Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Сентябрь 2021, 12:43

Туҡландыра ла, рухландыра ла...

Йылы, йәмле мөхиттә милли аш-һыуҙан – ваҡ бәлешле һурпанан, ҡыҫтыбыйҙан, ҡоймаҡтан, тәмле сәйенән һәм башҡа ризыҡтарынан ауыҙ итеп кенә ҡалмай, башҡорт халҡының көнкүреше, йәшәйеше менән дә танышырға була бында. Ҡайҙа тиерһегеҙме?! Ошо көндәрҙә Инйәрҙә асылған республикалағы беренсе этнокафела.

Туҡландыра ла, рухландыра ла...
Туҡландыра ла, рухландыра ла...

Юл яны сервисын үҫтереү комплексы заправкалау станцияһынан алып дөйөм туҡланыу хеҙмәттәрен үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта был хеҙмәтләндереү комплексына ҡунаҡсыллыҡ кеүек төшөнсә лә инә. Мәҫәлән, дөйөм туҡланыу хеҙмәттәре рәүешендә.

- Был осраҡта етәкселек республикала тәүге этник кафе асты. Һәр теләгән кеше этнокафе янында туҡтап, милли аштарынан ауыҙ итеп, башҡорт мәҙәниәте, көнитмеше менән яҡындан таныша ала, - ти хакимиәт башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Андрей Гревцев.

Белорет-Инйәр-Өфө йүнәлеше буйынса юл һәр ваҡыт йәнле. Шуға ла юл яны сервисы эшҡыуарлыҡта өҫтөнлөклө йүнәлеш тип иҫәпләнә. Был йәһәттән этнокафе хужаһы Миннихан Ғәйнетдиновтың күп йыллыҡ тәжрибәһе бар ҙа инде. Инйәрҙәге “Урал” комплексы юлаусыларҙың да, инйәрҙәрҙең дә күптән инде яратҡан, дөйөм туҡланыу хеҙмәттәре күрһәткән урынына әүерелгән. Бында бар шарттар ҙа булдырылған. Үҙ намаҙханаһы, ҡунаҡханаһы, тантаналар үткәреү өсөн ҙур залы ла бар. Миннихан Насретдин улы традицион эшҡыуарлыҡтан тыш, үҙенсәлекле шөғөл тураһында ла хыяллана. Шәп уй ҙа туристик сәйәхәт мәлендә барлыҡҡа килә.

- Башҡа милләт халҡы үҙенең мәҙәниәтен күрһәтә белә. Туристик сәйәхәттә йөрөгәндә, этник стилдә эшләнгән күп кенә дөйөм туҡланыу урындарында булып, башҡа милләт халҡының йәшәйеше, көнитмеше менән яҡындан танышырға тура килде. Шул мәлдә ниәт барлыҡҡа килде, тик уны нисек тормошҡа ашырырға белмәйерәк йөрөй инем, - ти этнокафе хужаһы Миннихан Ғәйнетдинов.

Тәжрибәле эшҡыуарға ярҙамға Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһында бергә уҡыған класташтары - “Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Сәфәрғолова һәм Илдар Фәттәхов килә. Башта тирмә рәүешендәге һигеҙ ҡырлы бура барлыҡҡа килә.

“Был бураны тирмә рәүешендә эшләп, тәмле аш-һыуы менән генә һыйлап ҡалмай, милләтебеҙҙең көнкүреше, мәҙәниәте менән дә таныштырып, ғөмүмән, рухи аҙыҡ алырға ла мөмкин буласаҡ”, - тип, Наилә Абдулхай ҡыҙы ҙур теләк менән эшкә тотона. Интерьер, ландшафт дизайнын да төҙөшә. Икенсе класташы Илдар Фәттәхов үҙенсәлекле йыһаз әҙерләй. Ғәйнетдиновтар шәжәрәһе лә төҙөлә.

Этнокафены йыһазландырыуҙа, кәңәштәре менән Миннихан Насретдин улының ҡыҙҙары - Әлиә, Айгөл һәм Алһыу (беҙгә Эвита һәм Кирстен Гайнет булараҡ билдәле) ярҙам итә. Өлкәндәре Әлиә ғаиләһе менән атаһына яҡыныраҡ булыу ниәте менән Өфөнән Инйәргә күсеп ҡайта. Хәҙер ул Миннихан Насретдин улының уң ҡулы ла. Этнокафе ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙер. Аш-һыу менюһы ла төҙөлгән. Киләсәктә аш-һыуҙы төрлөләндерергә уйлайҙар, шулай ҙа төп концепция булып - башҡорт милли аш-һыуы ҡала. Өҫтәлдән балы, ҡорото ла урын аласаҡ. Этнокафе янында башҡорт сувенирҙары менән һатыу иткән сауҙа нөктәһе һәм ихатаһы буласаҡ.

Оҙаҡламай этнокафе үҙенең тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итә башлар. Киләсәктә этник стилдәге кафе үҙенең ҡулланыусыларын табып, инйәрҙәрҙең генә түгел, юлаусыларҙың да күңеленә хуш килгән туҡланыу урындарының береһе булыуына иманыбыҙ камил.

Сәхибә ҒӘБИТОВА фотоһы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: