Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Апрель 2022, 14:22

Илде тотор ирҙәр бар

Ел-дауылдан ҡалҡан булып күкрәк киреп баҫҡан ҡая таштай ул ысын ир-егет. Иңенә оло яуаплылыҡ алыу, хәүеф-хәтәрҙең күҙенә тура ҡарау, башҡа һыймаҫ батырлыҡтар, изгелектәр ҡылыу, яҡлауға мохтаждарҙы ҡурсалау кеүек көслө сифаттар ҡылыҡһырлай ундайҙарҙы... Хәйер, мөрәүәтле ир-атты тәү ҡараштан - әйткән һүҙе, үткер ҡараштары, тәүәккәллеге, ышаныслы аҙымдары арҡылы ғына ла тойорға мөмкин бит. Бәйән ҡылыр һүҙем шундай ҡаялай аҙаматтарҙың береһе - Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы, алыштырғыһыҙ етәксе Хәмзә Салауат улы МӨХӘМӘҘИЕВ тураһында булыр.

Илде тотор ирҙәр бар
Илде тотор ирҙәр бар

1962 йылдың апрель айында Учалы районы Ҡобағош ауылында Рәйсә Ниғәмәтйән ҡыҙы һәм Салауат Ғәлимйән улы Мөхәмәҙиевтарҙың 10 балалы татыу ғаиләһендә донъяға килә ул. 1966 йылда ғаиләләре менән Ҡаҫмаҡты ауылына күсеп киләләр. Атаһы Салауат ағай шул станцияла тимер юлына эшкә урынлаша. Кескәй Хәмзә башҡа туғандары менән бергә Магнитогорск ҡалаһы мәктәптәренең береһенә уҡырға бара. Даими рәүештә поезд йөрөп торғас, ҡайтып-китеп йөрөүе лә йәпле була.

IX класты тамамлағандан һуң тырыш, ныҡымыш егет Магнитогорск профессиональ-техник училищеһында белем алып, 17 йәшендә үк Көньяҡ Урал тимер юлына

эшкә урынлаша. 1980-1982 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, әлеге юҫыҡта эшләүен дауам итә.

Оҙайлы хеҙмәт дәүерендә Белорет менән сиктәш булған иң ауыр юл участкаһында юл монтеры, бригадир, юл мастеры кеүек яуаплы вазифалар башҡара. Фиҙаҡәрлеге, тырышлығы, намыҫлы эше өсөн дүрт мәртәбә исемле сәғәт, аҡсалата премиялар, Почет грамоталары менән бүләкләнә. 2002 йылда иһә мәртәбәле наградаға - Рәсәй Федерацияһы Бәйләнеш юлдары министрлығының миҙалына лайыҡ була.

Йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәгән, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан Хәмзә Салауат улы 2014 йылда ауыл советына депутат итеп һайлана (хәйер, был йөкләмәне быға тиклем дә атҡарырға тура килә уға). Әммә яҙмыш тигәнең бының менән генә мөрхәтһенмәй - типһә тимер өҙөрлөк ныҡ, ышаныслы, йүнсел ир-егеткә бер тауыштан ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын артмаҡлап ҡуялар.

- Үҙ кандидатурамды депутатлыҡҡа тәҡдим итеүемдең төп маҡсаты - ауыл халҡын борсоған сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеү ине. Ауыл хакимиәте башлығы булып һайланыу менән Абҙаҡ халҡының байтаҡ йылдар зитына тейгән иң ҙур проблемаларҙың береһе - электр энергияһы мәсьәләһен яйға һалырға керештем. Электр көсөргәнеше тотороҡһоҙ булыу сәбәпле ауыл кешеләре байтаҡ яфа күрҙе. Әллә күпме көнкүреш техникаһы янып әрәм булды, электр энергияһы өсөн бурыстар ҙа хәтһеҙ ине. Әйткәндәй, 2000-се йылдарҙа депутат булған осорҙа, әгәр ҙә мәгәр хакимиәт башлығы булһам, тәү сиратта ошо проблеманы хәл итер инем тип уйлай торғайным. Шөкөр, тәүәккәлләп, ныҡышып йөрөй торғас, маҡсатҡа ирештек. Ике йыл тигәндә электр селтәре ауыл балансынан “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡарамағына күсте. Шулай итеп, мөһим мәсьәлә, ниһайәт, хәл ителде, - ти Хәмзә Салауат улы ҡыуанысын йәшермәй.

Ысынлап та, йүнсел хужа менән эштәр шунда уҡ алға китә. Урамдарға күпләп яҡтыртҡыстар ҡуйыла, юлдар төҙөкләндерелә, техника һатып алына, ауыл йөҙө бермә-бер яңырыу кисерә. Был йәһәттән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау”, “Реаль эштәр” һәм башҡа программалар ярҙамға килә. Зәңгәр яғыулыҡ үткәреү мәсьәләһе лә ҡарышмай: Абҙаҡ ауылының 75 проценты газға тоташтырылған. Йыл аҙағына тиклем ҡалған 25 процент (шул иҫәптән Яңы Абҙаҡ ауылы ла) газ менән тәьмин ителәсәк. Ҡаҫмаҡты, Уралтау станциялары урамдарын яҡтыртыу, Ҡаҫмаҡтыға тиклем юл һалыу ҙа тиҙҙән тормошҡа ашырылырға тора.

- Эйе, ауылдарҙы төҙөкләндереү, урындағы халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, йәштәрҙе үҙ атайсалында төйәкләндереү кеүек изге ниәттәрҙе ғәмәлләштерергә тырышып ятҡан көн. Абҙаҡты ғына алайыҡ, ҡасандыр бары егермегә яҡын урам яҡтыртҡысы булған ауыл бөгөн нурға сумған. Хатта беҙҙең аша кис-ҡорон үтеп барған таныштар шылтыратып, “Абҙаҡ Лос-Анджелес кеүек балҡый”, тиҙәр. Әлбиттә, хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, ауылда донъя ҡорам тигән йәштәргә ер алыуы үҙе бер мәшәҡәт, - ти башлыҡ ҡыуаныс-көйөнөстәре менән уртаҡлашып.

Юҡ, үтә яуаплы, тынғыһыҙ вазифа йөкмәүенә ҡарамаҫтан, үҙ эшен бирелеп, яратып башҡара ул; кешеләргә ярҙам итә, изгелек ҡыла алыуынан оло ҡәнәғәтлек кисерә. Кәңәшләшер, фекер уртаҡлашыр ярҙамсылары ла һәр саҡ янында.

- Бер олоно, бер кесене тыңла тигәндәй, әйләнә-тирәләгеләр менән һәр саҡ кәңәшләшеп эш итәм. Был йәһәттән айырыуса хеҙмәттәштәрем, фекерҙәштәрем - элекке хакимиәт башлығы, Ветарандар советы рәйесе Рәфҡәт Закир улы Нәжметдиновҡа, ауыл хакимиәте эштәре менән идара итеүсе уң ҡулым - Гөлкәй Рауил ҡыҙы Азаматоваға сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти етәксе.

Тәҡдиренән, ҡорған тормошонан һәләк ҡәнәғәт Хәмзә Салауат улы. Талсыҡҡан мәлдәрендә күңел йыуанысы бирер, дәрт-дарман өҫтәр ғаиләһе, күрешер-аралашыр туғандары бар. Хәләл ефете - Гөлшат Айрат ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә лә быйыл теп-теүәл дүрт тиҫтә. Татыу ғаиләлә ике сабый донъяға килгән. Гүзәл менән Рәмилгә өлгөлө тәрбиә, юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Балаларҙың икеһе лә башлы-күҙле булып, бөгөнгө көндә райондың эске эштәр бүлегендә фиҙаҡәр хеҙмәт итәләр. Дүрт ейәнсәр, бер ейәнгә өләсәй-олатай булыу бәхетен кисереп, һәр ҡайһыһын иркә-наҙға тейендереп, уңыштарына һөйөнөп тора Мөхәмәҙиевтар.

- Һис шикһеҙ, уңдым тәҡдиремдән. Асыҡ йөҙ, ҡайнар аш менән ҡаршы алыр, тынғыһыҙ күңелемде һилләндерер, кәрәк саҡта сәмләндерер ҡатыныма ҙур рәхмәт. Үҙемдең яндырай холҡома күрә ғәжәп ипле, сабыр, итәғәтле ул. 42 йыл тимер юлында станция буйынса дежурный булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Һәр саҡ тилберлеге, уңғанлығы, яуаплылығы менән айырылып торҙо, - тип һөйөклө кешеһенә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә онотманы әңгәмәсем.

Шулай, Хәмзә Салауат улы кеүек ғүмере буйы кешеләргә ихлас хеҙмәт иткән, игелектәр ҡылған, ғаиләһе, туғандары өсөн өҙөлөп торған оло йөрәкле, тәүәккәл, ғәййәр ил аҙаматтары булғанда иртәнге көнгә өмөт бар әле.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: