Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Март 2022, 09:44

Үҙ юлыңды табыу - ҙур бәхет

Ата-әсәһенең һөйөклө ҡыҙы, ир ҡатыны, яратҡан әсәй, уңышлы ханым, оҫта етәксе, өлгөр йәмәғәтсе, матурлыҡ консультанты...Бер туҡтауһыҙ алға барған, технологиялар үҫешкән мәлдә заман менән бергә атларға, хатта бер нисә аҙымға алдан күҙаллай белергә кәрәктер. Әгәр шулай булмаһа, үрҙә һанап кителгәнтөшөнсәләрҙең һәр береһенә ирешергә мөмкин булыр инеме икән?!

Үҙ юлыңды табыу - ҙур бәхет
Үҙ юлыңды табыу - ҙур бәхет

Ҡатын-ҡыҙ - нескә, тыйнаҡ, күркәм, ышаныслы тыл, донъя тотҡаһы булыу менән бер рәттән лидерлыҡ сифаттарына эйә, рухлы ла булырға тейештер. Бөгөнгө геройыбыҙ "Айтисервис" принтерҙар ремонтлау, заправкалау салоны хужабикәһе Эльвира МУСИНА ошо сифаттарҙың һәр береһен үҙенә туплаған. Юғиһә, бар яҡлап та - етәкселек итеүгә, йәмәғәт эшенә, төрлө тренингтарҙа ҡатнашырға, ғаиләһенә иғтибарын бүлеп өлгөрөр инеме икән?! Әлбиттә, һәр башланғысыңды хуплап торған икенсе яртың, ярҙамға килергә әҙер булған яҡындарың, бер тулҡында "йөҙгән" дуҫтарың һәм арҡалаштарың булғанда һәр эште лә һөҙөмтәле атҡарып сығырға мөмкин, хатта ир-егеттәр тотонорға баҙнат итмәгәнен дә...

Үҙенә матди етешлек, үҫеш килтергән һөнәр һайлау алдында торғанда һаулыҡ һаҡлау системаһын һәм төҙөүсе хеҙмәтен тормошта маҡсатҡа әйҙәр, илһам килтерер һөнәрҙәр исемлегенән шунда уҡ алып ташлай. Туғандары араһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп тә, ул ваҡытта хеҙмәттәре юғары баһаланмаған, аҙ хеҙмәт хаҡы алған туғандарының, төҙөлөштә эшләп сәләмәтлектәрен бөтөргән ҡәҙерле кешеләренең юлынан китеп, уларҙың юлын ҡабатлағыһы килмәй Эльвира Ирғәли ҡыҙының. Ә бит ҡәҙерлеләре Гөлзәйнәп һәм Ирғәли Ғибәҙәтуллиндар ғүмерҙәрен уңайлы, йылы йорттар һалыуға биргән. Ҡаланың ҡайһы бер күп ҡатлы йорттарына Ирғәле ағайҙың күңел йылыһы һалынған. «Никто не забыт, ничто не забыто», «Миру - мир!», «Слава КПСС!» һәм башҡа яҙыуҙар уның һәм хеҙмәттәштәренең мираҫы. Шуға ла төҙөүсе Халыҡтар дуҫлығы ордены менән билдәләнгән. Хеҙмәттәрендә ниндәй генә ҡаҙаныштарға өлгәшһәләр ҙә, эштәре ҡыҙҙарын ҡыҙыҡһындырмай. Яҡындарының ҡаҡшаған сәләмәтлеге, аҙ хеҙмәт хаҡы ҡыҙҙы икенсе юлдан алып китә. Ҡаланың 21-се мәктәбен тамамлағандан һуң, Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник институтына уҡырға инә. Һуңынан Белорет иҡтисад колледжында программалаштырыу нескәлектәренә төшөнә. Шул уҡ ваҡытта ҡаланың элемтә селтәрендә хеҙмәт юлын башлай. Ойошмала лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алып эшләү өсөн имтихан да тапшырыла, ҡағиҙәләр, талаптар ҙа ҡаты була шул. Төҙөлөштә, һуңынан газ хеҙмәтендә эшләгән атаһына ҡарағанда, йәш белгестең хеҙмәт хаҡы юғарыраҡ булып сыға. Был инде уға артабан үҙ эшен асырға баҫҡыс була.

►Эльвира, гүзәл зат һуңғы йылдарҙа асылына хас һөнәрҙәрҙе һайлап бармай. Был, бигерәк тә, эшҡыуарлыҡ тармағында сағыла. Һин дә яҡындарың кеүек медицина йәки башҡа өлкәнән китмәгәнһең. Етәкселек эшен дә алып бараһың, етмәһә, принтерҙарҙы үҙең төҙөкләндереп, заправкалап та ебәрәһең.

- 90-сы йылдарҙы барыбыҙ ҙа иҫләйбеҙ. Советтар союзы тарҡалған, аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға ҡытлыҡ осоро. Ойошмалар эш хаҡын тауар, аҙыҡ-түлек менән түләй. Атайым менән әсәйем дә хеҙмәт хаҡын шулай алды. Икенсенән, төҙөлөштә сәләмәтлектәрен дә ҡаҡшатты. Шуға ла уларҙың юлынан китмәҫкә булдым.

Компьютерлаштырыу осоро башланған мәл. Барыһы ла был техниканы алып ултыртты. Уны ремонтлауҙа ла һорау тыуҙы. Көрсөк мәлендә эштәрен асып, үҙҙәренә эшләргә теләгән ике дуҫым менән берләшеп компьютерҙар ремонтлау буйынса хеҙмәт асырға йөрьәт иттек. Улар техниканы төҙөкләндереү, ә мин ойоштороу эшен үҙ өҫтөмә алдым. Ярты йыл дауамында Киров урамындағы йортта эшебеҙҙе алып барҙыҡ. Ҡаланың 5 июль урамына күсенгәс, эшебеҙ ҙә алға китте. Бында күп кенә ойошмалар, компьютер салондары ла бер ерҙә урынлашҡан тиерлек, шуға ла техника ремонтлау хеҙмәттәре ҙур һорау менән файҙаланыла ине.

Бер нисә йыл эшләгәндән һуң, уртаҡ булдырған эшебеҙҙе һаттыҡ, сөнки дуҫтар икенсе ҡалаға күсеп китте. Уйлағандан һуң, хеҙмәтләндереү сервисын тулыһынса һатып алырға ҡарар иттем. Ул ваҡытҡа инде клиенттар базаһы ла булдырылғайны, эш тә яйға һалынған ине. 2014 йылда компьютерҙарҙы ремонтлау, хеҙмәтләндереү буйынса сервис тулыһынса минең ҡулға күсте.

"Айтисервис" хеҙмәте картридждарҙы заправкалау, принтерҙарҙы ремонтлау, таҙартыу менән шөғөлләнә. Кәрәк икән системалы блоктарҙы ла төҙөкләндереп ебәрәбеҙ. Тик халыҡ күпселек осраҡта компьютерын һатып алған сауҙа нөктәһенә мөрәжәғәт итергә тырыша. Ә беҙҙең специализация принтерҙарға ҡайтып ҡала. Был хеҙмәткә ихтыяж ҙур. Ә "Айтисервис" салонына тиҫтә йылдар дауамындағы клиенттарыбыҙ йөрөй. Шуға ла өҫтөнлөктө уларҙы ремонтлауға, заправкалауға бирәбеҙ. Күп кенә ҙур ойошмалар, белем учреждениелары менән дә эшләргә тура килә. Даими клиенттарыбыҙға ташламалар ҙа ҡаралған. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр өсөн был уңайлы ла. Эшебеҙҙе еренә еткереп атҡарыу, мөрәжәғәт итеүселәрҙән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү, күрһәткән хеҙмәттән ҡәнәғәт ҡалыу - эшебеҙгә юғары баһа.

Коллективым эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙән тупланған. Төрлө мәлдәр ҙә булды. Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, үҙемә лә ремонтларға, принтерҙарҙы заправкаларға өйрәнергә тура килде. Пандемияның да еле ҡағылмай ҡалманы, әлбиттә. Хәҙер килешеү нигеҙендә эшләргә тырышам.

►Эльвира, эшҡыуарлыҡ йөкләмәһен уңышлы алып барыуҙан тыш, йәмәғәт эшендә лә актив ҡатнашаһың. Был инде өҫтәмә эш тә арта, ваҡытты ла ала тигән һүҙ. 2021 йылдың йәйендә, ҡаланың үҙең кеүек эшлекле ханымдары менән берләшеп, йәмәғәт бүлексәһе лә булдырҙығыҙ һәм ярайһы ғына эштәр башҡарҙығыҙ. Район һабантуйында ла, Милли кейем көнөндә лә һеҙҙе милли кейемдәрҙә сара уртаһында күрергә мөмкин.

- Ҡалала йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерерҙәй, милли саралар ойошторорҙай, балаларҙа Тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләй алырҙай ойошма булдырыу теләге ҡапыл килде. Йәштәрҙе берләштереп, теленә, сәнғәтенә һөйөү уятыу ниәтенән ойошторолған башланғыс, тиҙ арала үҙ аудиторияһын тапты тиерлек. Ә бына мәғарифтың "Йәйләү" методик ҡулланмаһы ҡулға килеп эләгеүе менән эште балаларҙан башларға хәл ителде. Туған телде базалы өйрәтеү, сәнғәт, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу йәһәтенән эш башланды ла инде. Этно-үҙәккә бина юллап биреүҙә Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, педагогия колледжы директоры Гөлшат Йомағужина, район хакимиәте ярҙам итте. Әлеге көндә Айгөл Вәлиева этно-үҙәктә балалар менән туранан-тура эшләһә, Гөлгөнә Бадалова менән матди-техник базаны нығытыу, ойоштороу эше менән мәшғүлбеҙ. Үҙәк тәрбиәләнеүселәре Иҙел башының билдәле шәхестәре, оло апай-ағайҙары менән осраша, төрлө түңәрәктәргә йөрөй.

Яҡын киләсәктә йүнәлеште тағы ла йәйелдереп, коммерция булмаған ойошма булдырырға ниәтләйбеҙ. Документтар ҙа әҙерләнә. Грант отҡан осраҡта, башҡа милләт халҡын да үҙебеҙ тирәләй йыя алыу мөмкинлеге бар. Шуға ла ойошмабыҙҙы "Дуҫлыҡ" тип атаныҡ.

►Һин ҡала ҡыҙыһың, рус мөхитендә үҫкәнһең. Башҡорт этно-үҙәге үҙеңә һәм балаларыңа ярҙам итәме?

- Әлбиттә. Ҡыҙым Мила ла үҙәккә теләп йөрөй. Тиҫтерҙәре менән аралаша, халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша, дәрестәрҙә ҡатнаша. Телен аңлаһа ла, әле башҡортса һөйләшә белмәй. Олатай-өләсәй, үҙәк ярҙамында телен дә өйрәнер, тип уйлайым.

►Һин тимер-томор батшабикәһе генә түгел, матурлыҡ консультанты ла бит әле...

- Эйе, ир-аттар кеүек тимер араһында ғына ултырғым килмәне. Нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ булғым да килде. Билдәле косметика компанияһында уҡыуҙар үттем. Косметика менән үҙем дә файҙаланам, башҡа гүзәл заттарға ла кәңәшемде бирәм. Бына әле тире күҙәнәктәренең алышынған мәле, шуға ла дөрөҫ тәрбиәләү ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.

►Бөтә ергә лә өлгөрәһең. Ә ғаиләңә ваҡыт ҡаламы? Ғаилә традициялары үтәләме?

- Теләһәң, ваҡыт бүлергә мөмкин. Ял көндәре ғаиләм менән булырға, 2 йәшлек улым Эльмирға, 7 йәшлек ҡыҙым Милаға иғтибарымды күберәк бүлергә тырышам. Ғаиләм менән тәбиғәт ҡосағында булыу, ял ваҡыттарын бергә үткәреү кеүек ғәҙәттәрҙән башҡаларына ваҡыт етмәйерәк тора. Аллаға шөкөр, атай-әсәйҙәребеҙ иҫән. Дини байрамдарҙа, аяттарҙа уларға барырға тырышабыҙ.

►Ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?

- Хәҙер заман гүзәл заты барыһын да эшләй. Ҡышын ҡар өҫтөндә ҡаҙанын да ҡайната, техникаһын да "ауыҙлыҡлай". Шулай ҙа ир-аттарыбыҙ алдында беҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға тейешбеҙҙер. Нәзәкәтлек тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Үҙебеҙ матур булып, йортобоҙҙа йәм булдырабыҙ икән, икенсе яртыбыҙҙың ир-ат сифаттары тағы ла үҫәсәк. Мин тренингтарҙан һуң, йортта йәм булдырырға тырышам, сөнки ҡыҙым үҫә. Көслө ир-зат тәрбиәләү өсөн үҙебеҙгә лә нескә булырға кәрәк.

►Рәхмәт, Эльвира, әңгәмәң өсөн!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: