Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Сентябрь 2021, 10:00

Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшә

Балалар баҡсаһында баланың донъяны танып-белеү һәләте үҫешә, унда һалынған тәрбиә нигеҙе киләсәктәге тормошона ҙур йоғонто яһай.

Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшә
Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшә

Һәр ата-әсә балаһын бында етәкләп алып килгәндә тулҡынлана, уйлана һәм бәләкәсенең эргәһендә уның эске донъяһын тойомларға һәләтле, сабыр, изге күңелле тәрбиәсене күрергә теләй. Ҡаланың 27-се балалар баҡсаһында өс тиҫтә йыл тәрбиәсе булып эшләгән Наилә ТҮЗБӘКОВАны (Назарова), һәр баланың кәйефенә, холҡона ҡарап тиҙ арала уртаҡ тел таба белгән, үҙ эшен һәм балаларҙы яратҡан хеҙмәткәр булараҡ, тик яҡшы яҡтан ғына телгә алалар.

Наилә Рәис ҡыҙы сығышы менән Белорет ҡалаһынан. Ҡаланың 1-се мәктәбен тамамлағас, педагогия колледжының “Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү” бүлегенә уҡырға инә. 1992 йылда диплом алғас, ҡаланың 7-се (хәҙерге 11-се) балалар баҡсаһына һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Ҡаланың художество мәктәбендә 2 йыл киске төркөмдә белемен камиллаштыра һәм 1995-2008 йылдарҙа 27-се балалар баҡсаһында рәсем дәрестәрен алып бара. 2010 йылдан алып ошо көнгәсә
тәрбиәсе булып эшләй. Тормош иптәше Таһир Зөбәйер улы менән Тимур исемле ун өс йәшлек ул тәрбиәләйҙәр.

►Наилә Рәис ҡыҙы, тәрбиәсе һөнәрен һайлауығыҙ осраҡлы хәлме, әллә был һеҙҙең бала саҡ хыялы инеме?
- Алтынсы кластарҙа уҡығанда, ҡустымды “Калинка” балалар баҡсаһына алып йөрөй торғайным. Уның тәрбиәсеһе шул тиклем мөләйем, алсаҡ йөҙлө ине. Уны күргән һайын бөтә күңелем менән киләсәктә тәрбиәсе булыу хыялы менән яна инем. Һәм һигеҙенсе класты тамамлағас та, педагогия училищеһына юл тоттом. Атайым Рәис Зәки улы был теләгемә башта бер аҙ ҡаршы ине. Уның барлыҡ апайһеңлеләре медицина өлкәһендә эшләгәнлектән, мине ошо династияны дауам итеүемде теләгәйне. Ғүмер буйы икмәк комбинатында сменалы, ҡай саҡ төндәрен дә эшләгән әсәйем Сәмиға Кәлимулла ҡыҙы иһә, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙарға хас булған һөнәрҙе һайлауыма һөйөндө генә.

►Балалар менән эшләгәндә иң мөһиме нимәгә иғтибар итәһегеҙ?
- Һәр бер бала үҙенсәлекле - бөгөн уның кәйефе күтәренке икән, иртәгәһенә балауыҙ һығырға ғына әҙер торорға мөмкин. Шуға күрә тәрбиәсенең эш көнө бер ҡасан да бер-береһен ҡабатламай. Ҡай саҡ бала еңмеш, үтә лә иркә кеүек, әммә уның күңеленә юл таба белһәң, ул да һиңә ынтыла, тыңлаусанға әйләнә. Өс йәшлек балалар төркөмө менән эш башлағанда, мин уларҙың ҡайһыһын йәлләргә, кемеһен арҡаһынан яратырға, кемде уйын аша әүрәтергә кәрәклеген аңлап торам. Дүрт йыл эсендә улар минең үҙ балаларыма әйләнә. Тимур улым хатта бәләкәй генә сағында мине уларҙан көнләшеп тә йөрөнө.

Әле минең ҡул аҫтымда уртансы төркөмдәге 26 бала. Балаларҙы ҡабул иткән көндән үк уларҙың һаулыҡтарын нығытыуға, сыныҡтырыуға иғтибар бирәм. Баҡса биләмәһендәге газонда ялан аяҡ йөрөйбөҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ. Үҙ-ара дуҫ һәм татыу булырға, башҡаларға ярҙам итергә, кешелекле булырға, кәрәк саҡта ғәфү үтенергә өйрәтергә тырышам. Һәр нәмәне ата-әсәләр менән берлектә, кәңәшләшеп атҡарам. Шулай уҡ мәктәпкә барыуҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтеүҙе лә маҡсатым итеп алғанмын. Ошо сәбәпле, (пандемияға тиклем) йыш ҡына ҡаланың 1-се мәктәбенә экскурсияға йөрөттөм.

►Балаларҙы мәктәпкә оҙатыуы, айырылышыуы ауырмы?
- Һәр бер сығарылыш, һәр бала үҙенсәлекле булыуы менән хәтерҙә ҡала. Йылдар үтһә лә мин уларҙы урамда күҙҙәренән, йә тауыштарынан таныйым. Беренсе тапҡыр 1993 йылда төркөмөмдө мәктәпкә оҙатҡан егет-ҡыҙҙарға хәҙер инде 35 йәш тирәһе, күптән инде үҙҙәре ғаиләле булып бөткәндәр. Ҡайҙа осратһам да, һаулыҡ һорашып, хәл белеп үтәләр. Уларҙың иғтибарынан күңел тулып китә, кескәй генә саҡтары иҫкә төшә. Нисәмә йылдар буйы көн дә күрешкән, аралашҡан бәләкәстәр менән айырылышыу, әлбиттә, ҡыйын. Был көндән һуң бер килке күңелдә бушлыҡ тойоп, юҡһынып йөрөйһөң.

►Тәрбиәсе булып эшләү өсөн тәү сиратта…
- Балаларҙы яратырға кәрәк. Сөнки улар үтә лә һиҙгер, һинең күҙ ҡарашыңдан бар нәмәне тойомлаусан булалар. Йөрәгеңдән ул балаға ҡарата ни сыҡһа, уның да күңеленә шул барып етә. Мин үҙ булмышымды ошо һөнәрҙә таптып, тип әйтә алам. Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай, ауыр саҡтар ҙа, кәйеф булмаған көндәр ҙә була, әммә мин улар эргәһенә барып инһәм, бар нәмә онотола.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: