Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Декабрь 2021, 15:59

Имле ҡуллы Ольга-Әлиә

Кеше һаулығы, ғүмере өсөн яуаплы һөнәр һайлау - тиктомалдан ҡабул ҡылынған ҡарар булыуы мөмкинме икән? Юҡтыр. Бындай етди йөкләмә, тәү сиратта, Ерҙә үтәр миссияңды, тәғәйенләнешеңде аңлау арҡылы ғына ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Өс тиҫтә йылға яҡын һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән юғары категориялы травматолог-ортопед, үҙ эшенең оҫтаһы Ольга Михайловна ПАВЛОВА ла, ана, был фекер менән тулыһынса килешә. Юғиһә, металлургтар ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙ, Күктәр тарафынан һалынған тәғәйенләнешен һиҙенеп, үҙен белер-белгәндән кешеләрҙе дауалау тураһында хыялланыр инеме ни?!

Имле ҡуллы Ольга-Әлиә
Имле ҡуллы Ольга-Әлиә

Һөнәр һайлауы, хеҙмәтенең үҙенсәлектәре тураһында бына ниҙәр һөйләй ул:

- Тыумышым менән Белореттан мин. VIII класҡа тиклем ҡаланың 8-се мәктәбендә белем алһам, IX-X кластарҙы Шығайҙа, өләсәйем йәшәгән ауылда, уҡыным. Бала ғына сағымдан кешеләргә ярҙам итеү, сирлеләрҙең хәлен еңеләйтеү, дауалау теләге мине киләсәктә Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау бүлегенә алып килде. Уҡыу дисциплиналарын өйрәнеү барышында һөнәр йәһәтенән травматология һәм ортопедия йүнәлешен һайланым. Клиник ординатураны тамамлағандан һуң, 1996 йылда тыуған яғымда хеҙмәт юлын башланым.

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Илизаровтың иң һәләтле уҡыусыларының береһе - Юрий Григорьевич Ларионов етәкселек иткән коллектив мине, тәжрибәһеҙ йәш белгесте, ҡолас йәйеп ҡаршы алды.

- Әйткәндәй, травматолог һәм ортопедтың эше нимәнән ғибәрт?

- Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа имгәнмәгән, йәрәхәт алмаған кеше юҡтыр. Травмаларҙы билдәләү һәм дауалау, ашығыс ярҙам күрһәтеү - травматолог иңендә. Ғөмүмән, һөнәр имгәнгән кешегә ярҙам күрһәткәндә ашығыс һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул ҡылыуҙы, етеҙлекте талап итә. Сөнки кеше ғүмерен был осраҡта секундтар хәл итә.

Үткер әйберҙәр менән яраланғанда, быуын сыҡҡанда, быуын тарамыштары ҡаймығанда, һөйәк һынғанда, йәрәхәтләнгәндә, баш-мейе имгәнеүендә, умыртҡа һәм арҡа мейеһе йәрәхәттәрендә, бешкәндә, кисекмәҫтән, травматологҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Ортопедия йүнәлешенә килгәндә, был йәһәттән һөнәр үҙләштергән белгес, нигеҙҙә, терәк-хәрәкәт системаһы ауырыуҙарын билдәләү һәм дауалау, шулай уҡ профилактикалау менән шөғөлләнә. Ортопедҡа, ғәҙәттә, арҡа, муйын, тубыҡ быуыны ауыртҡанда, быуындар хәрәкәтсәнлеге боҙолғанда, төрлө имгәнеүҙәрҙән, инфекция ауырыуҙарынан һуң мөрәжәғәт ҡылалар. Бындай табипҡа йышыраҡ терапевт, хирург йәки педиатр кеүек белгестәрҙең күрһәтмәһе буйынса баралар. Умыртҡа һөйәге, аяҡ-ҡулдар кәкрәйгән, яҫы һәм тайыш табанлылыҡ, остеохондроз, артрит, артроз һәм брусиат, бәйләнеш тарамыштары, быуын, һеңер кәмселектәре осрағында ла тап ортопед ярҙамға килә. Әйткәндәй, табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт иткәндә, терәк-хәрәкәт системаһы ауырыуҙары коррекцияға йәһәт бирелә. Шуның өсөн ауырыуҙың аҙғанын, хроник сиргә әйләнгәнен көтмәгеҙ, дауаланырға ашығығыҙ!

- Һөнәрегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары...

- Беҙҙең һөнәрҙе еңел тип әйтеп булмай, әлбиттә. Уны йышыраҡ ирҙәр эше тип ҡарайҙар. Шулай ҙа бында ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас һиҙгерлек, нескәлек тә зарурилыр, тим. Мәҫәлән, ҡул суғы микрохирургияһында ҡатын-ҡыҙға етеүсе юҡ.

Хәйер, әйләнгән һайын бүтәндәрҙең ғазап-михнәттәрен йөрәк аша үткәреү, кеше һаулығы, ғүмере өсөн яуаплылыҡ, төнгө нәүбәттәр, билдәләнгән ваҡыттан тыш эшләү эмоциональ ғына түгел физик йәһәттән дә ауыр бирелә. Айырыуса сирленең диагнозын аныҡлағанда теге йәки был ауырыу йәһәтенән медицинаның көсһөҙлөгөн таныу ҡыйынға төшә. Балаларым минең йән әрнеүҙәремде күреп, бөтөнләй икенсе йүнәлештә - сәнғәт һәм техника өлкәһендә һөнәр һайланы. Йәнә, төрлө социаль төркөмгә ҡараған кешеләр менән эшләүе лә еңелдән түгел, әйтәгүр. Әммә, нисек кенә булмаһын, үҙ эшеңдең ыңғай һөҙөмтәһен күреү, кешеләрҙең рәхмәтен ишетеү, шатлығын тойоу - үҙе бер бәхет ул. Бындай мәлдәрҙә бөтөн арыу-талсығыуҙарҙы, ҡыйынлыҡтарҙы онотаһың; тағы ла тырышып, дәртләнеберәк эшкә тотонаһың.

- Тимәк, Һеҙ бындай һөнәр һайлауығыҙға үкенмәйһегеҙ...

- 28 йыл медицина өлкәһендә эшләп, шөкөр, бер тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы...

- Күптәр Ольга Михайловна Павлованың сатнатып башҡортса һөйләшеүенә ғәжәпләнә лә торғандыр...

- Этник-ара ғаиләлә тыуып үҫкәнмен мин. Әсәйем - башҡорт, Шығай ауылы ҡыҙы, атайым иһә рус милләтенән ине. Ике телдә лә иркен аралашам. Ошоға бәйле, тормошта ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә йыш була. Мәҫәлән, рус исем-шәрифле табипҡа килгән пациенттар, ауыртыуға түҙә алмай, бәғзе ваҡыт башҡорт йәки татар телендә цензураһыҙ һүҙҙәр әйтеп ташлауы ихтимал. Йәнәһе мин - Ольга Михайловна, барыбер бер ни аңламаясаҡмын. Әле генә үҙ телендә әрләшеп ултырған сирлегә йомшаҡ ҡына итеп башҡортса өндәшеүем була, ул аптырау һәм оялыуҙан албырғап ҡала. Әйткәндәй, яҡындарым, дуҫ-иштәрем мине үҙебеҙсә Әлиә тип кенә йөрөтә.

- Эштән арынған мәлдәрҙә сарыф ҡылынған энергияны тулыландырыр шөғөлдәрегеҙ ҙә юҡ түгелдер...

- Булмышым менән йыр-моңға, бейеү сәнғәтенә ғашиҡмын. Йәнә бирелеп, мауығып китеп Көнсығыш сәнғәтен һәм медицинаһын өйрәнәм.

- “Урал” гәзитен алдырған дуҫтарыбыҙға ниҙәр теләр инегеҙ?

- Тәү сиратта, барыһына ла сәләмәтлек теләйем. Ҡышҡы осор, айырыуса, Яңы йыл каникулдары имгәнеү йәһәтенән үтә хәүефле. Иң мөһиме, ашыҡмағыҙ, һаҡ, ипле булығыҙ. Барыҫ йылы барығыҙҙы ла тик бәхет-шатлыҡтар, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәрәкәт менән тейендерһен!

- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ, изге теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Ольга Михайловна! Артабан да уңыш-ҡаҙаныштар юлдаш булһын Һеҙгә!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: