Бөгөнгө көндә массаж сеансына яҙылыу бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ҙур, бәләкәй ҡалалар эреле-ваҡлы массаж салондары менән тулған. Иң мөһиме, улар араһынан тейешле шарттар һәм хеҙмәт тәҡдим иткәнен һайлау, яңылышмау зарур. Ғөмүмән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, компетентлы хеҙмәт күрһәткән, һәр клиенты менән ипле мөғәмәлә иткән массаж яһаусыға юлығыуың ҙур уңыш, әлбиттә. Сөнки табипҡа барған кеүек үк, һин дә уға үҙ сәләмәтлегеңде ышанып тапшыраһың.
Бөгөн әңгәмә ҡорасаҡ егетебеҙ - массажсы, шулай уҡ ҡан сығарыу йәғни хиджама оҫтаһы Булат ФӘТТӘХОВ та был йәһәттән клиенттарының өмөт-ышанысын аҡларға, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығы эсендә үҙ хеҙмәтен яйға һалырға өлгөргән белгестәрҙең береһе ул.
БЕЛЕШМӘ. Сығышы менән Учалы районы Миндәк ауылы егете. Эржена һәм Сәғит Фәттәховтарҙың татыу ғаиләһендә өс баланың тәүгеһе булып донъяға килгән. Туғыҙынсы кластан һуң Белорет педагогия колледжының физкультура бүлегендә уҡый. Диплом алғас, бер ни ҡәҙәр үҙ йүнәлеше буйынса мәктәптә эшләп ала. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан аҙаҡ өс йыл ярым Себер тарафтарында вахта ысулы менән сәнәғәт альпинисы булып эшләй. Өйләнеп, улы Әмир донъяға килгәс, Белоретта төпләнеп, урындағы заводтарҙың береһенә эшкә урынлаша. Әммә күңеленә ятмаған хеҙмәт урынында оҙаҡ тотҡарланмай: Белорет медицина колледжына уҡырға инеп, массаж яһаусы һөнәрен үҙләштерә һәм ошо юҫыҡта клиенттарға үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Даими рәүештә төрлө курстар үтеп, белемен камиллаштырырға ла өлгөрә. Ҡатыны Алина ла тормош иптәшен һәр йәһәттән дәртләндереп, сәмләндереп тора. Ул иһә һөнәре буйынса фитнес-тренер, балалар массажсыһы.
- Элегерәк, көрәш, волейбол, баскетбол кеүек спорт ярыштарында ҡатнашҡанда, мускулдарҙы яҙыу өсөн бер-беребеҙгә массаж эшләй торғайныҡ. Ана шул ваҡыттарҙа уҡ ошо оҫталыҡҡа өйрәнеү теләге яралғайны. Ниәтемде тормошҡа ашырып, бөгөнгө көндә фатирыбыҙҙың бер бүлмәһен массаж кабинеты рәүешендә йыһазландырҙыҡ. Тәүге клиенттарым - туғандар, дуҫ-иштәр. Улар арҡылы тәжрибә тупланым, тиһәм, һис хата булмаҫ. Иғлан буйынса тәүгеләрҙән булып килгән клиенттар иһә Өфө ҡалаһынан ине.
- Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ һаулығы йәһәтенән берәй проблема килеп сыҡмайынса үҙенең хәл-торошон ҡайғыртырға ашыҡмай. Ниндәйерәк проблемалар менән мөрәжәғәт итәләр һеҙгә?
- Техник алға китеш заман кешеһен сәләмәтлек өсөн мөһим нәмәнән - хәрәкәттән мәхрүм ҡыла. Күп һөнәр эйәләренең эш көнө, нигеҙҙә, компьютер алдында, руль артында уҙа. Бер торошта оҙаҡ ҡалыу мускулдарҙың көсөргәнешенә килтерә. Был иһә умыртҡа һөйәге дисктарының ҡыҫылыуына, муйын, арҡа, баш, күкрәк ситлеге ауырыуҙарына сәбәп. Даими рәүештә көйһөҙләнеү, стрестар ҙа иң элек арҡаға бәрә. Күптәр ауыртыу үҙәккә үтә башлағас ҡына массаж процедураһына яҙылырға йөрьәт итә.
Массаж курсы, ғәҙәттә, 7-10 сеанстан тора. Тәүге өс сеанста организмды массаж процедураһына әҙерләп, өйрәтеп алыу фарыз. 4-6-сы сеанстар - физиотерапияның төп өлөшө булһа, ҡалғандары иһә был процедураны тамамлаусы сеанстар булып һанала. Тап ошо арауыҡта күренә лә инде массаждың организмға булған һөҙөмтәһе. Хәйер, һәр организм үҙенсәлеклеге менән айырылып тора. Кемгәлер ете сеанс етһә, бәғзеләргә ыңғай һөҙөмтәгә ирешер өсөн 15-20 процедура талап ителә.
- Массаж яһаусыға иң элек проблемалы зоналарҙы билдәләп алыу кәрәктер...
- Әлбиттә, башта тәнде ҡапшау арҡылы пальпация уҙғараһың, ҡайҙан башлау, ниндәй алымдар ҡулланыу һөҙөмтәлерәк булыуын билдәләйһең.
- Бер массаж сеансына күпме ваҡыт бүленә?
- Арҡаға массаж эшләү яҡынса 30 минут дауам итә. Ҙур, мыҡты кәүҙәле ир кешеләргә, мәҫәлән, спортсыларға күберәк ваҡыт китә. Бөтөн тәнгә массаж эшләүгә 1,5-2 сәғәттәй ваҡыт бүленә.
Классик массаж һыйпау, мускулдарҙы яҙыу, ышҡыу, һуҡҡылау, вибрация эшләү кеүек этаптарҙы үҙ эсенә ала.
- Массаждың ыңғай тәьҫире нимәнән ғибәрәт?
- Тәү сиратта, тәндәге көсөргәнештән, талсығыуҙан ҡотолаһың, мускулдарҙың һығылмалылығы арта, ҡан, лимфа әйләнеше бермә-бер яҡшыра, организмда тотҡарланған артыҡ шыйыҡса сыға, ҡан баҫымы нормалләшә, матдәләр алмашыныуы көйләнә, иммунитет нығый. Бынан тыш, тире аҫтындағы май ҡатламы кәмей, кеше ябыға, тире лә шымарып, сафланып ҡала; тир, май биҙҙәренең эшмәкәрлеге яҡшыра. Нервы системаһы “тыныслана”, был иһә йоҡо режимы яйға һалына тигән һүҙ.
- Медицина күрһәткестәре буйынса, кемдәргә массаж эшләтеүҙән тыйылыу зарур?
- Әлбиттә, организм өсөн ни тиклем генән файҙалы булмаһын, был процедураның да үҙ сикләүҙәре бар. Онкологик ауырыуҙар булғанда, мәҫәлән, ҡан әйләнешенең яҡшырыуы шештең үҫеүенә булышлыҡ итә. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре киҫкенләшкәндә, тире ауырыуҙары ваҡытында ла массаж эшләтеүҙән тыйылыу зарур. Ҡан яһаусы ағзаларға ҡағылышлы сирҙәр шулай уҡ массажға сикләү булып тора. Сөнки микроциркуляцияның яҡшырыуы ауырыу процесын киҫкенләштереп, ҡан китеүгә сәбәп булыуы мөмкин.
Төрлө киҫкен инфекцион һәм вируслы сирҙәр мәлендә, тән температураһы күтәрелгәндә лә физиотерапия ярамай. Был ҡағиҙәләрҙе һанламағанда пациенттың хәл-торошо оторо мөшкөлләнеүе ихтимал.
- Клиенттарығыҙ араһында кемдәр күберәк: ҡатын-ҡыҙҙармы, әллә ир-егеттәрме?
- Ни генә тиһәң дә, гүзәл зат үҙ сәләмәтлегенә яуаплыраҡ ҡарай. Ир-ат иһә һуңғы сиккә тиклем түҙә. Шуның өсөн клиенттарым араһында ла ҡатын-ҡыҙҙар күберәк. Әйткәндәй, ирҙәр, нигеҙҙә, ҡатынының өгөтө, йә бүләк ителгән абонимент арҡылы ғына килә. Хәйер, массаж яһаусынан тартынырға, оялырға кәрәкмәй, беҙгә лә, табиптар кеүек үк, пациенттың ниндәй енестән һәм ниндәй фигуралы булыуы мөһим түгел, тәү сиратта, кеше массаж сеансы арҡылы хәл-торошон яҡшыртһын, ҡәнәғәт ҡалһын.
- Массаждан тыш, хиджама менән дә дауалайһығыҙ. Был процедура тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Хиджама тип, ҡан сығарыуға бәйле бик боронғо һауыҡтырыу ысулын атайҙар. Мосолман донъяһында был төр дауалау айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ. Мөхәммәт Пәйғәмбәр уны кешене сәләмәтләндереү өсөн хаҡ ысул тип атаған, был турала 28 хәҙистә әйтелгән. Мосолман кешеһенә йылына ике тапҡыр ҡан сығарыу фарыз тиелгән уларҙа.
Ғөмүмән, был процедураға ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Сөнки организмдың сәләмәтлеге күп осраҡта ҡан менән тәьмин ителеүгә бәйле. Ҡан туҡымаларҙы туҡлыҡлы матдәләр, кислород, минералдар һәм витаминдар менән туйындыра, регенерация процесын тиҙләтә, күҙәнәктәрҙе ағыулы матдәләрҙән таҙарта, уларҙың яңырыуына булышлыҡ итә.
Нимә менән файҙалы, тиһегеҙме, ҡан сығарыу? Тамырҙарҙың тарайыуы, ағзалар һәм һөйәктәр менән ҡыҫылыуы, вена ҡан тамырҙарының киңәйеүе, ҡанда шәкәр кимәленең йәиһә “насар” холестериндың күтәрелеүе, аҙ хәрәкәтләнеүсәнлек, дөрөҫ туҡланмау арҡаһында ҡандың “ойошоуы” ихтимал. Был иһә уның ваҡытынан алда ҡартайыуына, гипоксияға һәм күҙәнәктәрҙең “асығыуына” килтерә.
Талап ителгәнгә ҡәҙәр (яраланған, ҡан юғалтҡан йәки кислород етешмәгән осраҡҡа тиклем), айырым “резервуарҙарҙа” һаҡланған ҡандың сәләмәтлек өсөн бер файҙаһы ла юҡ. Бындай ҡанды шартлы рәүештә бысраҡ тип әйтергә мөмкин, һәм уны ваҡыты-ваҡыты менән яңыртып тороу фарыз.
Хиджама эшләгән саҡта бер ни тиклем “торғон” ҡан сығарыла, ә инде был мәлдә организмда ферменттарға һәм кислородҡа бай яңы ҡан эшкәртелә башлай.
- Ҡан сығарыу арҡылы ниндәй ауырыуҙарҙы дауаларға мөмкин?
Хиджаманан һуң хәл-тороштоң яҡшырыуы, сәләмәтләнеү күҙәтелә. Был ысул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, гинекологик, оториноларингологик сирҙәр, таяныу-хәрәкәт һәм мускул аппаратына бәйле проблемалар булғанда, төрлө инфекциялар һәм елһенеү менән интеккәндә файҙалы. Айырыуса ҡан баҫымы юғары булғанда, гастрит, ашҡаҙан сей яраһы менән яфаланғанда, бауыр, бөйөр, үт ҡыуығы сирҙәрендә, матдәләр алмашыныу боҙолғанда, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә, остеохондроз, атеросклероз менән йонсоғанда, инсульт кисергәндә хиджама эшләтеү зыян булмаҫ. Йыш ҡына уны спортта һәм ябығыу өсөн дә ҡулланалар.
- Ҡайһы осраҡта хиджама ярамай?
- Гемоглобин кимәле түбән булғанда, аҙ ҡанлылыҡ һәм лейкемия, тромбоз, онкологик сирҙәрҙә, ҡан күҙәнәктәре миҡдары кәмегәндә, гипотония менән интеккәндә, тыумыштан йөрәк ауырыуының ҡатмарлы формаһына дусар булғанда, йөклөлөк һәм бала имеҙгән осорҙа, психик ауырыуҙар ҡуҙғанда хиджама тыйыла. Шулай уҡ ағыуланғанда, инфекцион ауырыуҙар мәлендә (һауыҡҡандан һуң 14 көн уҙырға тейеш), күрем мәлендә һәм унан һуң ете көн уҙмай тороп был процедураны ҡулланырға ярамай.
- Ҡасаныраҡ һәм йылына нисә тапҡыр ҡан сығарырға мөмкин?
Хиджаманың профилактик, дауалау һәм косметик төрҙәрен айырып йөрөтәләр. Профилактик хиджаманы йылына ике эшләү ҙә етә, мәҫәлән, көҙгө һәм яҙғы осорҙа. Дауалау төрө иһә курс менән йылына 3-4 мәртәбә уҙғарыла һәм айырым нөктәләр буйынса ғына эшләнелә. Косметик ҡан сығарыу менән, нигеҙҙә, йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар мауыға. Ул бит тиреһен сафландырыу, йәшәреү процесын әүҙемләштереү, һытҡыларҙан, таптарҙан ҡотолоу йәһәтенән файҙалы.
- Хиджамаға нисек әҙерләнергә?
- Сеансҡа барыр алдынан организмды ҡан “юғалтыуға” әҙерләү фарыз. Ике көн алда ауыр аҙыҡ-түлектән, спиртлы эсемлектәрҙән, тәмәкенән баш тартыу, диета һаҡлау кәрәк. Хиджаманы, ғәҙәттә, ас ҡарынға эшләйҙәр. Процедура алдынан ҡанға анализ биреү, табип менән кәңәшләшеү ҙә артыҡ булмаҫ.
Ҡан сығарыу сеансынан һуң иһә берәй тәүлек аҡыл һәм физик көсөргәнештән азат булыу, организмдағы һыу балансын һаҡлау зарур. Күберәк таҙа һыуға, үлән сәйҙәренә, емеш-еләк компотына, файҙалы морстарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Шулай уҡ В һәм С витаминдары, гранат емештәре, ҡарабойҙай бутҡаһы, һыйыр бауыры, сәтләүектәр, йәшелсә салаты организмды йәһәтерәк тергеҙергә ярҙам итер. Йәрәхәт урындары тиҙерәк бөтәшһен өсөн ике-өс көн арҡағыҙға һыу тейҙермәгеҙ.
Әйткәндәй, тәүге мәлдәрҙә хәлһеҙлек тойолһа, артабан кәүҙә еңеләйеп, кәйеф көрәйеп ҡалғандай була.
- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Булат, уңыштар юлдаш булһын Һеҙгә!