Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Май 2022, 15:41

“Бейеүҙәрҙә – минең асылым!”

Бейеү… Башҡорт халҡының тарихы ла, мәҙәниәте лә, көнкүреше һәм рухи фәлсәфәһе лә сағылған күренеш. Ошо тиклем илаһи хазинаны үҙеңдең һәләтең аша халыҡҡа еткереү – үҙе бер бәхет. “Йома ҡунағы”ның сираттағы геройы Дилә Фәнүр ҡыҙы Ҡашҡарова (Йәғәфәрова) ла тап ошондай фекерҙә. Данлыҡлы Стәрлетамаҡ бейеү театры солисы сәнғәт өлкәһе, ижади тормошо хаҡында әңгәмәлә ошо бәхеттең серҙәрен дә систе.

“Бейеүҙәрҙә – минең асылым!”
“Бейеүҙәрҙә – минең асылым!”

– Дилә, артистар менән әңгә­мә ҡорғанда, ғәҙәттә, улар ижад шишмәһен ғаиләһенә, кендек ҡа­ны тамған тыуған еренә бәйләй. Ниндәй шарттар бейеүсе булып китеүеңә сәбәпсе? Атай-әсәйеңдән күскән һәләтме? Ин­йәр һыуы (Белорет районының Инйәр ауылы) шулай шифалымы?

– Билдәле булыуынса, һәр баш­ҡорт ғаиләһе йортонда, ҡу­наҡта, тамашаларҙа бейей, шулай үҙенең шатлығын уртаҡлаша, һағышын баҫа. Беҙҙең ғаиләгә лә был күренеш хас булды. Әммә, һәләткә, ошо өлкәгә эҫенеүемә килгәндә, дөрөҫөн әйткәндә, беҙ­ҙең нәҫел өсөн был яңы күренеш ине. Мин һунарсылар ғаиләһенән тиһәм, хата булмаҫтыр, шуға ата­йымдың, ике туған ағайҙарымдың өйрәтеүе һөҙөмтәһендә күп кенә һунар алымдарын беләм, ә бына бейеү серҙәрен үҙаллы, остаздарым аша өйрәнергә тура килде.

Башланғыс кластарҙа бейеү хәрәкәттәрен тәүге тапҡыр уҡы­тыусым Рәсимә Аҫыл­ғужина өйрәт­те, уның асылына, мәғә­нәһенә тө­шөнөргә иһә артабан музыка мәктәбенең фольклор түңәрә­ген­дә шөғөлләнгәндә, Стәрле­та­маҡ­та Башҡорт республика мә­ҙәни-ағартыу техникумында (хә­ҙерге Башҡорт республика мәҙә­ниәт һәм сәнғәт колледжы) уҡы­ғанда остаздарым ярҙам итте. Бигерәк тә хореография буйынса уҡытыу­сыларым Гөлнара Москова, Светлана Ушанова, Зилә Ғәби­ҙул­линаларға миндә бейеү мөмкин­лектәрен күреп, уны үҫте­реүгә, артабан ҙур сәхнәгә сыға­рыуға ярҙам иткәндәре өсөн мәң­ге бурыслымын һәм рәхмәт әйтәм.

– Ә бына кисәге студентка ғына килеш абруйлы Бейеү театрында нисек бейеүсе булып киттең? Унда бит ныҡ һайлап алалар.

– Бала саҡтан РСФСР-ҙың ат­ҡаҙанған, Башҡортостандың ха­лыҡ артисы, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшиҙә апай Туйсинаның бейеүҙәренә ғашиҡ булып үҫтем. Яҡташым, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитовтың сығыштарын һоҡланып ҡарай инем. Эх, шундай мэтрҙар менән бер сәхнәлә  бейеһәң, бергә эшләһәң ине ул, тип хыяллана инем. Һәм… бер көн килеп хыялдарым тормошҡа ашты!

Ысынлап та, Стәрлетамаҡ бейеү театрының бер өлөшө булып китеү беҙ эшкә килгән заманда ла еңел түгел ине, сөнки унда ныҡ һайлап алалар. 2005 йылда аҙаҡҡы курста уҡығанда тыуған яҡҡа ҡайтып эшләрмен, бейеү сәнғәтен үҫтерермен тип йөрөй инем. Һәм бына сығары­лыш дәүләт имтихандары. Комиссия ағзалары араһында Риф ағай ултыра. Балетмейстер ул саҡта Стәрлетамаҡ бейеү театрына етәкселек итә ине. Сығыш яһаныҡ, һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ. Риф Ғәбитов килде лә: “Һылыу, беҙҙең театрға эшкә килергә теләр инеңме?” – тимәһенме!.. Минең күҙҙән йәш аға, шатлы­ғымдан, бәхетемдән бейеп китергә әҙермен! Бер ҡыуанам, шул уҡ ваҡытта бар яуаплылыҡты тойоп, бер хафаланам.

Мәртәбәле ансамблдең талаптарына, кимәленә ярарға кәрәк ине. Шуға тәүге көндән үк эшкә сумдым, үҙ өҫтөмдә эшләй башланым. Беренсенән, Риф ағай етәкселегендәге коллективта һынатмаҫҡа тырышып тулҡын­ланам, икенсенән, ҡасандыр был театрҙы Рәшиҙә апай Туйсина­ның улы Хәлил ағай Ишбирҙин булдырған бит.

Әлбиттә, профессиональ бе­йеү сәнғәтендә ныҡлы аҙымдар менән атлап китеүҙә ошо коллек­тивта бергә эшләгән етәкселә­ремә, остаздарыма рәхмәт. Кол­лективҡа нигеҙ һалған һәм беренсе йылдарҙа эшләгән белгес­тәр – республикала билдәле сәнғәт әһелдәре, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Рәил Лоҡ­манов, Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған артистары Эльвира Дауытова, Лилиә Хәбибуллина, Ре­зе­да Шаһиева, Әлфиә Һаҙыева, Руслан Сөләймәнов, Дамира Аман­гилдина һәм башҡа абруйлы бейеүселәрҙең кәңәштәре, ярҙа­мы ныҡлы нигеҙ булып торҙо.

Ғөмүмән, коллективта үҫеш өсөн мөмкинлектәр һәр ваҡыт бар. Бөгөн, мәҫәлән, яңы композициялар өҫтөндә эшләнелә, халыҡ яратып өлгөргәндәре байытыла. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов, филар­мониябыҙҙың художество етәк­сеһе Лира Фәйзуллина, Бейеү театры етәксеһе Эльвира Дауытова маҡтаулы исемдәр юллау, матди мәсьәләләрҙе хәл итеү аша ла бейеүселәрҙең ҡанатын нығыта.

– Бейеү театрының репертуары бик бай, жанр, география йәһәтенән дә киң. Унда һин солист булараҡ та, дуэт менән башҡарған әҫәрҙәр ҙә бар.

– Стәрлетамаҡ бейеү театры башҡорт, татар, рус, сыуаш, ҡал­мыҡ, үзбәк, сиған, кавказ халыҡ­тары һәм башҡа милләт бейеү­ҙәрен башҡара. Шулай ҙа, әлбит­тә, иң төп һәм коллективтың визит карточкаһы булған сығыш­тар – башҡорт халыҡ бейеүҙәре. Кол­лективтың меңәрләгән тамашасы күңелен яулаған билдәле бе­йеүҙәре сәхнәгә сығарыла – “Башҡортостан”, “Порт-Артур”, “Урал бәйете”, “Ирәндек бөркөт­тәре”, “Любезники-любизар”, “Ағи­ҙел тулҡындары” һәм башҡа тә­рән рухлы хореографик композициялар урын алды. Бейеү театры коллективына Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы, ҙур талант эйәһе, билдәле балетмейстер Хәлил Ишбирҙин 1991 йылда нигеҙ һалған.

2018 йылда Бейеү театрының баш балетмейстеры итеп Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова тәғәйенләнде. Ул ҡуйған “Ҡымыҙ бешеүсе ҡыҙҙар”, “Беләҙек”, “Ағиҙел тулҡындары” хореография композициялары репертуарға тос өлөш индерә.

Ғөмүмән, ниндәй бейеүҙе ал­һаң да, һәммәһе үҙенә бер мәғәнә менән башҡарылған әҫәр, халыҡ тарафынан да һәр ҡайһыһы айырым һөйөү, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән ҡабул ителә. Шуға театр­ҙың һәр концертында тамашасы тулы зал була. Һәм бында һүҙ бер Стәрлетамаҡ тураһында ғына бармай. Мәскәү, Санкт-Петербург, Сорғот, Бельгия, Голландия, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан…

Ошо репертуарҙың айырыл­ғыһыҙ өлөшө булып торған “Баш­ҡортостан”, “Бөрйән ҡыҙ­ҙары”, “Байрам”, “Ҡапма-ҡаршы” бейеү­ҙәрендә солист булараҡ бе­йеүем менән ысын мәғә­нәһендә бәхет­лемен. Башҡорт бейеү сәнғәте­нең классикаһы, башҡорт халҡы­ның мәҙәни хазинаһы булған был мәңгелек әҫәрҙәрҙә төп акттарҙы башҡарыу – ҙур бурыс, шуға ошо бейеүҙәр сәхнәгә сыҡҡан һайын тулҡын­ланам.

Шуныһын да өҫтәгем килә: Бейеү театры репертуары бейеү концертынан ғына тормай. Мәҫә­лән, элек-электән коллектив “Инсе­бикә”, “Арҡайым” хореография спектаклдәре менән билдә­ле. Шулай уҡ яңы проекттар ҙа сығып тора. Әйтәйек, республика­быҙҙа танылыу яулап өлгөргән, тирә-яҡты, тәбиғәтебеҙҙе хәс­тәрләү проблемаһын күтәреп сыҡҡан “Урал легендалары” мюзиклында филармония йырсылары вокал буйынса биҙәһә, хореографик яҡтан – Бейеү театры артистары.

– Дилә, ә бына бейеүҙә нимәгә нығыраҡ иғтибар бирәһең: хис-тойғоғамы, әллә бейеү техника­һынамы?

– Билдәле, бейеүҙе, бигерәк тә башҡорт бейеүҙәрен, ғөмүмән, әҫәргә һалынған хәл-ваҡиғаны, уның мәғәнәһен, эстәлеген йөрә­гең аша үткәрмәй тороп бейеү мөм­кин түгел. “Башҡортостан” бе­йеүен башҡарғанда, мәҫәлән, ғорурлыҡ, дуҫлыҡ, яуаплылыҡ һы­маҡ тойғоларҙы күрһәтеп, ошо тиклем республикала йәшәү – үҙе бер бәхет, тигән мәғәнә алып барып еткерергә кәрәк. Башҡорт бейеүҙәрен тамашасы, һис шик­һеҙ, ундағы оҫта башҡарыу мане­раһы, характер аша яҡын ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт бе­йеүҙәрен бейер өсөн, кем әйт­мешләй, башҡорт булып тыуырға кәрәк.

Репертуарҙа төрлө бейеүҙәр бар. Әммә, Ҡатай ырыуы ҡыҙы булараҡ, үҙемә сая ҡыҙҙар бейеүе оҡшай. Киләсәктә ошо юҫыҡта соло-бейеүҙәр өҫтөндә лә эшләргә теләйем, сөнки нәҡ был бейеүҙәргә башҡорт ҡатын-ҡыҙы, башҡорт халҡы нескә күңелле, ҡунаҡсыл, кәрәк икән, сая, яугир булыуы ла бар, тигән мәғәнә һалынған, минеңсә.

– Һеҙ Илгиз менән (Илгиз Ҡашҡаров – драма актеры, оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ театры, аҙаҡ – СДТКБ-ның художество-постановка бүлеге мөдире) икегеҙ ҙә ижади шәхестәр. Ғаиләлә был нисек сағыла?

– Ижади ғаилә тигәс, иҫкә төштө (көлә – авт.), өйләне­шеүебеҙ ҙә – үҙе бер тарих. Икебеҙҙең дә эшләй башлаған ғына саҡ. Илгиз – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры, мин – Бейеү театрында. Никах­лашырға ваҡыт таба алмай бер булдыҡ. Әмәлгә ҡалғандай, өс көн буш ваҡыт табылды: уныһы ла – мин аяҡ һындырғанда. Илгиз Сорғоттан гастролдәрҙән ҡайтып төштө, өйгә инеп, сумаҙандарҙы ғына ҡалдырған да “Өфө – Сибай” поезына ултырып, Инйәргә килеп еткән. Әйткәндәй, быға тиклем, Бельгия, Голландияла бер ай гастролдә йөрөгәндә мине һоратып килгәйнеләр. Үҙем дә белмәйем, Илгиз дә белмәй. Ул хәҙер “Кәләшемде күтәреп кенә йөрөттөм, аяғы һынғанға...” тип шаяртып ала.

Шулай атай-әсәй ярҙамы, үҙе­беҙҙең көс менән йәшәп киттек. Башта ипотекаға фатир алдыҡ, унан үҙебеҙ өй һалып сыҡтыҡ. Өс бала тәрбиәләйбеҙ: 11 йәшлек улыбыҙ Иҙел шулай уҡ һәләтле: һүрәт төшөрә, бейей, алты йәш­лек Алтынай менән йәш тә өс айлыҡ Иллария беҙҙең юлды һайлармы-юҡмы – әлегә билдә­һеҙ. Иң мөһиме – балаҡай­ҙарыбыҙ һау булһын.

Ысынлап та, Илгиз менән бер сәхнәлә тиерлек эшләнек, ул – актер, мин – бейеүсе, шуға дуҫтарыбыҙ уртаҡ, ғаилә дуҫтары – бергә эшләгән коллегалар. Дөйөм темалар, бер-беребеҙҙе аңлап торабыҙ.  Бер мөхиттә эшләгәс, хатта оҙайлы гастролгә киткәндә лә бер-беребеҙҙе аңлап торабыҙ, ҡыҙғаныу, асыуланышыу һымаҡ күренештәр бөтөнләй ят беҙгә. Ғөмүмән, ғаиләмдән дә бик уңдым. Бәхетле бейеүсе, ҡатын, әсә, ҡыҙ тип әйтә алыр инем үҙем хаҡында.

– Ҡыҙыҡлы яуаптарың өсөн рәхмәт. Уңыштар теләйбеҙ!

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.

"Башҡортостан" гәзите. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: