Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Март 2022, 15:30

Донъяны гөл итер зат - ҡатын-ҡыҙ

Ни тиһәң дә, ижади юҫыҡта камиллашҡан, күңел йыуандырыр шөғөлгә эйә булған гүзәл заттар һөйкөмлөлөгө, нескәлеге, наҙлылығы менән айырылып торғандай. Хәйер, эске донъяның аһәңе, нуры, күркәмлеге лә тап ижади эшмәкәрлек арҡылы сағыла бит. Һиҙгәнһегеҙҙер: ҡул эшен тотҡан ҡатын-ҡыҙҙан йөмлә йортҡа ҡот, йылылыҡ бөркөлә, улар янында күңел һиллеккә, ялға тейенә...

Донъяны гөл итер зат - ҡатын-ҡыҙ
Донъяны гөл итер зат - ҡатын-ҡыҙ

Шығай ауылы ҡыҙы Диана ҒАЙСИНАНЫҢ ҡул эштәре - үҙе бер матурлыҡ, нәфислек өлгөһө. Уның ырғаҡ менән бәйләгән модалы башлыҡ-снудтары, берет-бактустары, йылы шарф-бәйләүестәре сифаты, ҡупшылығы, зауыҡлылығы менән һоҡландыра.

...Ҡул эшенә Диана дүрт йәшенән үк маһирлана. Әсәһе эштә саҡта Шәмсинур өләсәһе менән ҡулъяулыҡ-таҫтамалдар сиккән ҡыҙ бала аҡ ерлеккә төшкән сағыу сәскә-биҙәктәрҙән оло кинәнес таба. Өләсәһе лә ейәнсәренең әүәҫлеген күреп, маҡтап-хуплап ҡына тора. Мәктәптә уҡығанда иһә уҡытыусыһы Филүзә Рәшит ҡыҙы Нурмөхәмәтованан ырғаҡ менән бәйләү серҙәренә өйрәнә. Һә тигәнсе селтәр, ултырғыс ябыуҙары, уйынсыҡтар, кофта бәйләү оҫта ҡыҙға бер ни тормай.

- Аҡсаһы кәрәкмәй тип ҡырталашһам да, селтәр-түшәктәремде өләсәйем һатып алыр ине. Шул аҡсаға магазиндан төҫлө йөн ептәр барып алам да, йәнә яратҡан шөғөлөмә тотонам. Өләсәйем үҙенсә шулайтып дәртләндереп торғандыр, күрәһең.
Күрше-күләнгә лә мине ихлас маҡтар ине, - ти Диана ҡәҙерле кешеһе тураһында.

Белорет педагогия колледжын тамамлап, ҡаланың 27-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлашҡас та ҡул эштәренә маһирлығы ярап ҡала. Кескәйҙәр ҙә апайҙарының оҫталыҡ дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

- Ике-өс йыл элек үҙем өсөн бәйләгән башлыҡ менән снудтың фотоһүрәтен “Бәйләнештә” сайтындағы битләүемә ҡуйғайным. Таныштар, хеҙмәттәштәр күреп ҡалып, заказдар эшләп ташланы. Шунан бирле был шөғөлөм өҫтәмә аҡса эшләү ысулына - кәсепкә әйләнде. Айырыуса ҡышҡыһын заказдар йырып сыҡҡыһыҙ. Килешелгән ваҡытҡа өлгөртәм, тип бер көндә өс комплект бәйләп, таңғаса ултырған мәлдәр ҙә бихисап. Мәҫәлән, ял көндәрендә 4-5 пар башлыҡ, шарф бәйләргә тура килә. Бүтән ҡалаларҙан да мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Заказ эшләүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә бар, - ти йылмайып оҫта ҡыҙ.

Бәйләмдән тыш, йәнә сәс өсөн аксессуарҙар эшләргә, йыуғыс-маҙар һәм башҡаһын әтмәләргә лә өлгөрә ул. Быйыл тағы бәйләм энәһе менән дә бәйләргә өйрәнергә ниәтләй. Хәйер, донъя мәшәҡәттәренән талсығып, арып киткән саҡтарын-
да ла Диана һөнәренән баш тартмай. “Яратҡан шөғөл - ул иң элек күңел торошо, йыуаныс. Шул уҡ мәлдә уйҙарҙы рәткә һалыу, теге йәки был йәһәттән фекер төйнәү, эмоциональ яҡтан ял итеү, энергия туплау мөмкинлеге лә”, - ти әңгәмәсем.

Әйткәндәй, бөгөнгө заманда күптәр ғаиләле, эшләп йөрөгән гүзәл заттарҙың ҡул эштәренә ваҡыт табыуына ғәжәп ҡыла торғандыр. Ә бына Диананың фекеренсә, ер шары күсәрендә зыр әйләнһә лә, ҡатын-ҡыҙ үҙ булмышынан тайпылмаҫҡа, эске
донъяһын нурландырыр, һилләндерер шөғөлдән айырылмаҫҡа тейеш.

- Шөкөр, тормош иптәшем Илгизәр һәр йәһәттән дәртләндереп, хуплап тора. Тәүҙәрәк ҡулға бәйләм алыуыма, юҡҡа ыҙалайһың, магазин тулы әйбер, тип көлөмһөрәп кенә ҡуя ине, хәҙер иһә етди ҡарай. Заказдар менән өлгөрә алмай киткәндә, улыбыҙ Исламды ҡараша, йорт эштәрендә ярҙамлаша, - ти ул бәхетле йылмайып. 

Эйе, һис шикһеҙ, Диана кеүек яҙ сәскәһеләй наҙлы, нәфис, шул уҡ мәлдә ян-яғын гөлдәй итер, ырыҫҡа тейендерер тилбер, уңған гүзәл заттарыбыҙ булғанда, донъянан мәңге ҡот, гармония китмәҫ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: