Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Февраль 2022, 09:14

Хәләл ризыҡ хәлде яҡшырта

Йәмғиәттә бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр барған, тотороҡһоҙ заманда ниндәйҙер оло эшкә тотонор, йәки үҙ эшеңде асыр алдынан уның уңышлы булырына бер ниндәй ҙә гарантия юҡ.

Хәләл ризыҡ хәлде яҡшырта
Хәләл ризыҡ хәлде яҡшырта

Шулай ҙа “Күҙ ҡурҡа - ҡул эшләй” тигәндәй, бер ниндәй
ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, маҡсатын тормошҡа ашыра тырыштар. Шундай ир-егеттәрҙең береһе - Рөстәм Ситдиҡов та күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы урамында “Ваша кухня” хәләл кафеһын асып ебәргән.

Рөстәм Талип улы сығышы менән Әбйәлил районы Байым ауылынан. IX-XI кластарҙа Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге художество мәктәбендә белем ала. Унан һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай
һәм баш ҡала мәктәптәренең береһенә һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Әммә, уҡытыусылыҡ эшенең уныҡы түгеллеген тиҙ аңлай һәм китергә мәжбүр була. Дема ҡасабаһында иптәштәре менән тышҡы реклама (баннерҙар, алтаҡталар һ.б.) бизнесы менән шөғөлләнә башлай. Тап ошо осорҙа тормош иптәше - Туймазы ҡыҙы Динараны осратып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Улдары тыуғас, Белоретта шәхси эшҡыуар булып эшләгән дуҫ егете үҙенә саҡыра. Атай-әсәй янына ҡайтып йөрөүҙең дә яҡынлығын иҫәпкә алып, 2010 йылда ғаиләһе менән Иҙел башына күсеп килә.

- Ун йыл дауамында төрлө урында, иптәш эшҡыуарҙар менән эшләнем. Үҙ эшемде асыу күптәнге хыялым ине, ҡайһы өлкәне һайлау мәсьәләһен бик оҙаҡ уйланым һәм дуҫтарым менән оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәс, кафе асырға ҡарар иттем. Ике ай дауамында бинаға барлыҡ талаптарға ярашлы ремонт эшләнек, кәрәкле ҡоролмаларҙы, витриналарҙы табыу, урынлаштырыу, ашнаҡсылар эҙләү өсөн байтаҡ ҡына йүгерергә тура килде. Шулай итеп, уҙған йылдың 21 июлендә - Ҡорбан байрамы көнөндә аяттар уҡытып, “Бисмилла” итеп кафебыҙҙы асып ебәрҙек.


Ашнаҡсыларыбыҙ Альбина Әйүпова, Ләйсән Гәрәева һәм Зәйлә Абдрахманова көн һайын менюҙы төрләндереп бешерә. Хаҡтар сағыштырмаса осһоҙ. Мәҫәлән, ҡоротло һалма ашы - 60, икенсе блюдолар (картуф иҙмәһе, макарон, ярмалар) - 60-65, гарнирҙар - 55-120, салаттар - 55-60, төрлө эслек менән бәрәмәстәр - 35, өсбошмаҡ, ҡыҫтыбый - 70, бөйөрөк - 60, мини-пицца, ҡамыр эсендәге сосиска 50 һум тора. Ассортимент бик бай. Бигерәк тә ҡамыр ризыҡтарына ихтыяж ҙур. Барыһын да үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, ауылдан килтерелгән хәләл итте генә ҡулланабыҙ. Шулай уҡ заказ буйынса төрлө эслек менән ҙур пиццалар бешерәбеҙ. Ғөмүмән алғанда, беҙҙә һәр төрлө ризыҡты ҡунаҡтарға, мәжлестәргә бешертеп алырға була.

Йәнә аяттар үткәреү өсөн айырым зал бар. Ул 25-30 кешегә иҫәпләнгән, меню бер кешегә 290 һум тәшкил итә. Шулай уҡ беҙҙә никах мәжлестәрен үткәрергә була. Ҡала буйынса төшкө ашҡа заказдар ҡабул итәбеҙ. Уларҙы эш унындарына бушлай таратабыҙ. Әле көн дә 20-25 кеше заказ бирә. Ғәҙәттә, бер үк клиенттар.

Аҙыҡ-түлекте, бер тапҡыр ҡулланыла торған посудаларҙы һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы Магнитогорскийҙан барып алам - шулай осһоҙораҡҡа төшә.

Әле күптәр кафебыҙҙың хәләл икәнлеген белеп тә бөтмәй. Исемен ашығысыраҡ уйлағанмын. Алла бирһә, йәйгә уны есеменә тап килтерерлек итеп үҙгәртергә ниәтләнәм. Идеялар бик күп әле. Башлаған эшемдең һөҙөмтәһен күрер өсөн таңғы етенән кискә ҡәҙәр кафеламын, - ти Рөстәм Талип улы.

Әйткәндәй, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов кафеның көтөп алған ҡунаҡтарының береһе. Юл төшкән һайын “ҡайыш аҫтын нығытырға” тап ошонда туҡтауын, аш-һыуҙың сифатлы һәм тәмле булыуы тураһында Интернеттағы сәхифәһендә уртаҡлашып тора.

Рөстәм Ситдиҡов тормош иптәше Динара менән Асҡар һәм Тимур исемле улдар үҫтерәләр. Уларҙың икеһе лә ҡаланың 14-се гимназияһы уҡыусылары. Динара Дауыт ҡыҙының “VROOM” виртуаль ысынбарлыҡ клубы байтаҡ йылдар эшләп килә. Унда балаларҙың тыуған көндәрен заманса стилдә үткәреү, виртуаль уйындар уйнап, ял ваҡыттарын күңелле уҙғарыу мөмкинлеге бар.

“Кәләшем буш ваҡыттарында кафеға килеп ярҙам итеп китергә өлгөрә. Бөгөнгө хеҙмәтебеҙҙең иртәгәһе көндә нисек йәшәүебеҙгә йоғонто яһағанын аңлайбыҙ. Балаларға лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерергә, имен, мул тормошта йәшәтеү өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Әле асҡан эшемдең нескәлектәрен тулыһынса өйрәнәһе, алға китеү юлдарын табаһы, һәр кемдең беҙҙең кафенан ҡәнәғәт булып сығып китһен өсөн эшләйһе лә, эшләйһе әле”, - ти эшҡыуар.

Үҙ сиратыбыҙҙа Рөстәм Талип улына уңыштар, хеҙмәтенең табыш килтереүен һәм клиенттарының күп булыуын теләйбеҙ!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: