Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Октябрь 2021, 16:01

Мин - Белорет ҡыҙы

Шахтер... Был һөнәрҙе әйтеү менән күҙ алдына баһадир кәүҙәле ир-егет килеп баҫа. Бѳгѳнгѳ геройым да шахтер булып эшләй. Таныш булығыҙ: Йѳйәк ауылы ҡыҙы Фәрзәнә Түлебаева. Ул ауылында ғына түгел, бәлки, районыбыҙҙа берҙән-бер шахтер ҡатын-ҡыҙҙыр...

Мин - Белорет ҡыҙы
Мин - Белорет ҡыҙы

Маһира Ишкилде ҡыҙы менән Бәйтулла Ғәриф улы Йәһүҙиндарҙың татыу, эшсән, күп балалы ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуған, йәмле Йөйәк буйҙарында һыу инеп, ҡаҙ бәпкәләре көтөп үҫкән ҡыҙ бала киләсәктә яҙмыш елдәре алыҫ себер яҡтарына алып китер ҙә шахтер булып эшләрмен тип бер ҙә уйламағандыр.

Апай-һеңлеләре араһында үҙенә артыҡ иғтибар талап итмәй, аҡыллы, уңған, үтә сабыр холоҡло булып үҫкән ҡыҙыҡай мәктәпте тамамлағас парикмахер булырға хыяллана. Һөнәрселек училищеһына, кәүҙәң бәләкәй тип, уҡырға алмаһалар ҙа, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә токарь һөнәрен үҙләштерергә ҡабул итәләр. Тырыш ҡыҙ һынатмай, ихлас өйрәнә, ең һыҙғанып эшләй, смена планын арттырып үтәй.

Яҙмышын Хәйбулла егете Альфред менән бәйләгәс, йәштәр, йәшәргә урын булмағанлыҡтан, алыҫ себер яҡтарына сығып китәләр. Фәрзәнә тегеү фабрикаһына эшкә төшә, унда ла һынатмай, тиҙ арала тегеү серҙәренә төшөнөп ала, коллективта үҙ кешегә әйләнә. Эльвира ҡыҙҙары тыуғас, декрет отпускыһынан һуң да оҙаҡ ҡына эшләй. Улдары Айрат донъяға килгәс, өйрәнгән коллективына ҡайтырға насип булмай. Донъяларҙың буталсыҡ ваҡыты, эш юҡ, аҡса түләмәйҙәр, ҡыҫҡартыуҙар башлана. Был һынауҙарға ла бирешергә ярамай, сөнки балалар дүрт күҙ менән һиңә ҡарап тора. Уларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк...

Төрлө ерҙән эш эҙләп ҡарай, ләкин таба алмай. Бер көн шулай фабрикала бергә эшләгән иптәш ҡыҙын осрата. Ул был ваҡытта шахтала эшләгән була. Фәрзәнә ҡайтып Альфредына шахтаға эшкә барып ҡарарға ниәтләнеүен әйткәс, уныһының күҙҙәре түбәһенә менә: «Ошо кәүҙәң менән һине кем алһын унда, кеше көлдөрөп барып та торма», - ти ул. Тик сәмсел ҡатын үҙенең һүҙен һүҙ итмәй булдыра алмай. «Алалармы, алмайҙармы, барып ҡарайым», - тип ныҡлы ҡарарға килә.

Документтaрын алып, иртәгәһен иртә менән шахтаға килә Фәрзәнә. Бик ҡолас йәйеп ҡаршы алмаһалар ҙа, ышанысһыҙ ғына документтарын алып, комиссия үтергә ебәрәләр. Үҙе лә эшкә ҡурҡып, ҡыйыуһыҙ ғына килһә лә, бәләкәйҙән бесән сабып нығынып үҫкән ҡыҙ тырышып эшләй башлай. Етәкселәре лә Фәрзәнәне эшкә алғандарына һөйөнөп бөтә алмайҙар. «Егеттәрең ары торһон, минең һылыу ҡыҙҙарым барҙа», - тип дәртләндереп ебәрә смена етәксеһе.

- Тәүҙә ауыр булды, хәҙер өйрәнелде инде. Үҙем күптәрҙе эшкә өйрәттем, әле лә йәштәрҙе ышанып тапшыралар. Ѳйрәнсектәрем дә һынатмайҙар, яҡшы ғына эшләп йөрөйҙәр. Күптән хаҡлы ялдамын, шулай булһа ла эшләп йөрөйөм. Шахтерҙар 45 йәштән пенсияға сыға бит. Отпускыға ла курорт-шифаханаларға түгел, тыуған яҡтарыма ашҡынам, сөнки тыуып үҫкән ерҙәрҙән дә матур ер юҡ, иң матуры - беҙҙең Башҡортостаныбыҙ. Күптәнән мәрхүм булған атай-әсәй ҡәбере, тыуған тупраҡ үҙенә тартһа ла, бөтөнләйгә ҡайтырға насип итмәне. Улым менән ҡыҙым үҙ ғаиләләре менән хәҙер Воркутала йәшәйҙәр, уларҙан, ейән-ейәнсәремдән айырылып ҡайтып та булмаҫ инде.

Яҙмышыма һис кенә лә зарланмайым. Ул мине ҡайҙа ғына ташламаһын, бәләкәй генә кәүҙәле булһам да, мин оло йөрәкле, Белорет ҡоросондай, ныҡлы Белорет ҡыҙы булып ҡалам, - тине минең геройым ғорурлыҡ менән.

Сәүиә СОЛТАНОВА.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: