Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Февраль 2022, 12:56

Ир аҫылында - ҡорос ныҡлығы

Донъя тигәндең кеме юҡ: берәү бар - тормошто орошор, берәү бар - ҡороғон ырғытыр. Һуңғылары өсөн һәр ҡайҙа ла юл асыҡ: һынауҙары - сыныҡтырыр, уңышһыҙлыҡтары - сәмләндерер, еңеүҙәре иһә яңы үрҙәргә әйҙәр. Мәҡәләлә бәйән ҡылыр дан яҡташыбыҙ - Илфат БАЙТУРИН да тормошто ҡороҡлар ир аҫылдарының береһе булыр.

Ир аҫылында - ҡорос ныҡлығы
Ир аҫылында - ҡорос ныҡлығы

...Ҡасандыр мәктәп сәхнәһендә актерлыҡ оҫталығы, йыр-моңға маһирлығы менән таң ҡалдырған Илфаттың киләсәктә сәнғәт юлын һайларына бер кем дә шикләнмәгәндер... Шулай ҙа теүәл фәндәрҙе яратҡан, физика, математиканан олимпиадаларҙа еңеү яулаған үҫмер, ҡаланың 17-се гимназияһын уңышлы тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетының авионика, энергетика һәм инфокоммуникация факультетына уҡырға инергә ҡарар ҡыла. Инженер-электроник һөнәрен үҙләштереүҙән тыш, ул хәрби кафедрала белем алып, лейтенант дәрәжәһенә эйә була. Студент йылдарында ла ижади әүәҫлеге үҙенекен итә - уҡыу йортоноң “Шаяндар һәм отҡорҙар клубы”нда уйнай, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай.

Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводында башлап, торараҡ атаһының тыуған ауылы - Аҙнағол мәктәбенә информатика, физика уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Тик педагогик эшмәкәрлек нисек кенә күңеленә ятмаһын, яҙмыш тигәне Илфат Зинаф улын райондың эске эштәр бүлегенә алып килә. Башта Дәүләт автоинспекцияһында программист, урланған автомобилдәрҙе эҙләү буйынса инспектор булып хеҙмәт итә.

Яуаплы, етди, эрудициялы хеҙмәткәрҙе етәкселек йәһәт аңғара: күп тә үтмәй йәш кеше кадрҙар бүлеге етәксеһенең урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Милиция полковнигы Айрат Абзаловтың ҡул аҫтында эшләп, етерлек тәжрибә туплаған Илфат Байтуринға 2007 йылда кадрҙар бүлеге начальнигы вазифаһын йөкмәтәләр. Уның иңенә яңы хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә ҡабул итеү, шәхси состав менән тәрбиәүи эштәр алып барыу, дәрестәр уҙғарыу, эштән бушатыу кеүек етди бурыстар ята. 2014 йылда Илфат Зинаф улы төбәк полицияһының йыйылма отряды составында Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша. 

Ике тиҫтә йылға яҡын райондың эске эштәр бүлегендә фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡас та эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына килтермәй ул - шунда уҡ ДОСААФ-тың Белорет өлгөлө автомәктәбенең уҡытыу-производство бүлегенә етәксе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
- Автомәктәптең төп бурысы - хәрби курсанттар әҙерләү. Йыл һайын бында 70-тән ашыу хәрби курсант әрме хеҙмәтенә әҙерлек үтә. Бынан тыш, ДОСААФ-та еңел автомобиль, автобус, тағылма һәм башҡа категорияларға уҡып сығырға мөмкин. Автомәктәптә йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән хәрби комиссариат, район-ҡала хакимиәте менән берлектә төрлө саралар, ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙа. “Юнармия” Бөтөн Рәсәй балалар-үҫмерҙәр
хәрби-патриотик хәрәкәте менән дә тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Ғөмүмән, йәш кешеләргә теоретик яҡтан ғына түгел, тормош тәжрибәһенән сығып белем-тәрбиә биреү, киләсәккә дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү, кәңәш менән ярҙам итеү оло мәртәбә минең өсөн. Бөгөн килеп, уҙған юлымдың хаҡ булыуына, тәғәйенләнешем йәһәтенән яңылышмауыма төшөнәм, - ти эске хеҙмәт подполковнигы Илфат Зинаф улы.

Үтә яуаплы, ауыр вазифаларҙы атҡарыуына, йәмәғәт эштәрендә ҡайнауына ҡарамаҫтан, күңел йыуанысы бирер художестволы үҙешмәкәрлектән, ижадтан ваз кисмәгән ул. Полицияла хеҙмәт иткән осорҙа ла, хәҙер ҙә ғаиләһе менән район-ара, республика кимәлендә уҙған төрлө конкурс-смотрҙарҙа әүҙем ҡатнашалар. 2012 йылда, мәҫәлән, “Атай, әсәй һәм мин - полиция ғаиләһе” тигән төбәк конкурсында III урын яулағандар.

- Ҡатыным Айгизә Фәнил ҡыҙы Сәләмәтлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә логопед булып эшләй. Ике бала тәрбиәләйбеҙ, улыбыҙ - XI, ҡыҙыбыҙ VIII класта уҡый. Улар ҙа сәнғәт донъяһына битараф түгел: Алмаз ҡала Мәҙәниәт һарайының драма түңәрәгендә шөғөлләнһә, Линарабыҙ музыка мәктәбенең вокал класында белем ала. Әйткәндәй, беҙҙең нәҫелдә йыр-моңға әүәҫтәр бихисап. Әсәйем һәләк матур йырлай, арабыҙҙа музыка белгестәре лә байтаҡ. Бер туған һеңлем Лариса, мәҫәлән, 29-сы балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләй, - ти эске бер кинәнес менән әңгәмәсем.

Ижади эшмәкәрлек тигәндән, Илфат Байтуринды райондаштар бына тигән шәп алып барыусы булараҡ та яҡшы белә. Туғаны Динә Әҙелмырҙина менән дуэт ойоштороп, төрлө байрам сараларын әҙерләп алып баралар. “Юбилей булһынмы ул, никах йә туй тантанаһымы - һәр сара етди әҙерлек талап итә. Бер байрам-йоланы аң-тоңона төшөнмәйенсә, үҙенсәлектәрен өйрәнмәйенсә тота килеп уҙғарырға ярамай. Беҙ - алып барыусы, тимәк, сараның ниндәй кимәлдә ойошторолоуы, кешеләрҙең кәйефе, хатта ки үҙ-ара мөнәсәбәте беҙҙән тора. Бының ише байрамдарҙа кешеләр осраша, аралаша, һәм был көндө айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреү зарур”, - ти геройым. Хәйер, әлеге эшмәкәрлекте ул аҡса эшләү сараһы итеп түгел, ә күңел талабын ҡандырыр шөғөл кеүек ҡабул ҡыла.

Ҡаршымда ултырған донъяға ыңғай ҡарашлы, эргә-тирәһендәгеләргә яҡшы кәйеф өләшкән оптимистик рухлы, шул уҡ мәлдә ҡорос ныҡлығы тойолор көслө характерлы, ихтыярлы әңгәмәсемә ҡарап, ирмен тигән ир кеше тап ошондай булырға, ышаныс уятырға тейештер, тим...

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: