Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Октябрь 2021, 10:34

Дарманлы Даян

"Әрменән ҡайтҡас, ҡайҙа эшкә барырға, һөнәрем буйынса китергәме, әллә башҡа юлданмы тип байтаҡ ҡына уйландым..."

Дарманлы Даян
Дарманлы Даян

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгәндәрҙе кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу, сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү йәһәтенән профилактик саралар күреү, бөтә төр медицина ярҙамын күрһәтеү, дауалап булмаған сирҙәргә дусар булғандарҙың хәлен еңеләйтеү кеүек маҡсаттар берләштерә. Хәйер, был тәү ҡарашҡа табиптарға, шәфҡәт туташтарына, фельдшерҙарға,тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәтендә эшләгәндәргә генә ҡағыла кеүек, әммә төрлө лабораторияларҙа әллә нисә төр анализдарға күҙәтеү яһаған, аппараттар ярҙамында тикшереүҙәр үткәргән, эске тән ағзаларының торошона баһа биргән белгестәрҙең ярҙамынан башҡа сирҙе тулыһынса асыҡлап та, дауалап та булмай. Медицина өлкәһендә утыҙ йылға яҡын хеҙмәт стажына эйә булған, бөгөнгө көндә Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында рентген-лаборант булып эшләгән Даян ДЕНИСЛАМОВТЫҢ хеҙмәте был өлкәлә мөһим урынды биләй тиһәң, һис кенә лә хата түгелдер.

Даян Ғәли улы Үрге Сермән ауылында тыуып үҫә. Мәктәптән һуң, 1991-1993 йылдарҙа Белорет медицина колледжының шәфҡәт туташтары һәм медбраттар әҙерләү бүлегендә уҡый. Уны тамамлағас, Кәртәле-Запань ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып хеҙмәт юлын башлай. Әммә ярты йылдан һуң Ватан алдындағы бурысын үтәү өсөн армия сафына саҡырыла һәм 1993-1995 йылдарҙа Анапала хеҙмәт итә.

- Әрменән ҡайтҡас, ҡайҙа эшкә барырға, һөнәрем буйынса китергәме, әллә башҡа юлданмы тип байтаҡ ҡына уйландым. Сөнки күп кенә йәштәштәрем, бергә уҡыған иптәштәрем Эске эштәр министрлығында эшләй ине. Уйымда полиция хеҙмәткәрҙәре рәтен тулыландырыу теләге лә булды. Барыһын да бер бизмәнгә һалып үлсәгәс, һөнәрем буйынса китергә ҡарар иттем һәм яңылышманым да. Ҡала поликлиникаһына массажист булып урынлаштым. Ун йыл эшләгәс, ул саҡтағы үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Ғәзимйән Мәүлит улы Зәйнуллин үҙенә саҡыртып алды ла: “Ғүмер буйы ул һөнәрҙә эшләмәҫһең инде”, - тип мине рентген-лаборантҡа уҡырға ебәрҙе. Хәҙер инде 2002 йылдан алып ошо өлкәлә эшләйем.

Ҡала поликлиникаһында, 2-се һанлы поликлиникала һәм дауахана ҡаласығында бөтә төр рентген хеҙмәтен күрһәтәм. Бигерәк тә яҙғы-көҙгө осорҙа травма алыусылар һаны арта һәм уларҙың күпселеген оло йәштәгеләр тәшкил итә. Бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн һауа торошона ярашлы аяҡ кейеме кейергә, сәбәпһеҙ киске ваҡытта урамда йөрөмәҫкә кәрәк. Оло кешеләрҙә һәр сир ауырыраҡ үтә. Тәү ҡарашҡа еңел генә күренгән травма ла ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Һөйәк, метаболизмдың яйлауы һәм тире һөлдәһе етерлек кимәлдә ҡан менән тәьмин ителмәүе сәбәпле, йәш организмға ҡарағанда яйыраҡ үҫә. Шулай уҡ эскән килеш “аңһыҙ” травма алыусылар йыш ҡына осрап тора. Травма алып та, ваҡытында табипҡа килмәй, эске тән ағзаларында шешеү процесы барлыҡҡа килгәнсе йөрөгәндәр ҙә бар. Кеше үҙ һаулығына иғтибарлы булырға тейеш! Ваҡытында диспансеризация, ҡырҡ йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙарға мотлаҡ маммография үтергә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар, хатта эшләп йөрөгән граждандарға дәүләт тарафынан махсус ял көнө лә бирелә, - ти Даян Денисламов.

Даян Ғәли улы үҙ һөнәрен яҡшы белгән, кешеләр һаулығы тураһында хәстәрлек күргән белгес кенә түгел, ғаиләһендә лә үрнәкле ир-уҙаман. Тимер юл ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән тормош иптәше Гөлфиә Шәкир ҡыҙы менән өс балаға ғүмер биреп, үҙ өлгөләрендә тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Гүзәл атаһының юлын һайлаған. Белорет медицина колледжының “Шәфҡәт туташы” бүлеген тамамлап, бөгөнгө көндә ҡала поликлиникаһында һөнәре буйынса эшләй. Уртансылары Ләйсән Башҡорт дәүләт аграр университетында магистратурала уҡыуын дауам итһә, улдары Данил 20-се мәктәптең кадет класында I класта уҡый. Дүрт йәшенән алып каратэ менән шөғөлләнгән бәләкәй спортсы Өфөлә һәм ҡалала үткән төрлө спорт сараларында призер булып өлгөргән.

“Улым спорт юлынан китер тип уйлайым. Киләсәктә ниндәй генә һөнәрҙе һайлаһа ла, ҡаршы килмәйәсәкмен. Балаларыма, иң мөһиме күңелеңә, йөрәгеңә яҡын эштә эшләү һәм хеҙмәтеңдән йәм табып йәшәү кәрәклеген аңлатам. Мин башҡаларға күрһәткән хеҙмәтемдең кәрәклеген, мөһимлеген тоям икән, тимәк тормошта үҙ урынымды тапҡанмын. Кешеләрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү күңелгә рәхәтлек бирә, дәрт-дарман өҫтәй. - ти Даян Ғәли улы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: