Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Май 2022, 17:13

Рәссам яҡташтарын ҡыуандырҙы

Хоҙайбирҙе ауылында тыуып-үҫкән яҡташыбыҙ, рәссам, дизайнер, яҙыусы, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең дизайнерҙар, яҙыусылар союзы ағзаһы, Нижневартовск дәүләт университетының архитектура, дизайн һәм декоратив сәнғәт кафедраһы доценты Рамазан Шәйхуловтың  Картиналар галереяһында “ Төҫтәр эҙләгәндә” исемле шәхси күргәҙмәһе асылды.

Рәссам яҡташтарын ҡыуандырҙы
Рәссам яҡташтарын ҡыуандырҙы

Унда авторҙың һуңғы йылдарҙа ижад иткән 38 эше (живопись һәм графика)  ҡуйылған. Уларҙа тыуған яғының, Себерҙең тәбиғәте, портрет, натюрморттар һәм башҡалар һүрәтләнгән. Авторҙың ҡайҙа ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, ҡырыҫ тәбиғәт тормошоноң да, таулы, урманлы төбәктең дә матурлығын  күрә белеүе, һоҡланыуы эштәрендә ярылып ята һәм уларҙың һәр ҡайһыһы  үҙенә ылыҡтырып тора. Күргәҙмәнең беренсе көнөнә килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы улар янынан тиҙ генә китергә ашыҡманы.  

 Күргәҙмәне асыу тантанаһында сәләмләү һүҙе менән муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Гревцев сығыш яһап, үҫеп килгән быуынға үрнәк күрһәткәне, тыуған еренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе.

Сарала шулай уҡ рәссамдың дуҫы, Рәсәй Федерацияһының Дизайнерҙар, Рәссамдар союздары ағзаһы, Межгорье ҡалаһы сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлеге мөдире Виталий Шаповалов, Магнитогорск дәүләт университетының  дизайн кафедраһы профессоры  Борис Гагарин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәшһүр ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, рәссамдың туғандары - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы Гөлсөм Мостафина, Зифа Мөхәмәтйәрова, Ләлә Һиҙиәтова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Мансур Һиҙиәтов, рәссамдың ҡыҙы Рәшилә Шәйхулова сығыш яһап, уның менән бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты, туғандары менән ғорурланыуҙарын, һоҡланыуҙарын белдерҙе, изге теләктәрен еткерҙе.

Кисәне Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәре Илнур Әхмәтшин моңло, хисле йырҙары менән биҙәне.

- Был минең тыуған яғымда үткән беренсе күргәҙмәм. Мин уны атайым Нурислам Фәтҡелислам улы менән әсәйем Сафия Әхмәтша ҡыҙына, уларҙың яҡты иҫтәленгенә бағышлайым. Был минең Иҙел башында үткән беренсе шәхси күргәҙмәм. Тыуған яғыма үҙемдең картиналарымды алып ҡайтып, яҡын кешеләремде, дуҫ-иштәремде, таныштарымды улар менән таныштырыу тураһында һәр саҡ хыялландым һәм 60 йәшемә аяҡ баҫыр алдынан был ниәтемде тормошҡа ашырҙым. Ғүмерем сит тарафтарҙа үткәнлектән, был сара минең өсөн бик ҡәҙерле, - ти Рамазан Нурислам улы.

Иллеләгән ғилми баҫма, өс әсбап, һәм биш уҡыу-методик ҡулланма, бер монография авторы, Дизайн буйынса Халыҡ-ара, Рәсәй конкурстары лауреаттары Ханты-Мансы округы музейҙарының дизайн-проекттарын тормошҡа ашырған. Бер туған апайы Гөлсөм Мостафина менән аталары, билдәле башҡорт яҙыусыһы Нурислам Шәйхуловтың китаптарын рус теленә тәржемә иткәндәр. Күп ҡырлы талант эйәһенең картиналары менән 29-сы майға тиклем танышып ҡалырға ашығығыҙ!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: