Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Сентябрь 2021, 12:45

"Эшемдән йәм һәм дәрт алып йәшәйем"

Парикмахерҙар хеҙмәте көндәлек тормошта ҙур һорау менән файҙаланыла.

"Эшемдән йәм һәм дәрт алып йәшәйем"
"Эшемдән йәм һәм дәрт алып йәшәйем"

Һәр кемдең сәсен ышаныслы, үҙ эшен яҡшы белгән белгестән матурлатҡыһы, ҡырҡтырғыһы килә, шуға ла күптәнән таныш булған, уға ниндәй прическа килешеүен белгән оҫтаһына ғына йөрөргә тырыша. Ҡаланың “Престиж” салонында эшләгән Эльвира ҠОРБАНОВАны ла даими клиенттары кешеләргә матурлыҡ өләшкән иң оҫта, тәжрибәле оҫталарҙың береһе тип һанай.

Эльвира Марс ҡыҙы - Белорет ҡыҙы. Мәктәптән һуң ҡала ҡунаҡханаһында парикмахер һөнәрен үҙләштерә. Уҡытыусыһы Анна Яковлевна Мулюкинаның ҡулы аҫтында бер ай эсендә был эштең нескәлектәрен өйрәнеп ала һәм ошо уҡ салонда кешеләргә прическалар эшләй, сәс ҡырҡа башлай. Бер йылдан Өфө ҡалаһынан килгән модельерҙар алдында имтиханды уңышлы тапшырғас, “Жемчуг” бѳҙрәханаһына эшкә бара.

Хәҙер инде был өлкәлә утыҙ тиҫтәнән ашыу эшләгән ханым көнөнә уртаса 5-10 кешене ҡабул итә һәм сәстәрҙе матурлау буйынса бөтә төр хеҙмәттәрҙе күрһәтә.

- “Жемчуг”та шул тиклем матур, татыу коллективта эшләнем. Нина Белоусова, Галя Фазылова, Лена Рыжкова, Наташа Дроздова һәм башҡаларҙың барыһы ла талантлы, оҫта ине. Ун өс йыл эшләгәс, икенсе балама декрет ялына киттем. Ул арала коллектив тарҡала, шәхси эшҡыуарҙарға китә башланы. Ҡыҙым тыуғас, ярты йыл өйҙә ултырҙым да, үҙемдең “Престиж” парикмахерскийын асып, эшләй башланым. Хәҙер инде 23 йыл бер урында хеҙмәт итәм. Хаҡлы ялда булыуыма икенсе йыл китһә лә, яратҡан шөғөлөмдән айырылмайым, һәр клиентымдың рәхмәтенә һөйөнөп, эшемдән йәм һәм дәрт алып йәшәйем.

Беҙҙе уҡығанда идеаль рәүештә сәс ҡырҡырға өйрәттеләр. Бер генә сәс бөртөгө тигеҙ булмаһа, имтиханды тапшыра алманыҡ. Йылдар үтә килә сәс ҡырҡтырыу стиле үҙгәрҙе, бындай етешһеҙлектәр ғәҙәти булмаған прическа кеүек ҡабул ителә башланы. Мин дә замандан ҡалышмаҫҡа, трендта булғанса кешеләрҙең сәстәрен матурларға тырышам, өйрәнәм, сөнки миңә йәштәр ҙә бик күпләп килә.

Күптәр сәстәрҙе көн һайын йыуырға ярамай, ҡойола тип, майланған килеш килә. Шуны әйтәм, сәсте көн һайын йыуырға ярай, уның бер ниндәй ҙә зыяны юҡ. Баш тиреһенә тырнаҡ менән түгел, бармаҡ биттәре менән йомшаҡ ҡына массаж эшләп йыуығыҙ. Айына бер тапҡыр мотлаҡ парикмахерға сәсте тәрбиәләргә йөрөргә кәрәк. Сәс ҡырҡтырырға йә ваҡыт, йә аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, башын шапка эсендә йәшереп йөрөгәндәр ҙә бар.

Мотлаҡ ҡыйбатлы шампундәрҙе алыу кәрәкмәй, уны үҙегеҙҙең сәс төрөнә (майлы, һирәк, ҡоро) ҡарап һайлағыҙ. Профессионалдар ҡулланғанды өйҙә тотонорға ярамай, улар тап салондар өсөн тәғәйенләнгән. Әгәр сәсегеҙ буялған йәки бөҙрәләтелгән икән, бальзамдар менән ҡулланмағыҙ. Был осраҡта уларҙың төҫө уңыуы бар, бөҙрәләр

башығыҙға һылашып ятасаҡ. Йәнә сәстәрегеҙҙе эҫе ҡояш нурынан һәм һалҡындан һаҡлағыҙ. Был уның үҫешенә лә, уның торошона ла зыян килтерә.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Эштәрендә уңыштар, ғаиләләренә именлек теләйем, - тине Эльвира Марс ҡыҙы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: