Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Ноябрь 2021, 10:15

Татыу йәшәүҙән көс алабыҙ

Донъялағы иң ғәзиз, иң ҡәҙерле кешеләребеҙҙең көнө бөгөн. Ер йөҙөндәге ниндәй генә теләктәрҙе теләһәк тә аҙ кеүек. Һәр беребеҙ өсөн ӘСӘ - изгелек, шәфҡәтлелек, ышаныс, тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм мөләйемлелек өлгөһө булып тора. Әсәйебеҙ Ҡәләмова Сафия Рәжәп ҡыҙы ла нәҡ шул сифаттарға эйә. Әсә көнө лә ғәзиздәребеҙ алдында баш эйеү, изгелегенә, хәстәрлекле ҡулдарына мәҙхиә йырлау өсөн уңайлы сәбәп.  

Татыу йәшәүҙән көс алабыҙ
Татыу йәшәүҙән көс алабыҙ

Ҡәҙерле кешебеҙ - әсәйебеҙ төп йортта ғүмер кисерә. Уның изгелектәре, күңел йылыһы бөтәбеҙгә лә дауа кеүек. Унда ҡайтып бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия алып кинәнәбеҙ. Уның шундай көслө рухы, күркәм тыныс холҡо, йомшаҡ күңеле һокландыра беҙҙе. Өйөндәге бөхтәлек, матурлыҡ, тәмле еҫтәр һәр саҡ үҙенә тартып тора.

Илебеҙ кисергән яман ауырыуҙы ла бик (ҡурҡытты, әлбиттә) түҙемле кисерҙе, Хоҙай Тәғәлә аралай бөтәбеҙҙе лә. Алланың ебәргән бар һынауҙарын да бәлә һалмай ғына, бик сабыр үткәреп кенә ҡалмай, бүтәндәргә лә дауаланыу өсөн дарыуҙар эшләп, кәңәштәре менән дә, доғалары менән дә ярҙам итергә тырышып ултырҙы. Әле лә аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, йылы йөрөгөҙ тип теләктәрен теләй-теләй, кемгә ойоҡбаш, кемгә бейәләйҙәрен бәйләп ебәрә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай ул: бөтәбеҙгә лә һаҡал-биҙәктәр эшләп бирҙе, һеңлеләренең балаларына ла биҙәкләп, һаҡал эшләп бүләк итте.

Һәр саҡ бөтә ерҙә лә беҙгә файҙалы булырға тырыша. Йәй көндәре ҡорот ҡайнатып, уны эшләү ысулдарын өйрәтеп ҡыуандырҙы. Әле тултырмаларын әҙерләшеп, өйҙә мәж килә. Ял ваҡыттары етә баш-лаһа, ҡоймаҡ ҡойоп, йыуасалар әҙерләй, бишбармаҡ бешереп балаларҙы кинәндерә.

Ғөмүмән, әсәйебеҙ үҙендә башҡорт ҡатынының барлыҡ гүзәл сифаттарын туплаған сабыр, аҡыллы, эшсән кеше!

Ғүмер буйы ауылда, колхозда: көлтә бәйләп, ауыл баҫыу-яландарында бала саҡтан ең һыҙғанып эшләне. Ағас бысҡан урында ла, ауыл халҡынан һөт йыйыу ҙа ситтә ҡалманы.

Рәхмәт һиңә, әсәй, ағайым, апайҙарым, һеңлеләрем өсөн. Беҙ бит бергә-бергә татыу йәшәүҙән йәм табып, көс алып йәшәйбеҙ. Рәхмәт һиңә оҫта ҡулдарың, йылы һүҙҙәрең, тәмле сәйҙәрең өсөн. Һинең изге доғаларың - беҙгә юл ярыусы, изгелеккә әйҙәүсе. Күңел йылыңды өләшеп, иман нуры сәсеп оҙаҡ йәшә, әсәй! Беҙ һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

 Зилдә ӘХМӘҘИНА.

Белорет.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: