгәндә «Ҡулдарынан гөлдәр тама» тигән әйтемде ҡуллана. Әлеге һүҙҙәр ошо уңған, матурлыҡ булдырған һөнәр эйәләренә ҡарата әйтелгәндер ҙә инде. Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫталарға мең рәхмәт!
Ғәлимә ВӘЛИУЛЛИНА.
Автор фотоһы.