Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Май 2022, 11:15

Мәҙәнилек - әсә һөтөнән

...Ольга бер ваҡытта ла китапханасы булырға хыялланмай.

Мәҙәнилек - әсә һөтөнән
Мәҙәнилек - әсә һөтөнән

Әммә башланғыс класты Октябрьск ауылында уҡып, артабан белем алыуын Уральск ҡасабаһында дауам иткән мәлдәрҙә, иптәштәре менән мәктәп китапханаһына йөрөй. Бигерәк тә, китапханасы апайҙың формулярҙы баҫма хәрефтәр арҡылы матур итеп тултырғанын диҡҡәт менән ҡарап торорға ярата ул. Ялтыр тышлы китаптар уны йәһәт кенә үҙҙәренең мөғжизәле доньяһы эсенә ала. Мәктәптең үҙешмәкәр драма түңәрәгендә иһә ошо әкиәти хыял иле ысынбарлыҡ менән үрелгәндәй тойола...

Уральскиҙа бөтөн фәндәр урыҫ телендә уҡытылһа ла, әүҙем, тырыш ҡыҙ өсөн һәр ваҡыт һайлау мөмкинлеге була. Башҡорт телендә уҙған сараларҙа, артистизм һәләте менән бер рәттән, тел белеүен дә юғары баһалайҙар. X класта уҡығанында иһә әсә телендә иркен һөйләшкәне өсөн "Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашырға өгөтләйҙәр. Был ярышнамәлә Ольга "Зифа буйлы һылыуҡай" титулына лайыҡ була. Әйткәндәй, ҡыҙҙа әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам тойғоларын йор һүҙле, тәҡүәле өләсәһе тәрбиәләй... Тап ошо күңеленең төбөндә һаҡланған тәьҫораттар, ваҡыт еткәс, китапхана системаһында эшләүгә этәргес көс биргәндер, бәлки, тип иҫәпләй Шығай ауыл “Тамъян” модель китапханаһы мөдире Ольга Александровна ҒӘЛИУЛЛИНА.

Ольга - Силәбе ҡалаһында Тәғзимә һәм Александр Демешколарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса һуңынан Учалы районына күсеп киләләр. Бәләкәй сағынан уҡ башҡорт мөхитенә төрөнөп үҫә - әсә телендә матур итеп
шиғыр һөйләй, әкиәттәрҙе бирелеп уҡый.

Урта мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия колледжында уҡып, социаль-педагог һөнәренә эйә була Артабан иһә ситтән тороп Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтын тамамлай. 2007 йылда Шығай ауылы китапханаһына китапханасы итеп тәғәйенләнә. 2011 йылда китапхана "Тамъян" ауыл моделле китапхана статусын алыуға ирешә. Китапхана бөгөнгәсә тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә әүҙем эшләй. Ауылдың тарихы, арҙаҡлы кешеләре тураһында мәғлүмәттәр туплана. Ольга Александровнаны белореттар киң эрудициялы, ҡыҙыҡһыныусан һәм рухиәткә битараф булмаған хеҙмәткәр итеп белә. Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайынан, урындағы ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты тарафынан бихисап Рәхмәт хаттарына лайыҡ булыуы иһә уның әүҙем йәмәғәтсе булыуы тураһында һөйләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы менән билдәләнгән ул.

Әйткәндәй, Ольга Александровна ғаиләһендә лә уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй. Тормош иптәше Фадик Фәтих улы менән ике ҡыҙҙарын милли рухта тәрбиәләүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйған улар: өлкән ҡыҙҙары Лиана ҡумыҙ конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай, оҫта бейеүсе. Әсәле-ҡыҙлы Ғәлиуллиналар шиғыр конкурстарында ла теләп ҡатнаша.

...Бер остан икенсе осҡа бер саҡрым булып һуҙылған төҙ урамдан йәш ҡатын килә. Яратҡан эшенә ашыға ул. Ҡаршыһына тәл булған ауылдаштары менән ихлас һаулаша, шул ике арала аралашып та өлгөрә. Китапханаға яңы китаптар килеүен хәбәр итә, йә сараға саҡыра. Кесеһенә лә, олоһона ла кеселекле мөғәмәләлә булыу - ауыл китапханасыһының эш һөҙөмтәһе икәнлеген яҡшы аңлай Ольга Александровна...

Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Шығай ауылы.

Автор:
Читайте нас: