Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Март 2022, 09:58

Шағир үлемһеҙ, уның ижады халҡына ҡала

Сосновка ауылында Мәүлитбай Байгилде улы Ямалетдиновтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. 5 февраль Мәүлит Ямалетдинға 75 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йѳрәктәрҙе тетрәтеп, уның беҙҙең арабыҙҙан китеп барыуына йылдан ашыу ваҡыт үтте.

Шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Муса Мортазин, Фәтих Кәрим, Рәмзилә Хисаметдинова, Мөхәмәтша Буранғолов исемдәрендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың халыҡ сәсәне, Мәүлитбай Байгилде улы Ямалетдиновтың хәтер кисәһенә яҙыусының ҡыҙы Зѳбәржәт, Учалы районы Ҡобағош ауылында йәшәгән һеңлеһе Асия Фазлетдинова, апаһының улы Урал, Учалы, Әбйәлил, Ғафури, Бѳрйән, Белорет райондарынан шағирҙар, яҙыусылар, әҙәбиәт һѳйѳүселәр килгән. 
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Азамат Мѳхәмәтйәров тәбрикләп, хәтер һәм ижад сараһының тап Ҡарағайлы ерендә үтеүенә рәхмәтен белдерҙе.
Ошо сараны ойоштороусы "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошма рәйесе Мәүлит Кәримов сығышын Мәүлит Ямалетдиндың шиғыр юлдарынан башлап ебәрҙе. 

- Эйе, шағир үҙенең шиғырҙарын, донъяның мауыҡтырғыс мәлдәре алда әле, - тигән кеүек ижад иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошоноң иң мауыҡтырғыс мәлендә, көтмәгәндә Мәүлит Байгилде улы арабыҙҙан китте. Сараға әҙерләнгән ваҡытта, күптәр, ә ни өсөн хәтер кисәһе Сосновка ауылында үтә, тип һорау бирҙеләр. Мәүлит Байгилде улы менән ете йылдан ашыу бергә ижад иттек һәм ул бында ҡунаҡ та булды, хужа ла булды. Мәүлит Ямалетдинов Белорет районында уҙғарылған күп сараларҙың уртаһында ҡайнаны. 2014 йылдан алып беҙҙең ойошманың барлыҡ саралары ла "Ҡарағайлы көҙҙәре" исеме аҫтында Сосновка мәҙәниәт йортонда үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етенсе сараға Мәүлит Ямалетдинов килә алманы. Тап бына ошоно уйлап, замандашыбыҙға, билдәле шағир, яҙыусы һәм бик күп һәләттәргә, юғары исемдәргә эйә булған башҡорт халҡының оло шәхесенә арнап, хәтер кисәһен Ҡарағайлы ауылында үткәрергә булдыҡ,
тине ул.
- 2013 йылда Мәүлит Ямалетдинов Белоретҡа "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошмаһын ойошторорға килде. Беҙҙең ойошмаға Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарының йәш һәм башлап яҙыусылары инде. 2016 йылға тиклем Мәүлит Байгилде улы был ойошмаға үҙе етәкселек итте. Төрлө идеяларға бай, төрлө сараларҙы уйлап сығарып ҡына торған Мәүлит Байгилде улы 2016 йылдың декабрендә "Өлкәр" һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фондын төҙөгәс, ойошманы миңә тапшырҙы. Ошо ваҡыттан бирле ике ойошма бергәләп эш башланыҡ. Күп саралар "Өлкәр" һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды ярҙамында үтә башланы. Мәүлит ағай менән ете йылдан ашыу иңгә-иң терәп, әҙәбиәтебеҙгә хеҙмәт иттек. Был осорҙа үрҙә әйтелгән райондарҙың бик күп ауылдарында, мәктәптәрендә уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрҙек, башҡорт әҙәбиәтен, балалар ижадын үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙѳ индерҙек, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Мәүлит Кәримов. Үҙ сығышын шағирға арнап яҙған шиғыры менән тамамланы.

Мәүлит Ямалетдиновтың эшен мәңгеләштереү маҡсатында, әлбиттә, бында "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошмаһының да өлөшө бар, шағирҙың тыуған ере Аһылайҙа ауыл урамына Мәүлит Ямалетдиновтың исеме бирелгән. Шулай уҡ талантлы, арҙаҡлы шәхестең исемен ойошмаға ла бирергә ҡарар ҡабул иткәндәр һәм рәсми рәүештә ошо кѳндән алып ул Мәүлит Ямалетдинов исемендәге "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошмаһы тип атала.
Яҙыусының исеме әҙәби ойошмаға этәргес кѳс, илһам, дәрт бирер, йәш көстәрҙе йәлеп итер тигән ышаныс бар. Шулай уҡ был мәртәбәле исем Башҡортостан Яҙыусылары алдында, Мәүлит Байгилде улының туғандары алдында ойошмаға ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.
Яҙыусыға арналған хәтер кисәһендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев та ҡатнашты. Ул Мәүлит Ямалетдиновтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһен үткәреүҙе ойошторған Мәүлит Кәримовҡа Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Кисәгә йыйылғандарға ижади уңыштар теләне.
Сарала "Ҡуңыр буға", "Йәйғор" әҙәби ойошмаларында торған шағирҙар, яҙыусылар һәр береһе хәтирәләре менән уртаҡлашты, шағирға ҡарата рәхмәт һүҙҙәрен, йѳрәктәрендә булған ихтирамдарын белдерҙе. Һәр кем күңеленә юл таба белгән, ихлас күңелле, мөләйем йөҙлө, кеселекле, ябай шәхес ине, тип иҫкә алдылар шағирҙы.
Эйе, Мәүлит Ямалетдиновтың күп ҡырлы ижадына мөрәжәғәт итмәгән китап уҡыусы юҡтыр. Жанр төрлөлөгө йәһәтенән уға йәнәш ҡуйырлыҡ тағы ниндәй шәхес бар икән бѳгѳнгѳ кѳндә!? Уның ижадында беҙ шиғыр, дастан, эпос, поэма, монолог, робағи, ҡобайыр, хикәйә, повесть, романдарҙы күрәбеҙ. Төрки әҙәбиәте тарихында тәүгеләрҙән булып Ҡѳрьән Кәрим сүрәләрен шиғри телдә яңғыратыуы ла бик уникаль күренеш тә баһа. 

Мәүлит Байгилде улы 50 йыл ғүмерен башҡорт әҙәбиәтенә арнаған, ижад һѳйѳүселәргә иҫ китмәле ҙур мираҫ ҡалдырған. Мәүлит Ямалетдиновтың шиғырҙарын, робағиҙарын, "Һуңғы йот" исемле повесын руссаға тәржемә иткән шағир-тәржемәсе Булат Усманов (Бөрйән) иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һәм шағирҙың тәржемәгә һалған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Китап сығарыуҙа, ижадташтарына һәр саҡ ярҙам иткән Булат Усмановҡа Мәүлит Кәримов мәҙәниәт идаралығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Хәтер кисәһендә Мәүлит Ямалетдиновтың ҡыҙы Зөбәржәт, һеңлеһе Асия Байгилде ҡыҙы, апаһының улы Урал сығыш яһап, яҡындары иҫән саҡта уның менән бергә булғандағы иң ҡәҙерле хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Уның тыуған илем, башҡорттарым, милләтем, телем, тип янып йәшәүен, шағирҙың үлемһеҙ булыуын, уның ижады халҡына ҡомартҡы булып ҡалыуын билдәләнеләр. Ошо сараны ойошторған Мәүлит Кәримовҡа, Сосновка ағинәйҙәренә оло рәхмәттәрен белдерҙеләр.
Хәтер кисәһенең икенсе өлөшөндә Мәүлит Ямалетдиновтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнап үткәрелгән, Интернет селтәрендә өс ай дауамында барған видеоконкурсҡа йомғаҡ яһалды. Конкурста Ишембай, Ғафури, Архангел, Әбйәлил, Учалы, Белорет райондарынан ҡатнаштылар. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Дипломдар, бүләктәр тапшырылды. Мәүлит Зиннәт улы, Зѳбәржәт Мәүлит ҡыҙы, Мәүлит Ямалетдиновтың китабын сығарыуҙа аҡсалата ярҙам иткән бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Хәтер кисәһендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уның яңы ғына баҫылып сыҡҡан китабын бүләк иттеләр.
Мәүлит Ямалетдинов "Ҡѳрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма" китабы өҫтөндә эшләүгә 23 йыл ғүмерен биргән. Мәүлит Кәримов ошо изге китапты Сосновка, Үткәл ауылдарында  видеоға тѳшѳрѳп, Интернет селтәренә һалып барған Ришат Хәйбуллинға бүләк итеп тапшырҙы.
Сараны музыкаль яҡтан Илнур Әхмәтшин, Илназ Үҙәнбаев, Ыласын Мәғәфүров, Лүзә Сафуанова, Римма Йосопова биҙәне. Шулай уҡ Учалынан, Ишембайҙан, Әбйәлилдән, Ғафуриҙан, Бѳрйәндән килгән ҡунаҡтар ҙа йырҙары, шиғырҙары менән ҡыуандырҙы. Ә бына сараны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән, йүгереп йөрөп ярҙам иткән Сосновка ағинәйҙәре Мәүлит Ямалетдиндың "Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма"һынан Әл-Фатиха сүрәһен көйләнеләр. Сосновка мәҙәниәт йортоноң "Килендәр" бейеү ансамбле дәртле итеп "Буҙа" бейеүен башҡарҙы.
Хәтер кисәһен тамамлап, мәрхүм Мәүлитбай Байгилде улы Ямалетдинов рухына аят сүрәләре бағышланылар, уның рухына хәйер тараттылар.
Хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар, һәр саҡтағыса, Сосновка ағинәйҙәре әҙерләгән мул табында тәмле аш, ҡайнар сәй эсеп, үҙ тәьҫораттары менән бүлеште.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: