Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Февраль 2022, 12:17

Ил ҡалҡаны - ир-егет

Элек-электән әрме сафында хеҙмәт итеү ир-егет өсөн оло мәртәбә һаналған. Һалдат бутҡаһын тәмләп, ҡырыҫ мөхиттә рухи һәм физик йәһәттән сынығып, ер-һыу күреп ҡайтҡандар һәр ваҡыт оло ихтирам уятҡан. Әммә заман башҡа - заң башҡамы, йылдан-йыл ил алдында бурыс үтәргә теләүселәр һаны кәмей бара. Ни өсөн йәштәр әрме хеҙмәтенән баш тарта һуң? Атай-әсәй бәпләүенән, уңайлы шарттарҙан айырылыу ҡурҡынысымы был, әллә йәшлек максимализмы арҡаһында кемгәлер буйһонорға теләмәүме, йәиһә хеҙмәт итеүҙе ваҡыт сарыфлауға тиңәүме? Ғөмүмән, ниндәй ул бөгөнгө армия, элеккеһенән ҡайһы яғы менән айырыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бѳрйән райондары хәрби комиссары Айбулат ДӘҮЛӘТБИРҘИНГӘ мөрәжәғәт ҡылдыҡ.

Ил ҡалҡаны - ир-егет
Ил ҡалҡаны - ир-егет

 

Айбулат Рәис улы Дәүләтбирҙин Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында донъяға килә. Баймаҡ лицей-интернатын тамамлағас, 1986-1990 йылдарҙа Коломна юғары артиллерия команда училищеһында уҡый. 1990-1993 йылдарҙа Грузияның Кутаиси ҡалаһында һауа-десант бригадаһында хәрби хеҙмәт юлын башлай. 1993-1994 йылдарҙа - Краснодар крайында, 2000 йылдан Ырымбур өлкәһендә хеҙмәт итә. 2006-2015 йылдарҙа Алкин хәрби часында часть командиры була. 2019 йылдан Башҡортостандың хәрби комиссариатында эшләй. 2021 йылдың ноябрь айында иһә Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бѳрйән райондарына хәрби комиссар итеп тәғәйенләнә.

►Айбулат Рәис улы, йәшерен-батырыны юҡ, бөгөнгө йәмғиәттә әрме хеҙмәтенә кире ҡараш йәшәй. Ни өсөн күпселек егеттәр, шул иҫәптән ул үҫтергән атай-әсәйҙәр ҙә, ил алдында бурыс атҡарыуҙы кәрәк тип һанамай?

- Интернет заманы үҙенекен итә. Мәғлүмәттең яҡшыһын да, насарын да иң элек социаль селтәрҙәр аша ҡабул итәбеҙ. Үҙ сиратымда, шуға диҡҡәт итәм: виртуаль донъяла күпселек осраҡта әрме хеҙмәтенә ҡаршы агитация алып барыла. Быны, бәлки, кемдер үҙ кеҫәһен ҡалынайтыу маҡсатында эшләйҙер, мәҫәлән, оҙон аҡса артынан ҡыуған юридик фирмаларға йәш кешелә әрмегә барыу теләген һүрелтеү, әлбиттә, отошло.

Ғөмүмән, йәш егеттәрҙең 70 проценты әрме хеҙмәтенә бөтөнләй әҙер түгел. Был йәһәттән йәш быуынға патриотик тәрбиә биргән, рухи үҫеште тәьмин иткән октябрят, пионер, комсомол ойошмаларының юҡҡа сығыуы ла үҙ ролен уйнамай
ҡалмағандыр. Әммә өмөтһөҙлөккә бирелергә иртәрәк - йәштәрҙе хәрби-патриотик эш-ғәмәлдәргә, спортҡа ылыҡтырған, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, ир-егет өсөн хәрби хеҙмәттең зарурилығын аңғартҡан хәрби ойошмалар тамыр нығыта. Был йәһәттән Белорет, Бөрйән райондары айырыуса әүҙем. Шулай уҡ "Юнармия" Бөтөн Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәтенең эшмәкәрлеге лә маҡсатҡа ярашлы ойошторолған.

Тик ни генә тиһәң дә, төп тәрбиә ғаиләнән килә. Улдарын яуаплы, намыҫлы, рухлы, илһөйәр итеп үҫтергән атай менән әсәйҙең балаһын әрме сафына ебәрмәҫкә мәшәҡәтләнеүе икеле. Үкенескә ҡаршы, әрменән ҡасып йөрөгән әзмәүерҙәй "бәләкәсен" ҡурсалап, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәрен өйҙәренә индермәгәндәр ҙә юҡ түгел. Уларға хатта тәртип һаҡсылары менән дә яҡын юлап булмай.

►Ниндәй ул бөгөнгө армия? Хәүефләнергә, ҡурҡырға урын бармы?

- Әүәлге замандар менән сағыштырғанда, хәҙер хеҙмәт итеүе күпкә еңелерәк. Беренсенән, саҡырылыш буйынса әрме хеҙмәтен бер йылға ҡыҫҡартыу һалдаттарҙы ҡан ҡалтыратҡан "дедовщина" төшөнсәһен юҡҡа сығарҙы. Әлбиттә, бындай ваҡыт арауығында йәш кешенең ниндәйҙер күнекмәләр алыуы, нимәгәлер өйрәнеүе икеле, шулай ҙа хәрби хеҙмәт тураһында дөйөм күҙаллау барлыҡҡа киләлер, моғайын. Режим йәһәтенән дә замана һалдатына “балауыҙ һығырға” сәбәп юҡ - төшкө аштан һуң, балалар баҡсаһындағы ише, йоҡо сәғәтенә тиклем ҡаралған. Тәүлектең билдәле бер ваҡытында телефон менән ҡулланып, өйҙәгеләр менән хәбәрләшергә мөмкин.
Ғөмүмән, бөгөнгө әрмелә ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаһын, шелтә эләкмәһен, тип һәр һалдат өсөн өлтөрәп торалар. Ә ниндәйҙер кире хәл-ваҡиғалар иһә күп осраҡта йәш-елкенсәктең психологик яҡтан мөсһөҙ, тотороҡһоҙ булыуы, кеше менән аралаша белмәүе, ихтыярһыҙлығы арҡаһында килеп тыуа.

►Әйткәндәй, буласаҡ һалдаттарҙың сәләмәтлеге тураһында ни әйтерһегеҙ?

- Хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ биш категория буйынса билдәләнә: А - хәрби хеҙмәткә яраҡлы, Б - хәрби хеҙмәткә бер аҙ сикләүҙәр менән яраҡлы, В - хәрби хеҙмәткә сикләүле яраҡлы, Г - хәрби хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙ һәм Д - хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ. Үҙ сиратында, һәр категория йәнә бер нисә категорияға бүленә. Үкенескә ҡаршы, йылдан-йыл “А” категорияһына ҡарағандар кәмей бара. Кемдәлер тән массаһы дефициты, бәғзеләрҙә - артыҡ ауырлыҡ; һәр икенсе егеттә тиерлек ашҡаҙан-эсәк, үпкә ауырыуҙары, күреү һәләтенең түбән булыуы күҙәтелә. Бының сәбәбе - нимә етте, шуның менән туҡланыу, аҙ хәрәкәтләнеү, насар ғәҙәттәр, гаджеттар, физик яҡтан һүлпәнлек һәм башҡаһы.

►Беҙҙең яҡ егеттәре күбеһенсә ниндәй ғәскәрҙәрҙе тулыландыра?

- Бында әлеге лә баяғы сәләмәтлек йәһәтенән категориялар ҙур роль уйнай. А категорияһына ҡарағандар махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа (авт. спецназ), һауа-десант, сик буйы ғәскәрҙәренә, диңгеҙ пехотаһына эләгә. Беҙҙекеләр элек, нигеҙҙә, сик буйында ил һаҡланы. Хәҙер был төр ғәскәрҙәр беҙҙең компетенцияға инмәй. Йәш һалдаттар, күпселек осраҡта, диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итә. Йәнә, һаулыҡ мөмкинлегенә ҡарап, егеттәребеҙҙе ҡырыҫ климат шарттарына, мәҫәлән, Алыҫ Көнсығышҡа ебәрергә тырышалар.

►Хәрби хеҙмәттән баш тартыусыларға, шулай уҡ улдарын әрме сафынан аралап маташҡан атай-әсәйҙәргә төбәп ни әйтер инегеҙ?

- Киләсәге тураһында хәстәрлек күргән егеттәр, минеңсә, әрме хеҙмәтенә етди ҡарай. Ир-ат ҡайҙа ғына эшкә урынлашмаһын, эш биреүсенән, иң элек, хәрби комиссариатҡа потенциаль хеҙмәткәрҙең әрмегә барыу-бармауы, сәләмәтлеге йәһәтенән ниндәй категорияға эйә булыуы хаҡында запрос килә. Нигеҙҙә, һалдат итеген кейгәндәргә өҫтөнлөк бирелә. Хәйер, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ тураһында белешмә йөрөтөү ир кеше өсөн үҙе бер ғәрлек кеүек. Ә элегерәк бит сәләмәтлеге буйынса етди сикләүҙәр булһа ла, тырышып-тырмашып әрме сафына баҫырға торғандар! Күптән түгел хәрби комиссариатҡа 26 йәшлек егет килеп, армияға ебәреүҙәрен һораны, сәбәбе - теләгән эшенә урынлаша алмай икән. Тимәк, ваҡытында ул киләсәге тураһында уйлап та бирмәгән, әле килеп “аҡыл ултырған”.
Ғөмүмән, ил ҡалҡаны булыр ир-егет әрме хеҙмәтенән ҡурҡып ятмаҫ - ғәййәрлеген һынар, таҫыллығын арттырыр, рухын сыныҡтырыр...

►Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айбулат Рәис улы! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: